Иғтибар үҙәгендә – матбуғатҡа яҙҙырыу
26 ноября 2014 йыл | Матбуғат

24 ноябрҙә БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов  2015 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу бу-йынса видеоселектор кәңәшмәһе уҙғарҙы. Уның эшендә "Рәсәй Почтаһы”ның филиалы, БР Федераль Почта элемтәһе идаралығы директоры Ирек Ғәлимов һәм ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыуға
яуаплы етәкселәр ҡатнашты.
Борис Николаевич билдәләүенсә, матбуғат баҫмаларына яҙҙырыу эше әлегә бик һүлпән бара. 2014 йылдың тәүге ярты йыллығы менән сағыштырғанда матбуғатҡа яҙылыусылар 44 процент тәшкил итһә, 2014 йылдың 1 ғинуары менән сағыштырғанда 25 процент ҡына. Шуға ла эште әүҙемләштереү талап ителә. Кәңәшмә барышында матбуғатҡа яҙылыу эше һүлпән ойошторолған райондарҙың яуаплы кешеләренең сығыштары ла тыңланды. Беҙҙең район хаҡында һүҙ булмаһа ла, күрһәткестәр маҡтанырлыҡ түгел. Мәҫәлән, 24 ноябргә ҡарата "Табын” гәзитенә 1018 дана (33,3 процент), ә "Звезда” гәзитенә 1528 дана (37) ғына яҙҙырылған. Ә бит подписка кампанияһы тамамланырға һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Борис Мелкоедов урындарҙа матбуғатҡа яҙҙырыу эшен әүҙемләштереү кәрәклеген билдәләне.