Йәй һыйҙары - ҡышҡылыҡҡа
27 июля 2013 йыл | Кәңәштәр

Өй шарттарында йәшелсә-емеште консервалау, маринадлау, ҡайнатыу бер ҙә ауыр түгел, бының өсөн теләк һәм ваҡыт ҡына кәрәк.
Был күңелле лә, файҙалы ла эш менән шөғөлләнә башлау өсөн иң тәүҙә нимә кәрәк? Дөрөҫ – банкалар. Иң ҡулайлыһы -  750 грамм тирәһе аҙыҡ һыйған банкалар, бер литрлыҡтары ла ярай. Иң мөһиме – банканың ҡапҡасы боролоп ябылһын, бындай осраҡта уларҙы ябыу өсөн махсус ҡулайлама ла кәрәкмәй.
Консервалау технологияһы хаҡында һөйләшкәндә иң мөһиме – стериллек. Әгәр банканың эсенә бәләкәй генә бактерия эләгә икән, бөтә эшең юҡҡа сыға. Шуға ла уларҙы яҡшы стерилләргә кәрәк, ҡапҡастарын бер-ике минутҡа ғына ҡайнар һыуға тығып алыу ҙа етә. Ә банкалар ике тапҡыр стерилләнә.
Йәшелсәләрҙе консервалаған, тоҙлаған ваҡытта уларҙы банкаға ныҡлап тултырып һалырға кәрәк, һауа ҡалырға тейеш түгел.
Ә хәҙер, һеҙгә, хөрмәтле хужабикәләр, бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Теләгәнен һайлап алып, ҡышҡылыҡҡа тәмлекәстәр әҙерләгеҙ.

Бал ҡорто саҡһа…
18 июля 2013 йыл | Кәңәштәр

Йәйҙең иң ҡыҙыу мәле. Ауыл ерендә эш күп: бәрәңге утарға, бесән әҙерләргә, еләк-емештән варенье ҡайнатырға һәм башҡаларына өлгөрөргә кәрәк… Бына шул эштәрҙе башҡарып йөрөгәндә уйламағанда бал ҡорто сағып китергә лә мөмкин. Ә уның ағыуы ҡайһы берәүҙәрҙе аяҡтан йыға.

Емеш-еләк мул саҡта
06 июля 2013 йыл | Кәңәштәр

Ҡайнатмалар
Крыжовник менән ҡурай еләгенән

700 г крыжовник, 300 г ҡурай еләге, 1,3 кг шәкәр, 1,5 стакан һыу.
Еләктәрҙе йыуып, таҫтамалға һалып киптерергә, ит турағыс аша үткәрергә йәки блендер менән иҙергә. Иҙмәне ҙур кәстрүлгә һалырға ла, шәкәр өҫтәп бутарға.
Утҡа ҡуйып, туҡтауһыҙ бутап тороп, 15 - 20 минут ҡайнатырға. Күбеген алып торорға кәрәк. Әҙер ҡайнатма бәләкәй банкаларҙа һаҡлана.

Ҡорт айырыу мәле етә
25 мая 2013 йыл | Кәңәштәр

Бал ҡорто ғаиләләрендә барған әһәмиәтле ваҡиға ул – ҡорт айырыу. Был – бал ҡорттарының борон-борондан килгән тәбиғи үрсеү ысулы.

Тирәк мамығы тиҙ тоҡана
18 мая 2013 йыл | Кәңәштәр

Ғафури районының янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге хәбәр итеүенсә, йылы яҙғы көндәр башланғас та янғындар менән хәлдәр ҡатмарлаша. Төҙөлөш, келәт, автотранспорт туҡталыштары эргәһендә йыйылып ятҡан тирәк мамығы янғын сығыу хәүефе тыуҙыра.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9