Электрон белем биреү: Уҡытыуҙа яңы алымдар – заман талабы
07 сентября 2018 йыл | Мәғариф

[tКомпьютер технологиялары үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Кеше мәғлүмәтте тәү сиратта Интернеттан эҙләй. Республика Хөкүмәтендә лә электрон белем биреү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә.
Мәғлүмәт технологияларының йылдам үҫеше яңы белем биреү формаһын – электрон белем биреүҙе барлыҡҡа килтерҙе. Ра-йонда был йүнәлештә эш алып барыу өсөн түбәндәге маҡсаттар ҡуйылды. Тәүгеһе: электрон белем биреүҙең норматив-хоҡуҡи яғын булдырыу. Был йәһәттән 2013 йылдан республика белем биреү учреждениеларында электрон уҡытыу концепцияһы эшләп килә. Уның нигеҙендә районда ла ошондай концепция эшләнде. Икенсеһе: мәктәптәрҙең техник инфраструктураһын үҫтереү. Тәү сиратта был уҡытыусының эш урынын Интернетҡа тоташҡан компьютер, проектор, интерактив таҡта менән йыһазландырыу. Әлеге көндә райондың 11 урта, 7 дөйөм белем биреү мәктәбе һәм 1 гимназия-интернатта 490 компьютер һәм 315 ноутбук ҡулланыла, 24 информатика кабинеты, 102 мультимедиялы класта 126 проектор, 67 интерактив таҡта, 7 интерактив уҡытыу системаһы, 11 һанлы лаборатория бар. Районда 10,2 уҡыусыға бер компьютер тура килә. 19 мәктәп Интернет селтәренә тоташҡан. Балаларҙың һаулығына һәм рухи үҫешенә зыян килтереүсе мәғлүмәттән һаҡлау өсөн уларға "Интернет-Цензор” сайттарҙы фильтрлау-
сы система ҡуйылған. Йыл һайын мәктәптәрҙә "Интернет селтәрендә берҙәм хәүефһеҙлек дәресе” үтә. Яңы уҡыу йылында "Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең медиа хәүефһеҙлеге” тигән түңәрәк индерергә кәрәк.
2016 йылда район хакимиәте бүлгән 340 мең һум аҡсаға Красноусолдың 4 мәктәбе лә юғары тиҙлектәге Интернетҡа тоташтырылды. Сөнки Интернеттың тиҙлеге электрон белем биреүҙең, бигерәк тә электрон журнал тултырыуҙың төп проблемаһы. Бөгөнгө көндә Интернет селтәрендә күп төрлө медиа-контенттар табырға була. Уҡыусылар әйтеүенсә, интерактив роликтар һәм анимациялар ҡулланып үткәрелгән дәрестәр күпкә аңлайышлыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ. Әгәр уҡыусы ниндәй ҙә булһа сәбәп менән дәрес ҡалдыра икән, электрон система ярҙамында үтелгән дәресте өйҙә үҙаллы үҙләштерә ала.
Өсөнсө бурыс: уҡытыу процесында электрон белем биреү ресустарын (уҡыу китаптары һәм ҡулланмалары, методик ҡулланма, күргәҙмә материалдар), шул иҫәптән электрон дәреслектәрҙе ҡулланыу. Дүртенсе бурыс: дистанцион белем биреү технологияларын киңерәк ҡулланыу. Улар сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларҙы, спорт, уҡыу-тикшеренеү эше, ижад менән шөғөлләнгән балаларҙы уҡытҡанда, профилле әҙерлек, һәләтле балалар, аҙ комплектлы мәктәп уҡыусылары менән шөғөлләнгәндә, тәрбиәүи саралар үткәргәндә ҙур мөмкинлектәр аса. Был технологиялар ярҙамында уҡытыусылар үҙҙәре лә белемен камиллаштыра ала.
