Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
24 марта 2016 йыл | Матбуғат

Хәҙер гәзит-журналдарға өйҙән сыҡмай ғына, интернет аша онлайн тәртиптә яҙылырға була. Быны нисек эшләргә?

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!1. www.rbsmi.ru сайтына инегеҙ.

2. Төп биттә "Подписка” тигән пунктты һайлағыҙ.

3. Үҙегеҙ алып уҡырға теләгән баҫманы һайлағыҙ.

4. Заказ бланкын тултырығыҙ.

5. Аҡсаһын Яндекс. Деньги йәки Робокасса аша түләгеҙ.

Үҙегеҙ ҙә яҙылығыҙ, яҡындарығыҙҙы яҙҙырығыҙ, дуҫтарығыҙға ла әйтегеҙ!

 

“Табын” дуҫтарын йыйҙы
15 февраля 2016 йыл | Матбуғат

"Табын” гәзите сыға башлаған тәүге көндән алып, бына 25 йыл инде халыҡ менән бергә йәшәй. Райондың һәр ауылында тиерлек даими яҙышып торған авторҙарыбыҙ бар. Һуңғы йылдарҙа уларҙың сафы яңы көстәр менән тулыланыуы һәйбәт күренеш, әлбиттә. Редакция коллективының ауыл хәбәрселәре менән осрашып, гәзиттең уҙған йылғы эшмәкәрлеген анализлап, киләсәккә маҡсаттар билдәләүе матур йолаға әйләнде.

Гәзитебеҙгә сирек быуат
11 января 2016 йыл | Матбуғат, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Бына тағы ла бер йылыбыҙ үтеп китте һәм Яңы йылға яңы өмөттәр менән аяҡ баҫтыҡ. Яңы йылды "Табын” гәзите үҙенең күркәм юбилейы – 25 йәше менән ҡаршылай. Эйе, бынан сирек быуат элек район зыялыларының тырышлығы һәм тәүге мөхәрриребеҙ Ниязбай Булатбай улы Сәлимовтың ныҡышмалылығы менән саф башҡорт телендә үҙаллы гәзит донъя күрҙе.

Беҙ юл ярыусылар булдыҡ
11 января 2016 йыл | Матбуғат

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, республикабыҙҙа милли хәрәкәт көсәйеп, халыҡтың үҙаңы күтәрелә барған мәлдә, райондаштарымдың рухи ихтыяжы булып барлыҡҡа килгән «Табын» гәзитенә сирек быуат та булып киткән. Ул - Башҡортостанда иң тәүгеләрҙән булып дубляж, йәғни тәржемә хәленән арынып, саф башҡорт телендә нәшер ителгән баҫма. Был тарихи факт менән ғафуриҙар хаҡлы рәүештә ғорурлана ала.

Бүләк отош тамамланды, гәзиткә яҙылыу дауам итә
30 декабря 2015 йыл | Матбуғат

Йәнә бер төркөм гәзит уҡыусыларыбыҙ "Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ының бүләктәренә эйә булды.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 18 19 20 21 22 23 24 25 26 ... 35