Гәзит-журналдарҙы - һәр йортҡа
06 апреля 2015 йыл | Матбуғат

Муниципаль район хакимиәте 2015 йылдың II ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Ҡарарҙа ауыл биләмәләре башлыҡтары, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, ойошмалар етәкселәренә 2015 йылдың
II яртыһына подписка кампанияһы барышын контролдә тоторға, ваҡытлы матбуғатты таратыуға һәм уға яҙылыуҙы әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән саралар уҙғарыуҙа редакцияларға һәр яҡлап ярҙам итергә, подписка өсөн яуаплы кешеләр тәғәйенләп, уның барышы хаҡында оператив мәғлүмәтте Муниципаль район Советына даими (30 апрелдә, 15, 30 майҙа, 15, 25 июндә) тапшырып торорға тәҡдим ителә.
Районда матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороуға яуап-лы итеп район Советы секретары Р.С.Ишмөхәмәтова тәғәйенләнә, ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Ш.Н.Хәбибуллинға  йөкмәтелә.

Тәүге бүләктәр “Табын”дан булды
21 января 2015 йыл | Матбуғат

Тәүге бүләктәр “Табын”дан булды- Яңы йыл "Табын” бүләгенә лайыҡ булыуыбыҙ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙән башланып китте. Тотош йыл һуҙымында тормошобоҙҙа шатлыҡ-һөйөнөстәр, уңыштар ғына булһын инде, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Ҡауарҙы ауылынан Мөхәмәт Абдуллин. Ул – 2015 йылдың беренсе яртыһына "Табын”ға яҙылып бүләк отоусыларҙың береһе. Иншалла, шулай булһын, "Табын” менән йыл һуҙымында һәр өйгә һөйөнөслө хәбәр, уңыш, бәрәкәт килһен.

Иғтибар үҙәгендә – матбуғатҡа яҙҙырыу
26 ноября 2014 йыл | Матбуғат

24 ноябрҙә БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов  2015 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу бу-йынса видеоселектор кәңәшмәһе уҙғарҙы. Уның эшендә "Рәсәй Почтаһы”ның филиалы, БР Федераль Почта элемтәһе идаралығы директоры Ирек Ғәлимов һәм ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыуға яуаплы етәкселәр ҡатнашты.

Һынауҙа һынатмайыҡ!
24 ноября 2014 йыл | Матбуғат

- "Табын”дың шәмбе һаны булманы. Почтальоныбыҙ редакциянан таптырығыҙ, тине. Гәзитте бөтә уҡыусыларға ла етерлек итеп баҫтырмайһығыҙмы   ни? – аҙнаның тәүге эш көнө ошондай шылтыратыуҙарҙан башланды. Уларҙың һәр береһенә гәзит булмауҙың сәбәбен аңлатып бирергә тура килде. Эйе, үткән шәмбе Талбазы почтампынан Красноусол почта бүлексәһенә 100 дана "Табын”ды ебәрергә "онотҡандар”. Һөҙөмтәлә, был һан уҡыусыға шаршамбы көнө генә барып етте.

Ун көнлөктә яҙылып өлгөрөгөҙ!
01 октября 2014 йыл | Матбуғат

4 октябргә тиклем гәзитебеҙгә осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылырға мөмкин булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. "Табын”дың дуҫтары был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫ,  гәзиткә дәррәү яҙылырҙар тип өмөтләнәбеҙ. Шулай итеп, 4 октябргә тиклем һеҙ "Табын”ға 585 һум 24 тингә, пенсионерҙар – 534 һум 34 тингә яҙыла алаһығыҙ. Шәмбе һанын ғына алдырырға теләүселәр 6 айға 387 һум 72 тингә, пенсионерҙар 349 һум 92 тингә яҙыла ала.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 21 22 23 24 25 26 27 28 29 ... 35