Көтөлмәгән бүләк бигерәк ҡәҙерле
28 декабря 2015 йыл | Матбуғат

-Бүләк отоуымды ялға ҡайтҡан улым Алмаз һөйөнсөләне, - ти Ҡауарҙынан Гөлгөнә Абдуллина. – Бығаса бер ҙә бүләк-фәлән отҡаным юҡ ине. Район гәзите беҙгә ғүмер буйы килә. Унһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
Гөлгөнә Ҡауарҙы мәктәбендә тарих, "Башҡортостан мәҙәниәте” фәндәрен уҡыта.
Таш-Аҫтынан ике ул әсәһе Миләүшә Әбелғужина ла, Гөлгөнә кеүек, район гәзитен "Йондоҙ” сағынан белә, "Табын”ға ла даими яҙылалар икән, бүләк отоуы ла тәүгеһенән.
Красноусолдан Әйүпова тигән гәзит уҡыусыбыҙҙы көтөңкөрәргә тура килде. "Гәзит кискә генә килгән, үҙебеҙ ҙә бүләк отҡанды һуңғараҡ белдек”, - ти ул. Бүләк эйәһе үҙенең әүҙемлеге, эшмәкәрлеге менән ярайһы танылған эшҡыуар Хәлимә апай булып сыҡты.
Шулай итеп, был бүләктәребеҙ ҙә үҙенең лайыҡлы эйәләрен тапты. Киләһе дүшәмбе тағы кемдәргә бәхет йылмайыр? Шулай уҡ "Бәхетле авто” бүләктәре кемгә тейерен дә асыҡлаясаҡбыҙ.
Табынға ярты йылға яҙылыу 719 һум 34 тин, пенсионерҙарға 666 һум 10 тин.
"Табын"ға тоғро ҡалайыҡ!