Файҙалы кәңәштәр
02 сентября 2015 йыл | Кәңәштәр

Баҡсасы хәстәрлектәре
21 августа 2015 йыл | Кәңәштәр

Йәйҙең һуңғы айы августа ла баҡсала эштәр бихисап.

Көҙгө байлыҡтан
21 августа 2015 йыл | Кәңәштәр

Август айы тамамланып та бара. Баҡсаларҙа емеш-еләк, йәшелсәнең ишелеп уңған мәле. Һеҙгә көҙгө байлыҡтан әҙерләнгән бер нисә ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Юлдарҙа хәүеф арта
20 июля 2015 йыл | Кәңәштәр

Юлдарҙа именлек, хәүефһеҙлек мәсьәләһе көнүҙәк проблема булыуҙан туҡтамай. Ағымдағы йылдың 8 июненә ҡарата республикала 1500 юл-транспорт ваҡиғаһы булып, унда 205 кеше һәләк булһа, 1837 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алды. Ҡануниәт ҡәтғиләнеп тороуға ҡарамаҫтан, 110 юл-транспорт ваҡиғаһының эскән килеш руль артына ултырған водителдәр ғәйебе менән килеп сығыуы айырыу-са хәүефкә һала. Район юлдарында хәл-торош нисегерәк тора? Ошо хаҡта һөйләүен һорап ЮХХДИ начальнигы Жәлил Әнүәр улы ҒӘЙНУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Республикала авария осраҡтары-ның уғата артыуы билдәле, был тәңгәлдә районда хәл-торош нисегерәк?
- Ысынлап та, республикалағы кеүек, район юлдарында ла авария осраҡтарының ҡырҡа артыуы күҙәтелде. 5 ай арауығында ғына ла 18 юл-транспорт ваҡиғаһы булып (былтырғынан 10-ға күберәк!), шуның 4-һе (былтырғы менән сағыштырғанда 3-әүгә күберәк) эсеп руль арына ултырған водителдәр ғәйебе менән ҡылыныуы хәүефләндерә. Ә 8-ендә ситтән килеүсе водителдәр ғәйепле. Шуныһы ғына ҡыуандыра, үлем осраҡтары булманы, былтыр ошондай 2 осраҡ булғайны.
Аварияларҙа зыян күреүселәр, йәғни имгәнеүселәр һаны 27 булып, шулай уҡ 16 осраҡҡа үҫеш күҙәтелде.
2012 йылда эсеп руль артына ултырыу-сы водителдәргә ҡарата яза ҡатыланыуға ҡарамаҫтан, һаман да яҡшы яҡҡа үҙгәреш юҡ, киҫекһеҙ водителдәрҙе бер нимә лә өркөтмәй икән. Транспорт сараһына эскән килеш идара итеүсе водитель тәүгеһенән автоинспектор ҡулына эләкһә, ул 1,5-2 йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеп, уға 30 мең һум күләмендә штраф һалыу ҡаралған ине. Йыл арауығында ошондай уҡ хәл ҡабатлана ҡалһа, ҡануниәтте боҙоусыға 3 йылға рулгә идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү янап, штраф та 50 мең һумғаса артты. 1 июлдән иһә ошоға өҫтәп енәйәт яуаплылығы ла күҙаллана.
Йыл башынан эскән килеш рулгә идара итеүсе 149 (+8) водитель асыҡланып, улар яуаплылыҡҡа тарттырылһа, 14-е ҡайтанан инспекторҙар "ҡармағына эләкте”. Нигеҙҙә күпселекте тәжрибәһеҙ йәштәрҙең – 1980 - 1990 йылдарҙа тыуғандарҙың эләгеүе бигерәк аяныслы. Уларҙың күптәре хатта бер ҡайҙа ла эшләмәй, әммә ата-әсәһе елкәһендә, автомашинаһында штраф менән "аҡса эшләй”, шулай уҡ водитель таныҡлығынан да "ҡолаҡ ҡаға”. Ошондай бер ниндәй ҡағиҙәләргә лә буйһонмай "елләнеп” йөрөргә яратыусы йәштәргә был бик ҡиммәткә төшә.
- Жәлил Әнүәр улы, йәйге йылы көндәр башланыу менән автомобиль юлдарында үҫмерҙәрҙең хатта бер-береһен уҙышып скутерҙа, мопед-мотоциклдарҙа йөрөүе арта.
- Эйе, ундай скутер, мопедтарҙа йөрөүсе бәлиғ булмағандар (күптәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен дә тейешенсә төшөнмәй) беҙҙең инспекторҙарҙың баш бәләһенә әйләнде. Әммә әленән-әле ата-әсәләрҙең иҫтәренә төшөрөп тороу кәрәктер: уҙған йылдың ноябренән (яңы ҡағиҙәләргә ярашлы) скутер, мопедтар транспорт сараһы булып иҫәпләнеп, уларға идара итеү өсөн "М” категориялы водитель таныҡлығы булыуы мотлаҡ. Билдәле булыуынса, уҡып, имтихан биргәндән һәм бәлиғ булғандан һуң ғына ҡулға идара итеү таныҡлығы бирелә.
