Бүләк отошо быйыл да дауам итә
04 апреля 2017 йыл | Матбуғат

1 апрелдән 2017 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға, шул иҫәптән "Табын” район гәзитенә яҙылыу иғлан ителде.

Һайлап алған яҙмыш
21 марта 2017 йыл | Матбуғат, Хаттар

Тормошон башҡорт матбуғатына хеҙмәт итеүгә арнаған билдәле журналист, ҡыҙыҡлы юморескалары һәм фәһемле сатирик хикәйәләре менән уҡыусы күңелен яулаған яҙыусы-сатирик Венер Исхаҡов ошо көндәрҙә 50 йәшлек юбилейын билдәләне.
Һайлап алған яҙмыш

«Табын» дуҫтарын йыйҙы
21 марта 2017 йыл | Матбуғат

Йыл һайын уҙғарылып килгән «Табын» гәзите хәбәрселәре ҡороноң сираттағыһы 15 мартта булды
Унда иң әүҙем хәбәрселәребеҙ Красноусол ауылынан Вилдан Шәрипов, Рәмзиә Монасипова, Зәйтүнә Зәйнешева, Сәйетбабанан Римма Ишмырҙина, Рәйлә Сабитова, Еҙем-Ҡарандан Флүрә Хәлилова, Үзбәктән Фәрғәт Ғәлин, Родина ауылынан Фәүзиә Ҡотлогилдина, Игенйылғанан Зилә Сәйетбатталова, Ҡарағайҙан Тәғзимә Салауатова һәм редакция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
«Табын» дуҫтарын йыйҙы
«Табын» дуҫтарын йыйҙы

Ижади бәйләнештә ҡалайыҡ
17 марта 2017 йыл | Матбуғат

Ағымдағы йылдың ғинуар-февраль айы почтаһына байҡау яһағас, гәзит уҡыусыларыбыҙҙан 109 хат-хәбәр алыуыбыҙ асыҡланды. Улар араһында төрлө ойошма-преприятиеларҙан ебәрелгән рәсми хаттар ҙа бар, әлбиттә.
Редакцияға килгән мәҡәләләр, күп осраҡта, урындарҙа уҙған мәҙәни, ижтимағи саралар, ауыл уңғандары, өлгөлө ғаиләләр, хеҙмәт алдынғылары, ғүмер байрамдарын ҡаршылаған юбилярҙар тураһында булды. Сәйетбаба ауылынан Ханнан Байбулдиндың тәбиғәт күренештәре менән таныштырған мәҡәләләре иғлан ителгән Экология йылына арналды.
Уҙған йыл аҙағында иғлан ителгән "Юморесканы яҙып бөт!” конкурсына, гәзиттең даими рубрикаһы «Мағаш тауышы»на ла байтаҡ ҡына ижад емештәре килде.
Киләһе айҙарҙа ла, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙән матур эстәлекле хаттар, урындарҙағы яңылыҡтар, һәйбәт кешеләр тураһында хәбәрҙәр көтөп ҡалабыҙ.
Хаттар бүлеге.

Конкурс: “Юморесканы яҙып бөт”
22 февраля 2017 йыл | Матбуғат

Ҡыш бабайҙың яңы мажаралары.
... Ә унда иҫ китерлек хәлдәр бара, имеш. Клуб эсендә сәйер генә көй ағыла. Көй тип әйтеп тә булмай үҙен. Көй бит ул йә моңло, йә дәртле була: йә йырлата, йә илата, йәиһә бейетә. Ә был нәмә томан кеүек, аңды томалай.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 31