Бүләк отош тамамланды, гәзиткә яҙылыу дауам итә
30 декабря 2015 йыл | Матбуғат

Йәнә бер төркөм гәзит уҡыусыларыбыҙ "Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ының бүләктәренә эйә булды.
Дүшәмбе, 28 декабрҙә, алдан иғлан ителгәнсә, Район үҙәк почта бүлексәһендә йыйылған халыҡ алдында тәүҙә аҙна бүләге эйәләре, һуңынан "Бәхетле авто” бүләктәре хужалары асыҡланды.
"Аҙна һайын бер бүләк” еңеүселәре был юлы бына кемдәр булып сыҡты: Еҙем-Ҡарандан Флүр Рахманғолов (бүләк – салат һауыттары йыйылмаһы), Игенйылғанан Гөлфирә Ғәйнуллина (сәй һауыттары), Родина ауылынан Фәүзиә Ҡотлогилдина (плед). Уларҙы ҡотлайбыҙ һәм бүләк алырға 11 ғинуарҙа 11. 00 сәғәттә редакцияла көтөп ҡалабыҙ.
"Бәхетле авто” сараһы шарттары буйынса, район гәзитенә яҙылыу хаҡында квитанцияһын күрһәткән автоһәүәҫкәрҙәргә махсус наклейка бирелде, һәм улар наклейканы машинаһына йәбештереп, әйтелгән ваҡытҡа үҙәк почта бүлексәһе алдына килергә тейеш ине. Килеүселәр яңынан исемлеккә теркәлде (уйын шарты бу-йынса, бүләк эйәһе сараға килгән кешеләр араһынан асыҡланды). Бына лототрон әйләндерелә һәм берәм-берәм бәхетле һандар тартып сығарыла: Ҡаранйылғанан Ғәлиә Вәлиева, уға автомобилсе өсөн авария йыйылмаһы сыҡты. Артабан компрессорҙар Красноусолдан Земфира Ҡоломбәтова, Ибраһим ауылынан Мәҙинә Садиҡова, Табындан Рәйхана Сергеева һәм Красноусолдан Азамат Абдуллинға насип булды. Бүләкләнеүселәрҙең барыһын да ҡотлайбыҙ.
Ҡалған гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа үҙен отолғанға һанамаҫ: ярты йыл буйы аҙнаһына ике тапҡыр "Табын” үҙе өйөгөҙгә киләсәк, ил-көн, район яңылыҡтарын еткерәсәк, әңгәмәсегеҙ буласаҡ.
Тимәк, бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, тибеҙ!