Байрамығыҙ менән!
07 июля 2017 йыл | Матбуғат, Йәмғиәт

Хөрмәтле почта хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ.
Почта хеҙмәте – ул борон-борондан йәмғиәт тормошонда айырым урын биләгән әһәмиәтле тармаҡ. Ул илдең иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә, халыҡҡа киң аралашыу мөмкинлеге бирә, халыҡ араһында абруй һәм ҙур һорау менән файҙаланыла. Яңы технологиялар нигеҙендә заманса хеҙмәттәр булдырыу менән бергә һеҙ, почта хеҙмәткәрҙәре, халыҡҡа матбуғат баҫмаларын, хаттар һәм башҡа корреспонденцияларҙы, пенсия, пособиеларҙы үҙ ваҡытында алып барып еткереп, ҙур эш башҡараһығыҙ. Коммуналь түләүҙәр, электрон юл менән аҡса ҡабул итеү, банк картаһы ярҙамында төрлө операцияларҙы һәм башҡа эштәрҙе башҡарыу – һеҙҙең көндәлек көсөргәнешле хеҙмәт. Артабан да халыҡ өсөн ябай һәм ышаныслы хеҙмәттәр күрһәтеүҙә намыҫлы эшләрһегеҙ, тип ышанам. Ныҡлы һаулыҡ, тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар, ғаиләгеҙҙә именлек теләйем. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән һәр бер йортҡа яңылыҡтар, шатлыҡ-һөйөнөстәр генә килеп торһон. Байрамығыҙ мөбәрәк булһын!
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

Подписка оҙайтыла
04 июля 2017 йыл | Матбуғат

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Ун көнлөктә кемдәр "Табын” гәзитенә яҙылып өлгөрмәгән, подписка 15 июлгә тиклем оҙайтыла.
"Табын”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075) тора. Бынан тыш Красноусолда йәшәүселәр өсөн альтернатив подписка ла ойошторола. Бындай осраҡта 630 һумға яҙылырға була. "Табын”дың электрон вариантының хаҡы – 521 һум.
"Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

Гәзит дуҫтары бүләкле булды
30 июня 2017 йыл | Матбуғат

Гәзит дуҫтары бүләкле булды
Гәзит дуҫтары бүләкле булды29 июнь көндө редакция бинаһы гөрләп торҙо. Иртән иртүк "Бәхетле авто” отошонда ҡатнашып бүләк оторға килеп еткәндәр ине.

Подписка оҙайтыла
30 июня 2017 йыл | Матбуғат

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Ун көнлөктә кемдәр "Табын” гәзитенә яҙылып өлгөрмәгән, подпис-ка 15 июлгә тиклем оҙайтыла.
29 июнгә ҡарата әлегә гәзитебеҙгә 1678 кеше яҙылған. Тиражыбыҙҙы былтырғы кимәлдә һаҡлап ҡалыу өсөн бергәләшеп байтаҡ тырышлыҡ һалаһы бар әле. "Табын”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 835 һум 26 тин (индексы 50675), пенсионерҙар өсөн 764 һум 16 тин (06075) тора. Бынан тыш Красноусолда йәшәүселәр өсөн альтернатив подписка ла ойошторола. Бындай осраҡта 630 һумға яҙылырға була. "Табын”дың электрон вариантының хаҡы – 521 һум.
"Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

Ун көнлөктә өлгөрөп ҡалығыҙ!
27 июня 2017 йыл | Матбуғат

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
20 июндән 30 июнгә тиклем гәзиткә яҙылыу ун көнлөгө бара.
Шулай итеп, ошо арауыҡта "Табын”ға ярты йылға яҙылыу хаҡы 751 һум 74 тин (индексы 50675), Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, I, II төркөм инвалидтар өсөн 686 һум 70 тин (50675), пенсионерҙар өсөн 687 һум 78 тин (06075), Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм I, II төркөм инвалидтар өсөн 622 һум 74 тин (06075) тора. Бынан тыш Красноусолда йәшәүселәр өсөн альтернатив подписка ла ойошторола (редакция аша). Бындай осраҡта "Табын”ға ни бары 630 һумға яҙылырға була. "Табын”дың электрон вариантының хаҡы - 521 һум.
Ун көнлөк барышында урындағы почтамтта гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыу ҡаралған. Бынан тыш автоһәүәҫкәрҙәр өсөн "Бәхетле авто" отошонда ҡатнашырға ла онотмағыҙ. Отош үҙе 29 июндә 11.00 сәғәттә уйнатыла. "Бәхетле авто"ла ҡатнашыу өсөн редакцияға квитанцияларын килтереп, наклейкалар алған гәзит уҡыусыларҙың ошо көндә редакция эргәһендә йыйылыуын көтөп ҡалабыҙ. Отошта ҡатнашыусылар, килгәс, яңынан теркәлеү үтә.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 34