Баҡсасы кәңәштәре
21 января 2015 йыл | Кәңәштәр

Ҡыш уртаһы. Иң һалҡын ай. Емеш ағастары тәрән йоҡоға сумған.
Ғинуар айында емеш ағастарын һәм еләк ҡыуаҡтарын ҡышҡы һалҡындан һаҡлау эштәре йәйелдерелә. Ҡар туплау, ҡыуаҡтарҙы ҡар менән күмеү – төп эштәрҙең береһе. Ҡар тотоу щиттары күсереп ултыртыла, ҡар канауҙары ҡаҙыла, ҡар өйөмдәре эшләнелә.

Имен-аман ҡышланығыҙмы?
26 марта 2014 йыл | Кәңәштәр

"Яҙ нисек килер?” Һәр умартасы өсөн яҙ  ошо һорауҙан башлана. Ысынлап та, был осорҙоң нисек килеүе бик әһәмиәтле, сөнки тап ошо мәлдә күстәрҙең киләсәктә нисек үҫешеүе, бал ҡорттарының шәрбәт, һеркә ташыуға, ә инәләрҙең йомортҡа һалыуға һәләте формалаша.

“Ҡатындар” китабын ҡайҙан табырға?
26 февраля 2014 йыл | Кәңәштәр

Яҡташыбыҙ, билдәле шағирә һәм яҙыусы Гөлнур Яҡупованың "Ҡатындар” трилогияһын яратып ҡабул иттек. Уның китап булып баҫылып сығыуын да көтөп алдыҡ. Тик уны һатыуҙа таба алмайбыҙ: Өфө китап магазиндарында күптән бөткән икән.

Ҡышлатыуға һуңғы әҙерлектәр
15 ноября 2013 йыл | Кәңәштәр

Быйылығы көҙҙөң яуынлы килеүе умарта күстәренең торошона кире йоғонто яһауға ҡарамаҫтан, йәш ҡорттарға оҙайлы ҡышлатыуға инер алдынан һуңғы осош эшләп, еңеләйеп алыу мөмкинлеге бирелде.

Алма ҡайнатмаһы
31 августа 2013 йыл | Кәңәштәр

Алмаларҙың ҡабығын әрсеп үҙәген алғас, телемләп турайҙар. Һуңынан сироп әҙерләп, әҙер алмаларға ҡоялар. 3-4 сәғәт шулай тотҡандан һуң, алмаларҙы шул уҡ сиропта үтә күренмәле булғансы ҡайнаталар. Әгәр алмаларҙың ҡайһы берҙәре башҡа киҫәктәрҙән элегерәк өлгөрһә, уларҙы ҡалаҡ менән һаҡ ҡына һайлап алып, ҡалғандары тамам әҙер булғансы ҡайнатырға кәрәк.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9