Ваҡыт көтмәй
19 июня 2018 йыл | Матбуғат

Ваҡыт көтмәйМатбуғат баҫмалары өсөн ҡыҙыу мәл: гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы осланыуға табан бара. Талбазы почтамтынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һандар бик һөйөнөслө түгел: "Табын”ға  әлегә бер мең самаһы  кеше генә яҙылған. Йәғни гәзитебеҙҙе  әле алдырып уҡыусыларҙың яртыһы ғына киләһе ярты йыллыҡҡа подписканы оҙайтҡан. Ә ҡалған яртыһы ҡайҙа?
Улар көнө йылды туйҙырыр йәйге эштәр менән онотолоп киткәндәрҙер,  тип ышанайыҡ. Йылдар буйы килгән дуҫлыҡты  уҡыусыларыбыҙ донъя мәшәҡәттәренә алмаштырмаҫ, күп тигәндә бер нисә сәғәт ваҡытын һәм 630-835 һум аҡсаһын  ярты йыл буйы аҙнаһына ике мәртәбә өйгә киләсәк яҡын кәңәшсе, район яңылыҡтарын, ил-көн хәбәрҙәрен еткереп тороу-сы тоғро дуҫ өсөн бүлер тип уйлайбыҙ. Ашығығыҙ, дуҫтар, ваҡыт көтмәй!
Әйткәндәй, гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләк уйнатыу дауам итә.
Вәғәҙә ителгән "Бәхетле авто” бүләктәре иһә 27 июндә 11.00 сәғәттә  уйнатыласаҡ. "Табын”ға яҙылып, квитанцияһын  ошо отошҡа ҡалдырған автоһәүәҫкәрҙәрҙе Ғафури мәғлүмәт үҙәгенең (Красноусол ауылы, Фрунзе урамы, 33) беренсе ҡатында көтәбеҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:  "Табын”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы - 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075) тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысулға яҙыла ала һәм бындай осраҡта гәзит хаҡы 630 һум тора һәм уны редакция почтальондары таратасаҡ. "Табын”дың электрон варианты алты айға – 522, бер айға 87 һум.
"Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!