Ваҡыт көтмәй
19 июня 2018 йыл | Матбуғат

Ваҡыт көтмәйМатбуғат баҫмалары өсөн ҡыҙыу мәл: гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы осланыуға табан бара. Талбазы почтамтынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һандар бик һөйөнөслө түгел: "Табын”ға  әлегә бер мең самаһы  кеше генә яҙылған. Йәғни гәзитебеҙҙе  әле алдырып уҡыусыларҙың яртыһы ғына киләһе ярты йыллыҡҡа подписканы оҙайтҡан. Ә ҡалған яртыһы ҡайҙа?

Емешле ижад теләйем!
14 июня 2018 йыл | Матбуғат

Емешле ижад теләйем!Матбуғат баҫмаларын район тормошоноң көҙгөһө, уның йылъяҙмаһын яҙыусы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ҙур яуаплылыҡ та, мәртәбә лә өҫтәгән ошо бурысты районыбыҙ гәзиттәре тиҫтә йылдар буйы арымай-талмай башҡара. Улай ғына ла түгел, ойоштороусы, әйҙәүсе, ил, төбәк, район етәкселеге менән халыҡ араһында бәйләнеш булдырыусы булараҡ та дәүләт әһәмиәтендә ғәйәт ҙур эш алып бара. Баҫмаларыбыҙ – гәзит уҡыусыларҙың тоғро кәңәшсеһе һәм яҡын ярҙамсыһы ла. 

“Табын”ға яҙыл да, бүләк от!
13 июня 2018 йыл | Матбуғат

“Табын”ға яҙыл да, бүләк от! "Аҙна һайын бүләк” акцияһы дауам итә һәм сираттағы аҙна еңеүселәрен иғлан итәбеҙ.

“Аҙна һайын бүләк” акцияһы дауам итә
05 июня 2018 йыл | Матбуғат

“Аҙна һайын бүләк” акцияһы дауам итәХөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Апрель айында уҙғарылған "Аҙна һайын бүләк” акцияһы июнь айында тергеҙелә. "Табын”ға кемдәр яҙылып өлгөрмәгән булһа, тиҙерәк почта бүлексәһенә ашығығыҙ, ваҡыт бик аҙ ҡала.

“Табын” килһен һәр йортҡа!
29 мая 2018 йыл | Матбуғат

2018 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы баҫмаларға яҙылыу дауам итә. Подписка тамамланырға бер ай самаһы ғына ваҡыт ҡала. Шуға ла "Табын"ға яҙылып ҡуйырға онотмаһағыҙ ине, ҡәҙерле дуҫтар.
"Табын” гәзитенә киләһе ярты йылға яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы - 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075) тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән дә яҙыла ала. Бындай осраҡта гәзит хаҡы 630 һум тора һәм редакция почтальондары таратасаҡ. "Табын”дың электрон вариантына 6 айға яҙылыу хаҡы - 522, бер айға 87 һум.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 34