Бишенсе бурыс: белем биреү процесына мәғлүмәт системаларын индереү. Әлеге көндә районда түбәндәге мәғлүмәт системалары бар: 1. Балалар баҡсаһына электрон сират. Республикала бынан 6 йыл элек индерелгән берҙәм сират бер район-ҡаланан икенсеһенә күсеүсе ғаиләләр өсөн бигерәк тә уңайлы. 2. 2016 йылдың 1 мартынан 1-се класҡа барғанда һәм икенсе мәктәпкә күскәндә бирелә торған ғаризалар берҙәм "Белем биреү учреждениеларына ҡабул итеү” системаһында теркәлә. 3. Өс йыл һуҙымында бар мәктәптәр һәм уларҙың филиалдары ла электрон журналдар менән әүҙем эшләй.  Бында тулы статис-тика һәм иҫәп күрһәткестәре асыҡ күренә, ошоғаса ҡулдан тултырылған отчеттарҙы хәҙер электрон журнал автоматик рәүештә үҙе эшләй. 4. Төбәк мәғлүмәт системаһы. Берҙәм дәүләт имтиханы һәм Төп дәүләт имтиханы дәүләт йомғаҡлау аттестацияларын үтеү ошо системала теркәлә. Имтихандарҙың һөҙөмтәләре юғары уҡыу йорттарына тапшырыла, сығарылыш класс уҡыусылары ғаризаларҙы электрон юл менән бирә ала. 5. Быйылғы йәйҙә "Республикала ял итергә һәм һаулыҡтарын нығытырға мохтаж  балаларҙың иҫәбен алыуҙың берҙәм системаһы” индерелде. 6. 1992 йылдан башлап бирелгән бар аттестаттар ҙа белем биреү документтарының федераль реестрында теркәлә. 7. Беренсе класҡа ҡабул итеү тураһындағы ғаризалар Дәүләт хеҙмәттәре порталының "Комплектование” мәғлүмәт системаһында бирелергә мөмкин.
Һәм тағы ла бер мөһим бурыс: электрон белем биреү өлкәһендә кадрҙар әҙерләү. Йыл һайын үткәрелгән мониторинг һөҙөмтәләре буйынса, районда уҡытыусыларҙың 93 %-ы компьютер менән эшләй, электрон белем биреү сығанаҡтарын мәктәптәрҙең 92,3 %-ы, электрон дәреслектәрҙе 84,7 %-ы ҡуллана. Уҡыусыларҙың 22 %-ы электрон белем алыу сығанаҡтарын, 13 %-ы дәреслектәргә электрон ҡушымталарҙы тотона. Мәктәп администрациялары һәм уҡытыусылар вебинарҙарҙа, телеконференцияларҙа ҡатнаша, Lync программаһын ҡулланып, оҫталыҡ дәрестәре бирә. Педагогтар электрон дәрестәр үткәргәндә санитар норма һәм ҡағиҙәләр талаптарына ярашлы, электрон ҡоролмаларҙы ҡулланыу ваҡытын теүәл үтәргә һәм Интернетты хәүефһеҙ ҡулланыуҙы тәьмин итергә тейеш. Юғары компьютер технология-лары үҫешкән ысынбарлыҡта юғалып ҡалмай, үҙ урынын табырҙай төплө белемле балалар үҫтереү уҡытыуҙа яңы технологияларҙы ҡулланмайынса мөмкин түгеллеген бар педагогтар ҙа аңлаһын ине.
Рита СӘЙФЕТДИНОВА,
РЦПИ директоры.
humb=left]http://tabin.ru/uploads/posts/2018-09/1536314634_kssh-1-informat-karimova-7.jpg[/thumb]

