Конкурс: “Юморесканы яҙып бөт!”
30 декабря 2016 йыл | Матбуғат, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Мин дә бына тәҙрәнән ҡышҡы елдәр менән шаярышып өйөрөлгән ҡар бөртөктәренә ҡарап уйға сумғанмын. Яңы йыл етә, тимәк, Ҡыш бабайҙың яңы мажаралары көтә алда. Мин уның менән булған һуңғы йылдарҙағы осрашыуҙарҙы иҫкә төшөрҙөм. Ҡайҙа ғына булмағанбыҙ ҙа, ниҙәр генә кисермәгәнбеҙ икән беҙ уның менән. Урманда аҙашып та йөрөнөк, иҫереп һалҡында ла туңдыҡ. Матур уйлы, ихлас күңелле, алсаҡ кешеләр менән дә, кирегә бөткән тиҫкәре йә эсергә яратҡандары менән дә осраштырҙы беҙҙе яҙмыш. Әле бына яҡты донъяларҙың ҡәҙерен белеп еткермәһәк тә, теге йылды, донъя бөтә икән тигән хәбәр таралғас, ҡояш һүнгәндән һуң тағы саҡ ҡына булһа ла йәшәп ҡалырға тырышып, май шәмдәре, аҙыҡ запасы туплар өсөн Ҡыш бабай менән икәүләп магазиндарға йүгергәнебеҙҙе иҫләһәм, әле лә йөрәк тертләп китә. Йоҡонан һаташып уянам. Эйе, әҙ күрмәнек мажараны. Күптәрен мин онотһам да, "Табын” гәзитен уҡыусылар хәтерләйҙер әле. Сөнки үҙҙәре лә беҙҙең менән бергә булды. Быйылғыһында ла бергә ҡалырбыҙ, моғайын. Тик әлегә күҙ алдына ла килтерә алмайым Ҡыш бабай менән яңы осрашыуҙы. Ниндәй мажаралар көтәлер?
…Уйҙарымды ҡатындың тауышы бүлде:
- Һиңә әйтәм, ашарға бешкән, ашайһыңмы? – тип йомшаҡ ҡына өндәшә. Элеккесә: "Аш һалдым, кил, ултыр!” – тимәй.
Бының да сәбәбе бар. Йәй көнө ҡан баҫымы күтәрелеп киткәс, Өфөгә барып табиптарға күренгәйнем. Анализдарҙы алып тикшергәндән һуң: "һимерә башлағанһың, әҙерәк ябыҡһаң, сирең бөтөр”, - тип ҡайтарҙылар. Бер-ике ай үткәс йәнә килдем шул уҡ табиптарға. Был юлы күҙҙәрен дә йоммай: "Үтә ябыҡһың, ағай, әллә өйөңдә ашарыңа юҡмы? Былай барһа, аяҡ һуҙырға ла күп ҡалмаҫ”, - тип яңы диагноз ҡуйҙылар.
Ҡатын да шуға аптырай инде. Ашатһа ла ҡыйын, ашатмаһа ла. Нисәмә тиҫтә йыл бергә йәшәгәс, яңғыҙ ҡалғыһы килмәй, әлбиттә. Уға яуап ҡайтарып өлгөрмәнем, уйнарға сыҡҡан ейәнебеҙ беҙҙең ҡотто алып ҡысҡырып, әллә илап, әллә көлә-көлә килеп инде. Көрткә сумып ап-аҡ булған. Үҙенең ауыҙы йырылған.
- Олатай, өләсәй, әйҙәгеҙ тиҙерәк, унда… унда… - тине лә йыш-йыш тын алыуҙан һүҙен дә әйтә алмай, ҡабат сығып китте.
Тәҙрәгә күҙ һалһам, кешеләр ауыл уртаһында ултырған мәҙәниәт йортона табан йүгерешә. Элегерәк заманда һинд киноһы килгәндә клубҡа шулай эркелерҙәр ине. Хәҙер ни, Өфө әртистәре үҙҙәре килеп сыҡһа ла, ярты клуб та тамашасы йыйылмай. Әле, ана, бер-береһе менән уҙышып шул яҡҡа йүгерешәләрсе.
- Нимә булған унда? – тип ҡысҡырам тәҙрәне асып.
- Бындайҙы, ошо йәшкә етеп, күргән дә, ишеткән дә юҡ ине. Ғәләмәт инде, ғәләмәт, - 80 йәште уҙған ағай шулай тине лә, бер ынтылыуҙа йәштәрҙе лә уҙып китте.
Ысынлап та, ни булған һуң? Ҡабаланып кейенә башланым. Ҡатын инде ашығыуҙан бер аяғына итек, икенсеһенә быйма эләктереп сығып бара. Мин дә, нисек етте шулай кейенеп, урамға сыҡтым. Ни булған унда? Тағы ла ниҙәр кисерермен, ниндәй мажаралар көтә, - тигән тулҡынланыулы уйҙа һөрлөгөп йығыла-йығыла кешеләргә эйәрҙем. Ә унда…
Фәрғәт ҒӘЛИН.

Конкурс дауам итә
…Ә унда нимәләр булып ятҡанын асыҡлауҙы ошо рубриканы башлап ебәргән Фәрғәт Ғәлин "Табын”ды уҡыусылар ихтыярына ҡалдыра.
Конкурсыбыҙ үҙенә күрә юбилей йәшенә еткән имеш: был сығарылыш – унынсыһы. Шуға гәзит уҡыусыларыбыҙ, халыҡсан юмор оҫталары үҙҙәренең бай фантазияһын ныҡлы эшкә егеп, Ҡыш бабайҙың үҙҙәре уйлап сығарған ғәжәйеп мажараларын редакцияға әүҙем генә ебәрер тип көтөп ҡалабыҙ.
Юморесканың дауамдары февраль башына тиклем ҡабул ителә.