“Матбуғатҡа яҙылыусы” аҙналығы бара
18 декабря 2018 йыл | Матбуғат

“Матбуғатҡа яҙылыусы” аҙналығы бараХөрмәтле райондаштар!
2019 йылдың беренсе ярты йыллығына "Табын” гәзитенә яҙылып өлгөрмәгәндәр өсөн 17 декабрҙән 21-нә тиклем "Матбуғатҡа яҙылыусы” аҙналығы иғлан ителде. Ошо арауыҡта квитанцияларын редакцияға килтергәндәр араһында бүләк отоусылар билдәләнәсәк.
"Табын”ға ярты йылға 884 һум 10 тингә, ә пенсионерҙар 806 һум 40 тингә яҙыла ала. Һуғыш ветерандарына һәм инвалидтарға 732 һум 18 тин тора. Красноусолда йәшәүселәр альтернатив ысул менән 645 һумға яҙыла ала. Шулай уҡ www.rbsmi.ru порталында шәхси кабинетҡа инеп, 522 һумға гәзиттең электрон вариантына яҙылып була.
Шуны ла хәбәр итәбеҙ: 26 декабрҙә "Табын” гәзитенә яҙылыусылар араһында  матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының төп призы – 16 тиҙлекле "Форвард” велосипеды уйнатыласаҡ!