“Гәзиткә яҙыл да бүләктәр отошонда ҡатнаш!”
24 сентября 2014 йыл | Матбуғат

Акцияла 2015 йылдың беренсе яртыһына йәки тотош бер йылға кәмендә 400 һумлыҡ гәзит-журналға яҙылыусылар ҡатнаша ала. Мәҫәлән, 400 һумдан 599, 99 һумлыҡ гәзит-журналға яҙылыусылар араһында һут һыҡҡыс, тостер, фен, сәс бөҙрәләткес, ә инде 600 һумдан 799, 99 һумлыҡ ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыусылар араһында  үтек, DVD-плеер уйнатыласаҡ. 800 һумлыҡ һәм унан да күберәк суммаға гәзит-журналға яҙылыусылар телевизорға өмөт итә ала. Бының өсөн 4 октябргә
тиклем яратып уҡыған гәзит-журналдарға яҙылырға һәм тейешле анкетаны тултырып урындағы поч-та бүлексәһенә тапшырырға кәрәк. Үҙ сиратында ул анкеталарҙы почтамтҡа ебәрә (анкеталағы мәғлү-мәттәр урындағы почта бүлексәһендә раҫлатылырға тейеш). Бүләктәр 24 декабрҙә уйнатыласаҡ, еңеүселәрҙең исемлеге "Рәсәй Почтаһы” сайтында (w.w.w.russianpost.ru) урынлаштырыласаҡ.