Беҙҙең лауреат
30 декабря 2016 йыл | Матбуғат, Йәмғиәт

2016 йылда был маҡтаулы исемгә Игенйылға ауылында йәшәүсе Зилә Сәйетбаттало-ва (һүрәттә) лайыҡ тип табылды.
З.Сәйетбатталованың исеме "Табын”ды уҡыусыларға күптән таныш. Үҙенә генә хас яҙыу стиле, эргәбеҙҙә барған ваҡиғаларға үҙ ҡарашы, фекере булыуы, юғары гражданлыҡ позицияһы менән айырылып тора уның мәҡәләләре. Ул шулай уҡ шиғырҙар ҙа яҙа.
"Тәүге шиғыр миңә төштә килде, - тип иҫкә ала ул үҙе. – Тиҙ генә тора һалып, уны яҙып ҡуйҙым. Уға тиклем бер ҡасан шиғыр яҙмаған кешегә юғарынан бирелгән бер мөғжизә тип ҡабул иттем быны. Мәҡәләләрҙе лә шул осорҙа яҙа башланым”.
 Тормоштоң төрлө сағы була. Бер ара яҙышыуҙан һүрелеп торған Зилә Миңлеғәле ҡыҙының яңынан ҡулына ҡәләм алып, үҙ төбәгендә башҡарылған яҡшы эштәр, матур күңелле ауылдаштар, уларҙың ҡыҙыҡлы йәшәйеше хаҡында дәртләнеп, илһамланып яҙышыуын дауам итеүе беҙҙең, редакция хеҙмәткәрҙәре, өсөн дә ҙур шатлыҡ булды. Уға артабан да емешле ижад, ижади хеҙмәттәшлек теләп ҡалабыҙ һәм, әлбиттә, лауреат булыуы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.