Конкурс: “Юморесканы яҙып бөт”
22 февраля 2017 йыл | Матбуғат

Зал тулы халыҡ, ә сәхнә түрендә ҙур тоҡ тотҡан Ҡыш бабай ниҙер һөйләй: мин шулай ҙа, мин былай, мин бик шәп, аҡыллы, имеш. Беҙҙең ауыл кешеһенә бер ҙә оҡшамаған, шулай ҙа ҡайҙалыр күргәнем бар һымаҡ:ерән сәсле, ерән ҡашлы, ә йөҙө ҡаймаҡ урлап ашаған бесәйҙе хәтерләтә. Башындағы кәпәсе лә әллә нисек кенә, биҙәктәре ниндәйҙер хәрефтәргә оҡшаған. Ә-ә-ә, кәпәс түгел, "ваучер” тигән һүҙҙән әтмәләнгән таж кейеп алған даһа был. Тоғоноң тышында ла яҙыу бар икән:”прихватизация!”. Нисә триллион доллар һыйҙырған икән был тоҡ?! Әммә Ҡыш бабай байлығы менән бүлешергә йыйынмай, ә һаман да беҙҙе таларға уйлай икән дә, тел төбө шуға тартыла. Йән асыуыма:”Долой!” тип ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Шуны ғына көтөп торғандар тиерһең, бөтә халыҡ дыу килеп;”Долой! Долой! Вон бынан!”- тип ҡысҡыра, һыҙғыра башланы. Ерән бабай шыпа тулы ауыр тоғон һөйрәтеп сығып ҡасты.
Улай ҙа булманы, тағы бер Ҡыш бабай пәйҙә булды. Бер ҡулында буш тоҡ, икенсеһендә - айпад. Иҫәнләшеү-сәләмләшеү юҡ, сәхнә буйлап кемделер әллә эҙләй, әллә баҫтыра. Таныныҡ: был покемондар аулаусы, ҡышҡы ваҡыт эйәһе булараҡ бөтә илгә танылыу алған ҙур ғына түрә бит! Үҙ шөғөлө менән ныҡ мауығып киткән ахыры, аҫта ултырған, баҫып торған халыҡҡа иғтибар ҙа итмәй.  Беҙ ҙә кеше бит, шаулаша башланыҡ. "Аҡса юҡ, һеҙ бында түҙегеҙ инде. Һаулыҡ һәм бәхет һеҙгә!” Шунан ҡырт ҡына боролдо ла, уҫал ғына тауыш менән: " Ә прогрессив налог шкалаһы тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел, ҡағылаһы булмағыҙ!”- тине лә, һаман да үҙенән нимәлер өмөт итеп торған халыҡҡа ҡабат әйләнеп тә ҡарамай, покемондар эҙәрлекләп микән, нисек килеп кергән, шулай сығып та китте. Тын алып та өлгөрмәнек:”Һеҙҙә бәрәңге бик уңған икән, ҡураларығыҙҙа малдарығыҙ ҙа ара-тирә күренгеләй, урмандарығыҙ төрлө еләк-емеш, бәшмәк, күлдәрегеҙ балыҡ менән мыжғып тора, ә ҡаҙнала елдәр уйнай!”- тип күҙҙәренән уттар сәсеп, яман уҫал тауышы менән ҡотто осорорҙай тауышы менән сираттағы Ҡыш бабай килеп керҙе. "Беҙҙең менән бүлешергә башығыҙға ла инеп сыҡмай, вәт, әй, халыҡ! Ҡары ла бит әле, бигерәк мул төшкән. Уға ла яһаҡ һалмай булмаҫ. Ниндәй саф һауа һулап йәшәйһегеҙ! Ярай, һулағыҙ, уныһына теймәй торабыҙ! Был ҡомһоҙ үә ҡотһоҙ бабайҙы ла артына тибеп, елкәһенә төртөп ҡыуҙыҡ, бик тә асыуға тейҙе. Ҡасан үҙебеҙҙең һөйөклө Ҡыш бабайыбыҙ килә инде, тип кенә торғанда: "Эһе-һей! Кемгә Ҡыш бабай бүләге? Яңы йыл бүләктәре? Бөтәгеҙгә лә именной бүләктәр! Берегеҙҙе лә мәхрүм итмәйбеҙ!”- тип һөрәнләп тағы бер Ҡыш бабай килеп керҙе. Йөҙө һөйкөмлө, теле татлы булһа ла, әллә ниндәй яҡшылыҡтар көтөргә булмайҙыр, тигән фекергә килә һалдыҡ. "Йомарт” Ҡыш бабайыбыҙ ҙа күптәнге танышыбыҙ булып сыҡты: бөтә ил буйынса ҡала-ара электричкаларҙы бер йыл туҡтатып торған тылсым эйәһе икән дә. Тағы нимә күрһәтер икән: тылсыммы, әллә сихырмы? Ниҙән ғибәрәт икән был серле бүләктәр, тип торғанда, Ҡыш бабай тағы ла телгә килде: - Әйҙәгеҙ, килегеҙ, күрегеҙ, үҙегеҙгә тәғәйен бүләк –номерҙарығыҙҙы, чиптарығыҙҙы алығыҙ!
