Дәүләт әһәмиәтендәге кампания
08 июня 2015 йыл | Матбуғат

Матбуғат сараларына яҙылыу кампанияһы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Әммә һөҙөмтәләр һөйөнөрлөк түгел.
28 майҙа уҙған кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова, Талбазы почтамты начальнигы Гүзәл Тимербулатова, почта бүлексәләре начальниктары, почтальондар, йәмәғәт башланғысында матбуғат таратыу-сылар ҡатнашты.
"Табын”, "Звезда” район
гәзиттәренә яҙылыу барышы хаҡында Ғафури районы буйынса
почта элемтәһе цехы начальнигы Гөлсинә Миндийәрова сығыш яһаны. Район үҙәгендәге ике почта бүлексәһендә, шулай уҡ күп кенә ауылдарҙа матбуғатҡа яҙылыу барышы ҡәнәғәтләнерлек түгел. Шул уҡ ваҡытта Яңғыҙҡайын, Аҡкүл почта бүлексәләренең эше башҡаларға өлгө итеп ҡуйылды. 28 майға ҡарата "Табын” гәзитенә  -1333, "Звезда” гәзитенә 1792 дана яҙҙырылған. Был 2015 йылдың 1 ғинуарға ҡарата 47,5 һәм 45,8 процент тәшкил итә.
Кәңәшмә барышында Руслан Йәғәфәр улы һәм Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙы матбуғатҡа яҙылыуҙы әүҙемләш-тереү кәрәклеген билдәләнеләр. Һәйбәт эшләгән һәм,  киреһенсә, артта һөйрәлеүсе почта бүлексәләренең сығыштары тыңланды. Кәңәшмә барышында дәүләт кимәлендәге кампанияны уңышлы атҡарып сығыу зарурлығы билдәләнде. Дөйөм алғанда, кәңәшмә эшлекле шарттарҙа үтте һәм уның һөҙөмтәләре булыр, тип ышанғы килә.