Бында хәҙер тик тырышып уҡырға
05 сентября 2018 йыл | Мәғариф

Бында хәҙер тик тырышып уҡырға 
Ремонттан һуң яңы төҫ алған Бурлы мәктәбе йәнә лә үҙ ишектәрен асып, 1 сентябрь - Белем көнөндә 149 уҡыусыны ҡаршы алды. Байрамса биҙәлгән залға тағы ла бер йәшкә ҙурайған уҡыусылар, уларҙың шатлығын уртаҡлашырға килгән ата-әсәләр һәм саҡырылған ҡунаҡтар оло тулҡынланыу менән инде. Сөнки быйылғы байрамға  уларҙы ҡотлар өсөн район хакимиәте башлығы Рәмил Зәкәриә улы Бохаров үҙе килде.
Тантаналы линейканы алып барыусылар 8-се класс уҡыусыһы Алһыу Абдрахманова менән 9-сы класс уҡыусыһы Вилдан Акунаев матур шиғыр юлдары менән башлап ебәрҙе. Бына һүҙ мәктәп директоры Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатовҡа бирелде. Ул үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһап, бик күп эштәр башҡарылыуы тураһында әйтеп үтте. "Филиалдарға йөрөп уҡыуға ҡарамаҫтан, 11-се класты тамамлаған 7 ҡыҙ берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырҙы. Уларҙың икәүһе мәктәпте алтын миҙалға тамамланы. Өс уҡыусы юғары уҡыу йортона уҡырға инде", -  тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ул. Шулай уҡ  матур, сифатлы итеп башҡарылған ремонт өсөн Рәмил Зәкәриә улы Бохаровҡа, "Промышленное гражданское строительство” гражданлыҡ төҙөлөш сәнәғәте төҙөүселәренә һәм уларҙың етәксеһе Рауил Зөфәр улы Сәлиховҡа ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.
Артабан трибуна артына Рәмил Зәкәриә улы Бохаров саҡырылды. Ул уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе,
1-се класҡа төшәсәк 8 балаға район
хакимиәтенең бүләген тапшырҙы. Уҡыусыларға бар көстәрен уҡыуға биреп, тырышып уҡырға, ә инде уҡытыусыларға уҡыу сифатын күтәреү өҫтөндә эшләргә кәрәк, тип билдәләне ул үҙ сығышында.
Бурлы ауыл хакимиәте башлығы Азат Кәшәфетдин улы Хәйретдинов та буш ҡул менән килмәгән, мәктәпкә төшәсәк балаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырып, яҡшы уҡыуҙарын теләне. "Урожай" крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Мәжит улы Хисаметдинов иһә үҙен уҡытҡан ветеран уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. 1-се класс уҡыусыларына уҡыу кәрәк-яраҡтары, ә мәктәпкә өр-яңы принтер бүләк итте.
Ветеран уҡытыусылар исеменән Вәсимә Ибраһим ҡыҙы Мөхәрмәтова, ата-әсәләр исеменән Резеда Рәфил ҡыҙы Ғәбиҙуллина һәм Әлфиә Нурулла ҡыҙы Сәлимйәнова сығыш яһаны. Улар мәктәптә ремонт эшләгән төҙөүселәргә, айырыу-са Рәмил Зәкәриә улы Бохаровҡа, Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатовҡа, уҡытыусыларға, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ниһайәт, 1-се класҡа төшәсәк 4 ҡыҙ һәм 4 малай буласаҡ класс етәкселәре Фәнзилә Асҡар ҡыҙы Биктимерова менән сәхнә түренә саҡырылды. Улар ятлаған шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙеләр. Тәүге ҡыңғырауҙы биреү хоҡуғы уҡыу алдынғыһы, 10-сы класс уҡыусыһы Рамазан Шәйәхмәтов менән 1-се класс уҡыусыһы Альбина Фәттәховаға бирелде. Байрам 5-се класс уҡыусыһы Инсаф Ғәзизовтың татар бейеүе, 6-сы класс уҡыусыһы Алһыу Хәбибуллинаның таҫма менән бейеүе, башланғыс класс уҡыусыларының дәртле йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барҙы.
Байрам аҙағында директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Хәлилова кластарҙа булған үҙгәрештәр, яңы класс етәкселәре менән таныштырып китте. Бигерәк тә 5-селә "А" һәм "Б" кластары булыуы барыһын да ҡыуандырҙы.
Белем көнөнөң икенсе өлөшө класс бүлмәләрендә дауам итте. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған Рәсәй дәрестәре үткәрелде.
Гөлфирә ИШКИНА,
Бурлы мәктәбенең башланғыс
кластар уҡытыусыһы.

“Өсөнсө”ләр һынатманы
08 июня 2018 йыл | Мәғариф

“Өсөнсө”ләр һынатманы29 – 31 майҙа Өфө ҡалаһында республиканың 7 районында "Сәләмәт быуын – көслө төбәк” федераль программа-проекты буйынса эшләгән спорт кластары фестивале үтте.

Һәләтле ҡыҙ һынатмай
05 июня 2018 йыл | Мәғариф

Һәләтле ҡыҙ һынатмайКрасноусол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Мария Поволокина күптән түгел (11-12 майҙа) Екатеринбургта уҙған һәләтле балаларҙың "Эврика” тикшеренеү-конструкторлыҡ эштәре конкурсынан 2-се урын менән әйләнеп ҡайтты. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән килгән 200-гә яҡын һәләтле уҡыусы ҡатнашҡан был конкурс илдең тәүге Президенты Б.Н.Ельцин исемендәге Екатеринбург Урал Федераль университеты базаһында үтте.

“Яҙғы балда әйләнәбеҙ бала саҡтың һуңғы вальсын...”
01 июня 2018 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

“Яҙғы балда әйләнәбеҙ бала саҡтың һуңғы вальсын...”Бер нисә йыл үткәрелеп килгән күркәм байрамға йыйылған уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләрҙән мәҙәниәт һарайының тамаша залында  аяҡ баҫырлыҡ та урын юҡ ине. Алып барыусылар Эльвира Насирова менән гимназияның 9-сы класс уҡыусыһы Артур Кәримов тантананың төп сәбәпселәре – сығарылыш класс уҡыусыларын сәхнәгә саҡырҙы.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 72