Һынауҙа һынатмайыҡ!
24 ноября 2014 йыл | Матбуғат

- "Табын”дың шәмбе һаны булманы. Почтальоныбыҙ редакциянан таптырығыҙ, тине. Гәзитте бөтә уҡыусыларға ла етерлек итеп баҫтырмайһығыҙмы   ни? – аҙнаның тәүге эш көнө ошондай шылтыратыуҙарҙан башланды. Уларҙың һәр береһенә гәзит булмауҙың сәбәбен аңлатып бирергә тура килде. Эйе, үткән шәмбе Талбазы почтампынан Красноусол почта бүлексәһенә 100 дана "Табын”ды ебәрергә "онотҡандар”. Һөҙөмтәлә, был һан уҡыусыға шаршамбы көнө генә барып етте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай хәлдәр әленән-әле осрап тора, йә  Үзбәк ауылына тигән гәзиттәр Мәндемдән урап ҡайта, йә сортировка бүлегендә "онотолоп ҡала”, гәзиттең ике һанын бергә килтергән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Был, әлбиттә, халыҡты әкренләп ваҡытлы матбуғаттан, әлеге осраҡта гәзитебеҙҙән "һыуыныуға” алып килә. "Аҡсаһын түләп тә ваҡытында уҡый алмағас, уға нимә тип яҙылырға һуң”, - тиеүселәр ҙә юҡ түгел.
Әле, киләһе йылдың беренсе яртыһында гәзиткә яҙылыу барғанда бындай осраҡтар подписка барышына ныҡлы аяҡ сала. Һөҙөмтәлә, республика, район гәзиттәре тиражы әкренләп кәмей. Хаҡтарҙың артыуы ла эҙемтәһеҙ ҡалмай, әлбиттә. Шулай ҙа республикалағы хәл-ваҡиғалар, район тормошо менән хәбәрҙар булырға теләүселәр уға ҡарамай, гәзиткә яҙыла.
Бөгөн районда подписка нисегерәк бара һуң?! Маҡтанырлыҡ түгел. Билдәле булыуынса, 2015 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы ойошҡанлыҡ менән үткәреү буйынса республика хөкүмәтенең, район хакимиәтенең ҡарары бар. Шул уҡ ваҡытта күп урындарҙа гәзит-журналдарға яҙылыуҙы ойоштороу өсөн яуаплылар был эште үҙағышына ҡуйған. Тимәк, айырым етәкселәр был ҡарарҙы һанға һуҡмай, үтәргә ашыҡмай. Бына, мәҫәлән, бөгөнгө көндә Ҡауарҙы, Еҙем-Ҡаран, Бурлы, Сәйетбаба, Ташбүкән, Бельский, Красноусол ауыл биләмәләрендә гәзиткә яҙылыу һүлпән темпта бара. Шулай уҡ предприятиелар, учреждение, ойошмаларҙа ла хәл маҡтанырлыҡ түгел. Ҡайһы бер урындарҙа, хатта, йәмәғәт башланғысында матбуғат таратыусылар ҙа тәғәйенләнмәгән.
Подписка тамамланыуға ныҡлы бер ай ваҡыт ҡалды. Ошо арала һәр кем мөмкинлек табып, гәзитебеҙгә яҙылыу сараһын табыр тип ышанабыҙ. Төрлө ҡаршылыҡтар, хаҡтар беҙҙең дуҫлыҡты, берҙәмлекте һынағанда бирешмәйек, бергә ҡалайыҡ.
Шулай итеп, аҙнаһына ике тапҡыр сыҡҡан "Табын”ға 593 һум 40 тингә, ә пенсионерҙар 543 һумға яҙыла ала. Ә инде шәмбе һанын ғына алдырырға теләүселәр 6 айға 400 һум 26 тингә, пенсионерҙар 362 һум 46 тингә (индекстары: 576, 570) яҙыла.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!