Һанаулы ғына көндәр ҡалды
22 декабря 2017 йыл | Матбуғат

Һанаулы ғына көндәр ҡалды
Һанаулы ғына көндәр ҡалдыПодписка кампанияһы тамамланыуға ла һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. 21 декабргә ҡарата "Табын”ға ни бары 1776 кеше яҙылған. Ҡайһы бер почта бүлексәләренең, ауыл биләмәһе башлыҡтарының, предприятие, ойошма, учреждение етәкселәренең матбуғат баҫмаларына яҙҙырыуҙы һүлпән ойоштороу һөҙөмтәһе был.
Шул уҡ ваҡытта киләһе йылда ла беҙҙең менән бергә ҡалыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре, төрлә йәштәге кешеләр бар. "Аҙна һайын бүләк” отошонда еңеү яулаусылар аша быны яҡшы беләбеҙ.
Декабрь айында уҙғарылған тәүге отош-та еңеүсе, Тайыш ауылынан хеҙмәт ветераны Фәйез ағай Сөләймәнов бүләген һуңлаңҡырап килеп алды.
-"Табын” гәзитен сыға башлаған көндән алдырып уҡыйым. Элек колхозда урта звено белгесе, башҡа эштәрҙә эшләнем. 7-8 дана гәзит-журнал алдырып уҡый инем. Бөгөн иһә төп таянысым "Табын” һәм уны башынан аҙағына тиклем уҡыйым. Ә бына тәүге биттәге "Матбуғат” рубрикаһын нишләптер уҡымағанмын. Үҙемдең бүләк отоуымды Имәндәш ауыл китапханаһында ғына ишеттем, шуға ла һуңғараҡ ҡалынды инде,- ти ул беҙҙән ғәфү үтенеп.
Ә бына икенсе отошта еңеү яулаған Красноусолдан Гөлназ Мирхәйҙәрова "Еңеү ирекмәне” берләшмәһенең урындағы бүлексәһе етәксеһе – Красноусолдағы 2-се мәктәп директоры урынбаҫары булып сыҡты. Башҡа бүләк отоусылар – Еҙем-Ҡаран ауылынан Илүс Ғиззәтуллинды (М.Ғафури урамы, 42), Йөҙимәндән Рәшиҙә Яхинаны (Еңеүҙең 30 йыллығы урамы,4) һәм Аҡкүл ауылынан Әнисә Арипованы (Ленин урамы,88) редакциянан бүләктәрен килеп алыуҙарын һорайбыҙ. Башҡаларҙы иһә ҡалған көндәрҙә гәзитебеҙгә яҙылып ҡалырға саҡырабыҙ.
"Табын”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы – 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075), бер йылға яҙылыу хаҡы 1528 һум 38 тин (00122) тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән дә гәзитебеҙгә яҙыла ала. Бындай осраҡта гәзит хаҡы 630 һум тора һәм редакция почтальондары таратасаҡ. "Табын”дың электрон вариантына 521 һумға яҙылырға була.
 "Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!