Тимәк, үҫмерҙең был транспорт сараһына идара итеүгә бер ниндәй ҙә хоҡуғы юҡ, тигән һүҙ. Шуға ла 2014 йылда ҡағиҙәләр белмәгән ошондай скутерсылар ғәйебе менән районда 6 юл-транспорт ваҡиғаһы булды. Был осраҡта үҫмерҙең бәлиғ булмаған йәштәлеген иҫәпкә алып, уға скутер һатып алып биреп, үҙ иркендә йөрөргә рөхсәт иткәндәре өсөн ата-әсәләргә штраф һалыу ҡаралған. Ә транспорт сараһы тартып алынып, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы махсуслаштырылған штраф ҡуйыу урынына урынлаштырыла.
- Һуңғы арала автомашиналарҙы урлап алып китеү осраҡтары ла йышайҙы булһа кәрәк.
- Автомашиналарҙы урлап алып китеүҙәргә килгәндә, был да кешеләрҙең вайымһыҙлығынан, моңһоҙлоғонан килеп сыға. Яңыраҡ, 14 июндә генә Красноусолда булған хәлде иҫкә төшөрөү ҙә етә. Бер ғәмһеҙ әҙәм автомашинаһын төнгөлөккә йорто янында ҡалдырып, өҫтәүенә, уғрыларға ултыр ҙа кит, тигәндәй, автомашина асҡысын ҡабыҙғыста, документтарын да эстә ҡалдырып (хатта багында бензины ла булған), йоҡларға ятҡан, иртән тороуына автомашинанан "елдәр иҫкән”. Ярай әле, был урланған транспорт сараһының эҙенә тиҙ төштөләр. Уғрыны Өфөлә ҡулға алдылар, ә бит билдәле ваҡыт арауығында уның республиканан ситкә лә сығып китеп өлгөрөү ихтималлығы бар ине.
- Хәүефһеҙлек ҡайыштары хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп үтергә кәрәктер.
- Әлбиттә, хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡаптырып йөрөүҙе күптәр автоинспектор өсөн кәрәк, тип төптө яңылыша. Был үҙеңдең, бары тик үҙеңдең хәүефһеҙлегең өсөн икәнде аңларға ваҡыт. Ниндәй генә юл-транспорт ваҡиғаһын алһаң да, хәүефһеҙлек ҡайышының кемгәлер ҡамасаулауын бер ҙә хәтерләмәйем. Тағы ла бер миҫал, яңыраҡ ҡына булған юл-транспорт ваҡиғаһында автомашинаның артҡы урындығында бала өсөн махсус креслола ултырған 1,5 йәшлек бала имгәнмәй ҡалһа, ә алда әсәһенең алдында ултырған 6 айлыҡ сабый әсәһе менән бергә алғы тәҙрәнән сығып осоп, зыян күрә, һөҙөмтәлә, дауаханаға эләгәләр. Әсә кеше хәүефһеҙлек ҡайышын ҡаптырмаған булып сыға ла инде.
Водителдәрҙең йәнә бер тапҡыр иҫтә-ренә төшөрөргә кәрәк, ҡайыштар һеҙҙең һәм пассажирҙарығыҙҙың хәүефһеҙлеге өсөн ҡулайлаштырылған. Һеҙ пассажирҙарығыҙ хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡаптырмаған осраҡта урынығыҙҙан ҡуҙғалырға ла те-
йеш түгелһегеҙ, ә балалар өсөн кресло булмағанда уларҙы бөтөнләй йөрөтөү
тыйыла. Ул булмағанда 3 мең һум штраф һалыу ҡаралған, кресло 1,5-3 мең һум тирәһе тора.
- Күптән түгел Красноусолда 5 йәшлек баланы автомашина бәрҙереп, ул ныҡлы зыян күргәйне…
- Эйе, ундай осраҡ булғайны, әлегә уның буйынса эш ябылмаған. Йыл башынан йәйәүлеләр ҡатнашлығында 4 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, уларҙың ҡайһы берендә йәйәүлеләр ғәйепле тип табылды. Йәйәүлеләрҙең күптәре тейешле махсуслаштырылған юлды аша сығыу урындарынан сығыуҙы хуп күрмәй. Ҡайһы бер водителдәр ауыл урамдары араһында ла юғары тиҙлектә йөрөргә әүәҫ. Ҡапыл ғына балалар юлға килеп сығырға, ҡайһы берәүҙәр тирә-яғына ҡарамай, юлды аша сыға башларға мөмкиндәр. Водителдәрҙең күптәре һаман да йәйәүлеләрҙең юлды аша сығыу урындарында туҡталып үтергә "онота”.
Шулай уҡ малды бәрҙереү осраҡтары ла булып тора. Бында ла водителдәргә иғтибарлыраҡ, уяуыраҡ булырға кәрәк, бигерәк тә эңер төшкәс. Малдар бит ҡағиҙәне белмәй, ҡапыл ғына юлға килеп сығыуҙары ихтимал.
Юлдарҙағы хәүефһеҙлек беҙҙең һәр беребеҙҙән тора.  Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, бер-береңә ҡарата итәғәтле, сабыр, ихтирамлы булыу, һәр кемдең, водителдең дә, йәйәүленең дә бурысы. Нисек кенә эшең ашығыс булмаһын, ул юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу өсөн сәбәп тә, аҡланыу ҙа була алмай. Юл – хаталаныуҙы ғәфү итмәй. Һәр юл билдәһе артында кеше ғүмере торғанын оноторға ярамай. Юлдарыбыҙ имен булһын!
- Фәһемле әңгәмә өсөн рәхмәт.
Индира ИШКИНА әңгәмәләште.

