Гәзит-журналдарҙы - һәр йортҡа
06 апреля 2015 йыл | Матбуғат

Муниципаль район хакимиәте 2015 йылдың II ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Ҡарарҙа ауыл биләмәләре башлыҡтары, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, ойошмалар етәкселәренә 2015 йылдың
II яртыһына подписка кампанияһы барышын контролдә тоторға, ваҡытлы матбуғатты таратыуға һәм уға яҙылыуҙы әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән саралар уҙғарыуҙа редакцияларға һәр яҡлап ярҙам итергә, подписка өсөн яуаплы кешеләр тәғәйенләп, уның барышы хаҡында оператив мәғлүмәтте Муниципаль район Советына даими (30 апрелдә, 15, 30 майҙа, 15, 25 июндә) тапшырып торорға тәҡдим ителә.
Районда матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороуға яуап-лы итеп район Советы секретары Р.С.Ишмөхәмәтова тәғәйенләнә, ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Ш.Н.Хәбибуллинға  йөкмәтелә.