90-сы йылдарҙа чектар таратҡайнылар, бәлки чиптар ҙа арыу ғына нәмәләрҙер. Шик-шөбһәләремде, ҡыҙыҡһыныуым еңеп, ни булһа ла булыр, тинем дә, киттем бүләк алырға. Ә Ҡыш бабай малға укол һала торған һымаҡ пистолет-шприц килтереп сығарҙы ла "шап!” маңлайға. "Ҡотлайым, һин хәҙер Алла Пугачева!” тигән тауыш ишетелде. Сәхнә артындағы көҙгөгә күҙ һалам, - унан миңә ып-ысын Алла Борисовна ҡарап тора. Миңә ҡапыл еңел булып китте, күңелем мин-минлек, үҙ-үҙемә һоҡланыу хистәре менән тулды, сәхнә буйлап йырлап киттем. "А-а-арлекино, Арлекино...” Ә халыҡ зыҡ ҡуба: "Наҙайыл Пугачевағыҙ, етер уға, йәштәргә, башҡаларға юл бирһен! Үҙебеҙҙең ауылда ла йырсылар етерлек, улар йырлаһын!”
Ә Ҡыш бабай һаман һөрәнләй:
- Эй, кем Супермен булырға теләй? Кемгә Терминатор чипы кәрәк?
Шунда берәү Суперменға әүерелеп, кешелектеме, донъянымы ҡотҡарырға, уҡтай атылып клубтың түшәмен тишеп сығып осто. Иң беренсе үҙебеҙҙе бынауы ҡотһоҙҙарҙан ҡотҡарырға кәрәк тә бит, үҙ ихтыяры менән йөрөй алмайҙыр шул беҙҙең Супермен. Пульт бит улар ҡулында! Шул арҡала бит бына мин дә һис туҡтала алма-
йым, йырлайым да, йырлайым. "Миллион раузалар” ҙа ҡалманы, "Эй, һеҙ ундағы юғарылағылар” ҙа... Инде ҡысҡырып арыған халыҡ серек йомортҡалар, помидорҙар тондора башланы.
Долларҙар тултырылған сумаҙанын тотоп водолаз кейемендәге Ҡыш бабай ҙа килеп етте. "Иҡтисадыбыҙ арыу ғына әле, төбө күренмәй, тип һөйләй генә башлағайны, әллә ҡайҙан ФСБ -шниктар килеп сыҡтылар ҙа, ҡулдарына бығау һалып алып та киттеләр.
Ҡапыл клуб эсе тып-тын булып ҡалды. Ҡыш бабайҙарҙың иң ҙуры – бөтә ҡиәфәте әйтеп тора - килгән икән. "Тағы ла мине һайлап ҡуймағанығыҙ өсөн рәхмәт! Тик һеҙ нисек минән һаман ялыҡманығыҙ? Мин дә бынау Алла Борисовна һымаҡ, бик күптәнге бит инде...”
Мин дә мах бирмәйем, бөтә көсөмдө йыйып "Королдәр бөтәһен дә булдыра ала, тик һөйгәндәре менән ҡауыша алмайҙар”,- тим тегеңә төрттөрөп. Шул саҡ ҡолаҡ төбөндә генә ҡул саба башланылар.
- Әһә, аплодисменттар! Үҙем йырлайым, үҙем бейейем. Ах!  Сәхнәнең ситенә килеп еттем дә, яҙа баҫып аҫҡа остом. Аңыма килһәм, дөм ҡараңғы.
... Мин күҙемде астым. Баш осомда аҡтан кейенгән өрәк баҫып тора.
- Мин Алла Пугачева бит! - тим
Пугачева булмағайың, суртым бул, тик миңә йоҡларға ирек бир,- ти өрәк хәләл ефетем тауышы менән.
- Хырлап йонсотҡаны етмәгән, йәшелле-күкле тауышы менән йырлап ята бит әле, Пугачева!
- Ә Ҡыш бабай ҡайҙа? - тим.
- Көнө-төнө Интернетта ултыра торғас, әллә хыялый булды инде?! Ай-бай, бөгөн бигерәк шашты, ватам шул компьютырыңды, - тип яртым йоҡларға ятты.
Төшөмдә күргән-кисергәндәремдән һуң йәнкиҫәккәйемдең һуҡраныуҙары һандуғас моңо булып ишетелде.
Әле булып үткән хәлдәрҙән һуң йоҡлай алмай яттым-яттым да, тышҡа сыҡтым.
Ә тирә-яҡ шундай саф, шундай гүзәл! Елбәҙәкләп ҡар яуа. Фонарь яҡтыһында улар төрлө төҫкә инеп емелдәшәләр. Ҡар бөртөктәре менән бергә ап-аҡ илаһи моң ағыла.
Ә Яңы йылды беҙ бик күңелле ҡаршыланыҡ. Ҡыш бабай бүләктәр таратты, үҙенең юлда күргән мажаралары тураһында һөйләп көлдөрҙө лә, көйҙөрҙө лә. Ул турала, хөрмәтле "Табын” даштар, мин һеҙгә икенсе күрешкәндә һөйләрмен инде.
Рәмилә ИБРАҺИМОВА.
Игенйылға ауылы.