“Һурнаҡ” таксистар арта
13 июля 2015 йыл | Кәңәштәр

Районда такси хеҙмәте асылыуы халыҡ өсөн ҙур уңайлыҡтар булдырҙы. Такси саҡырған һәр кем тейешле урынға ваҡытында һәм ҡыйынлыҡһыҙ барып етерен белә.
Бөгөнгө көндә районда "Алтын”, "Экипаж”, "Эльвира”, "Престиж”, "Твое такси”,  "Лидер”, "Класс” такси хеҙмәттәре эшләй. Уларҙың һәр береһендә уртаса 15-әр машина иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта "үҙ-үҙенә” эшләгән йәнә 20-ләгән машина бар. Йыйып ҡына әйткәндә, район буйынса 125-ләгән таксист коммерция нигеҙендә юлсыларҙы хеҙмәтләндерә. Тик халыҡҡа такси хеҙмәте күрһәтеү тураһындағы федераль закон талаптарын барыһы ла үтәйме һуң? 2011 йылда ҡабул ителгән был закон ике бүлектән тороп, унда коммерция нигеҙендә пассажирҙар һәм йөк ташыу менән шөғөлләнеүсе шәхси эшҡыуар булараҡ һалым органында теркәлергә, транспорт инспекцияһынан рөхсәт алырға тейеш, тип әйтелә.  Шәхси эшҡыуар булараҡ дәүләт теркәүе үткән кеше һалым, пенсия, мотлаҡ медицина страховкалауы фондына иғәнә түләй, рейсҡа сығыр алдынан медицина тикшереүе үтә, механик машинаны ҡарай һ.б.-лар.
Һуңғы ваҡытта рәсми рәүештә теркәлгән эшҡыуар таксистар килемдең, саҡырыуҙарҙың әҙәйеүенә зарлана башланы. Был инде "күләгәләге”, йәғни рәсми рәүештә теркәлмәйенсә эшләгән таксистарҙың әүҙемләшеүенә бәйле. Иртә таңдан төнгә тиклем улар "Иҫке поликлиника”, "Автовокзал”, "Лукойл” заправкаһы” туҡталыштарында дежур итеп, "һул” килем алалар. Шул уҡ ваҡытта юғарыла телгә алынған законда тейешле теркәлеү үтмәйенсә пассажирҙар ташыған өсөн 5 мең һум, ә инде автомобилдең техник торошо һәм водителдең медицина тикшереүе үтеүе тураһында документ булмаған осраҡта 30 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.
Таксист-эшҡыуарҙарҙы яҡлау маҡсатында район хакимиәте, ЮХХДИ, һалым инспекцияһы һәм башҡа хеҙмәттәр "һурнаҡ” таксистарҙы асыҡлау йәһәтенән контролде көсәйтте. Был сара намыҫлы эшләгән эшҡыуарҙарға табыш алып эшләргә булышлыҡ итәсәк.
Хәннән ИШМЫРҘИН,
БР буйынса эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченныйҙың йәмәғәт башланғысындағы ярҙамсыһы.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9