Яҙылғандар ота
26 июня 2018 йыл | Матбуғат

Яҙылғандар ота"Их! Аҡса килеп етмәй ҡалды, гәзиткә яҙылырға өлгөрмәнек!” – тип үкенеүселәрҙең теләгәне алдына килеп, район гәзиттәренә яҙылыу 15 июнгә тиклем оҙайтылды.  
Әйткәндәй, "Яҙылғандар ота” тип йәм өсөн генә әйтмәйбеҙ. Алдан уҡ яҙылғандар гәзитле лә, бүләкле лә булып ҡыуанышты. Һүрәттә шундайҙарҙан  ғүмер буйы Имәндәш ауыл хакимиәтендә баш бухгалтер булып эшләгән Фәнизә апай Ишемйәрова менән Табын ауылынан 83 йәшлек Райхана апай Кәримова үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрен алып, матур теләктә ҡайтып китте.
Йәнә бер бүләк отошо – "Бәхетле авто” еңеүселәрен иртәгә, 27 июндә иртәнге сәғәт 11-ҙә асыҡлаясаҡбыҙ: квитанцияларығыҙҙы алып (алдан редакцияла ҡалдырған булһағыҙ ҙа ярай) Ғафури мәғлүмәт үҙәгенә килегеҙ. Отош йыйылған кешеләр араһында ғына уйнатыла. Гәзит хаҡтарын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ярты йылға – 835 һум 26 тин, пенсионерҙарға 764 һум 16 тин, альтернатив яҙылыу (Красноусолда таратыла) 630 һум, электрон гәзит 522 һум, бер айға 87 һум.