Подписка оҙайтылды!
29 декабря 2017 йыл | Матбуғат, Йәмғиәт

Подписка оҙайтылды!
Подписка оҙайтылды!Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Бына һеҙ "Табын” гәзитенең 2017 йылғы һуңғы һанын да ҡулығыҙға алдығыҙ. Йыл һуҙымында бер нисә тапҡыр "Аҙна һайын бүләк” отошо уйнатылды. Ошо отошта еңеү яулаусыларҙы тағы ла бер тапҡыр ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.
-"Табын” гәзитен күптән алдырып уҡыйым. Гәзит яҡшы кешеләр, изге эштәр хаҡында һөйләп халыҡты иманға, әҙәплелеккә өндәй. Үҙем намаҙҙағы кеше булараҡ дини темаларға яҙылған мәҡәләләрҙе һәм "Иман” махсус битен яратып уҡыйым. Район халҡының һәммәһен дә Яңы йыл менән ҡотлайым, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем, - ти Аҡкүл ауылынан бүләк алырға килеүсе Әнисә Арипова.
Еҙем-Ҡаран ауылынан килгән Илүс Ғиззәтуллин да үҙенең изге теләктәрен еткерҙе.
Матбуғатҡа яҙҙырыу барышында беҙгә ихлас ярҙам итеүсе почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә, ауыл биләмәһе башлыҡтары, ойошма, учреждение етәкселәренә, йәмәғәт башланғысындағы матбуғат таратыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шуныһын да еткерәбеҙ, гәзит уҡыусыларҙың һорауы буйынса подписка 2018 йылдың 15 ғинуарына тиклем оҙайтыла. Шуға ла "Табын”ға кемдәр яҙылып өлгөрмәгән булһа, ошо арауыҡта яҙылып ҡалығыҙ.
"Табын”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы – 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075) тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән дә гәзитебеҙгә яҙыла ала. Бындай осраҡта гәзит хаҡы 630 һум тора һәм редакция почтальондары таратасаҡ. "Табын”дың электрон вариантына 521 һумға яҙылырға була.
Киләһе йылда ла бергә ҡалайыҡ!