Ун көнлөктә өлгөрөп ҡалығыҙ!
08 мая 2015 йыл | Матбуғат

Ағымдағы йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуҙы әүҙемләштереү, халыҡҡа гәзит-журналдарға яҙылыу мөмкинлеге биреү маҡсатында 14 майҙан 23 майға тиклем Бөтә Рәсәй буйынса матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө уҙғарыласаҡ.
Был арала һәр кем 20 процент ташлама менән үҙе яратып уҡыған гәзит-журналға, шул иҫәптән район көҙгөһө булған "Табын”ға ла яҙыла ала. Шулай итеп, 14-енән 23 майға тиклем "Табын”ға 569 һум 40 тингә яҙылып буласаҡ. Йылдың-йылы гәзитебеҙгә даими яҙылып килгән уҡыусыларыбыҙ был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫ, ташламалы хаҡҡа "Табын”ға яҙылып өлгөрөр һәм әҙме-күпме аҡсаһын кеҫәһендә ҡалдырыр.
Ун көнлөктә "Табын”ға яҙылып өлгөрәйек, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ!