Тәүге бүләктәр “Табын”дан булды
21 января 2015 йыл | Матбуғат

Тәүге бүләктәр “Табын”дан булды
Тәүге бүләктәр “Табын”дан булды- Яңы йыл "Табын” бүләгенә лайыҡ булыуыбыҙ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙән башланып китте. Тотош йыл һуҙымында тормошобоҙҙа шатлыҡ-һөйөнөстәр, уңыштар ғына булһын инде, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Ҡауарҙы ауылынан Мөхәмәт Абдуллин. Ул – 2015 йылдың беренсе яртыһына "Табын”ға яҙылып бүләк отоусыларҙың береһе. Иншалла, шулай булһын, "Табын” менән йыл һуҙымында һәр өйгә һөйөнөслө хәбәр, уңыш, бәрәкәт килһен.
- Бөтөнләй гәзит уҡымайым тигән кешеләргә аптырайым. Былтыр башта онотоп йөрөп, аҙаҡтан аҡса булмайыраҡ тороп икенсе ярты йыллыҡҡа "Табын”ға яҙылмағайныҡ. Гәзит уҡый алмай йонсоноҡ, ниндәйҙер бер ҙур шатлыҡтан тимме, мөһим бер әйберҙәнме мәхрүм ҡалғандай тойҙоҡ үҙебеҙҙе. Шуға ла 2015 йыл өсөн алдан уҡ яҙылып ҡуйҙыҡ. Бүләгенән дә бигерәк "Табын”дың аҙнаһына ике тапҡыр өйгә килеүе үҙе оло һөйөнөс икән, - быныһы инде Сәйетбабанан Миләүшә Ғәлләмованың һүҙҙәре.
Шулай уҡ Красноусолдан Мөхәмәт ағай Садиҡов, Туғайҙан Фирҙәүсә Аҫылбаева, Ҡаранйылғанан Раушания Әхмәтшина ла үҙенә яҙған бүләкте алып ихластан һөйөндө һәм артабан да "Табын”ға даими яҙыласаҡтарын вәғәҙәләнеләр.
Эйе, беренсе ярты йыллыҡ өсөн подписка кампанияһы тамамланды. Һөҙөмтәләр бик зарланырлыҡ түгел, 2650 ғаилә "Табын”ды алдырып уҡыясаҡ. Әүәлге йылдар менән сағыштырғанда, был күрһәткес 85-90 процент самаһы ғына тәшкил итә. Бында, әлбиттә, баҫма матбуғатҡа, шул иҫәптән "Табын”ға хаҡтың ныҡ артыуы, урындарҙа почта хеҙмәтенең эшләп еткермәүе лә үҙен ныҡлы һиҙҙерҙе. Шуға ҡарамаҫтан, "Табын” менән бергә ҡалған тоғро уҡыусыларыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Ошонда күңелде өйкәгән тағы ла бер нәмәгә туҡталып үтке килә. Йылдың-йылы мөхәрририәт подписка осоронда уңышлы эшләгән йәмәғәт башланғысында матбуғат таратыусыларға, почта хеҙмәткәрҙәренә, төрлө ярыштарҙа еңеүгә өлгәшкән спортсыларға, айырым сараларҙа билдәләнгән өлгөлө ғаиләләргә "Табын” гәзитен бүләк итә. Тик бына Яңы йылдың тотош бер айы үтеп барыуға ҡарамаҫтан, Талбазы почтамты хеҙмәткәрҙәренең битарафлығы, яуапһыҙлығы һөҙөмтәһендә  был кешеләр һаман да гәзит-бүләкте алып уҡый алмай. Үҙ сиратыбыҙҙа был кешеләрҙән ғәфү үтенәбеҙ һәм Талбазы почтамты хеҙмәткәрҙәре кешеләре был мәсьәләне хәл итеүҙе тиҙләтер тип көтәбеҙ.
Шуны ла иҫкә төшөрөү урынлы булыр, 1 айға ғына яҙылыусылар артабан да "Табын” килеп торһон өсөн ағымдағы айҙың 25-енә тиклем почта бүлексәһенә барып, подписканы оҙайтырға онотмаһын ине.
Әйткәндәй, 1 февралдән икенсе ярты йыллыҡҡа ваҡытынан алда "Табын”ға яҙылыу башлана.