Ун көнлөктә яҙылып ҡалығыҙ!
07 декабря 2018 йыл | Матбуғат

Ун көнлөктә яҙылып ҡалығыҙ!Декабрҙең 3-нән 13-нә тиклем Матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө бара. Ошо арауыҡта барлыҡ матбуғат баҫма-

ларына, шул иҫәптән район гәзит-тәренә, ташламалы хаҡҡа яҙылып була.
Бындай форсаттан файҙаланып, яратҡан баҫмаларығыҙға яҙылырға ашығығыҙ, дуҫтар! Ун көнлөктә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәм инвалидтар "Табын”ға 658 һум 98 тингә, пенсионерҙар 728 һум 46 тингә, башҡалар 795 һум 66 тингә яҙыла ала. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән 645 һумға яҙылһа, гәзиттең электрон версияһына 522 һумға яҙыла алаһығыҙ.
"Табын” гәзитен киләһе йылда ла алдырасаҡ гәзит уҡыусылар араһында "Аҙна һайын бүләк” отошо дауам итә. Сираттағы аҙна еңеүсеһе Илдар Суфиянов редакциянан бүләген килеп алды ла инде. "Оҙаҡ йылдар Салауат исемендәге колхозда эшләп хаҡлы ялға сыҡтым, "Табын” гәзитен ғүмер буйы алдырабыҙ, ғаиләбеҙ менән яратып уҡыйбыҙ,” – тип рәхмәтен еткерҙе. Әлеге аҙна еңеүсеһе Н.Күсәрбаеваны (Табын ауылы, Совет урамы, 7/1) шаршамбы көнө редакцияла көтәбеҙ. "Табын”ға яҙылып өлгөрмәгәндәр тиҙерәк гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен редакцияға ебәрегеҙ. Шуны ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: йыл аҙағында "Табын” гәзитенә яҙылыусылар араһында супер-бүләк – велосипед уйнатыласаҡ!
"Табын” менән бергә булығыҙ, дуҫтар!