Өйөрөлһөн, әйҙә, һары япраҡ
22 сентября 2016 йыл | Матбуғат, Йәмғиәт

Тиҫтерҙәре менән шау-гөр килеп йәмле Еҙемдә һыу инеүҙәр, емеш-еләккә йөрөүҙәр, төрлө уйындар уйнауҙар – ғәмһеҙ бала саҡ йылдары шулай үтә. Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары ла артта ҡала. Юлыҡ һылыуы Индира өлгөргәнлек аттестаты алыу менән Өфөгә юллана. Уҡытыусылар әҙерләгән Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Күңелле студент йылдары ла үтә тора. Уңышлы ғына уҡып йөрөһә лә уҡытыусы һөнәренең күңеленә ятмағанлығын аңлаған ҡыҙ өсөнсө курстан һуң уҡыуын ҡалдырырға ҡарар итә. Секретарь-машинист һөнәре ҡыҙыҡһындыра уны. Ә ауылға ҡайтҡас, район гәзитендә тап ошо эшкә кеше кәрәклеген белеп ҡалғас, икеләнеп тә тормай. Бына хәҙер 28 йыл редакцияла эшләй Индира Айҙар ҡыҙы. Үҙен гәзит эшенең бар нескәлектәренә төшөндөргән остаздарына рәхмәтле булһа, редакция коллективы ла хеҙмәткәренән бик уңа. Тиҙ арала үҙен йыйнаҡ, һәр эште еренә еткереп үтәй торған тырыш итеп күрһәткән Индира апай секретарь-машинист эшен ентекле өйрәнә, шул уҡ ваҡытта ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетын тамамлай. Ошо йылдар арауығында тормошҡа сығып ике балаға ғүмер бүләк итергә лә өлгөрә.
Һәр кем үҙ тәғәйенләнешенә хеҙмәт итергә тейештер инде. Күңеленә ятҡан гәзит эшендә үҙ урынын булдырған Индира Ишкина оҙаҡ йылдар "Табын” гәзитенең корректоры булып эшләне. Бар яҡлап та һәләтле апай һуңғараҡ ижади хеҙмәткәр булып күсте. Хәҙер Индира Айҙар ҡыҙы тиҫтә йылдан ашыу хәбәрсе эшендә, ижтимағи-сәйәси бүлек мөдире. Тынғыһыҙ журналист һәр саҡ эш өҫтөндә, ниндәй генә теманы яҡтыртмай ул, үҙенә генә хас стиле бар, яҙғандарын халыҡ яратып уҡый. Ғәҙел йәшәүҙе бар нәмәнән өҫтөн күргән Индира Ишкинаның мәҡәлә геройҙары – намыҫлы эшләп хаҡлы ялға туҡтаған аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, хәләл көсө менән мал табып йәшәгән ауыл уңғандары, изгелекле балалар үҫтергән ата-әсәләр, татыу ғаиләләр, ҡул эштәренә маһирҙар…
Индира Айҙар ҡыҙы РФ һәм БР Журналис-тар союзы ағзаһы. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бынан бер нисә йылдар элек БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Һан яғынан күп булмаһалар ҙа, ваҡыт менән дә, аҡса менән дә иҫәпләшмәгән, гәзиттең бер һанын һуңлатмай район халҡын төрлө яңылыҡ-хәбәрҙәр менән таныштырып барған редакция хеҙмәткәрҙәренә һоҡланыуымдың сиге юҡ. Коллективтың төп терәге булған Индира Айҙар ҡыҙына айырыу-са. Байтаҡ йылдар бер бүлмәлә ултырып эшләү дәүерендә уның яҡын кәңәштәрен, ярҙамын тойоп эшләргә тура килде. Ҡыҙ йондоҙлоғонда тыуғандарҙы үтә йыйнаҡ, тыйнаҡ, теүәллек ярата, аҙ һөйләп, күп эшләй торған тип ҡылыҡһырлайҙар. Индира апай тап шундайҙарҙан. Алһыу таңдар бәхет өләшкәндә тыуғандыр ул. Тормош иптәше  Уразбай Ирғәле улы менән үҙ ҡулдары, үҙ көстәре менән булдырған донъялары бигерәк күркәм. Ҡыҙҙары Эльнара Красноусол башҡорт гимназия-интернатын миҙалға тамамланы. Өфөлә Аграр университетты ла уңышлы уҡып бөтөп, әле Тольятти ҡалаһында эшләп йөрөй. Төрлө уңыштары менән ата-әсәһен һөйөндөрөп кенә тора уңған ҡыҙ. Ошо көндәрҙә ул әсәһенә ҙур бүләк яһаны: Индира Айҙар ҡыҙы Индонезияның Бали утрауына сәйәхәт итеп ҡайтты. Кондитер-ашнаҡсы һөнәренә эйә булған улдары Илгиз әле әрмегә саҡырыу көтә.
Индира Айҙар ҡыҙы бер туғандары – апаһы Зөһрә һәм һеңлеһе Таңсулпан менән дә үҙ-ара татыу, бер-береһенә кәрәк һәм терәк булып йәшәйҙәр.
…Тышта әбейҙәр сыуағы. Өйөрөлөп-өйөрөлөп һары япраҡтар оса. Красноусолдың дауахана ҡаласығы яғынан ыҫпай кейенгән, һомғол буйлы бер ҡатын атлай. Осраған таныштарын ихлас сәләмләп үтә. Өс тиҫтә йылға яҡын бер үк һуҡмаҡтан атлаған, һәр ваҡыт йәйәү йөрөргә яратҡан, әле бына ғүмеренең алтын келәменә аяҡ баҫҡан Индира Ишкина ул, һәр иртә шулай яратҡан эшенә ашыға. Алтын юбилейығыҙ менән, Индира апай! Һеҙгә артабан да матур, йөкмәткеле мәҡәләләрегеҙ менән гәзит уҡыусыларҙы ҡыуандырырға, тормош юлығыҙҙы тағы ла төрлө хистәр, төрлө төҫтәр менән балҡытып йәшәргә яҙһын!
Гөлсиә КӘРИМОВА.