Иң шәп ир-егет роле, иң шәп капитан беҙҙә!
29 марта 2014 йыл | Мәғариф

Үткән йылдың декабрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡыусылар  араһында беренсе Башҡорт Юниор КВН лигаһы үтеүен һәм унда беҙҙең Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларының ярым-финал уйындарында 14 команда араһында өсөнсө урынға сығып, финалға үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Тағы ла ҡыуаныслы хәбәр: 17 мартта  финал уйынында  гимназиябыҙҙың "Һарыҡты кем ашаған?” КВН командаһы 10 команда араһында икенсе урынға сыҡты.

Финалға әҙерлек барышында ҡарашым менән иң тәүҙә Ишембай районының "Ҡара алтын” командаһын эҙләйем. Курсташым етәкселегендә ярым-финалға үткән был команда ҡайҙа булған? Ниңә улар күренмәй? Баҡһаң,  КВН-ға әҙерләүсе мөхәррирҙәр ике аҙна алдан биргән темаларға әҙерләнеп өлгөрмәгәндәр икән. Шуға ла финалдан төшөп ҡалғандар. Тағы ла финалға үткән өс команда ошондайыраҡ ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн уйында ҡатнаша алмайҙар. Лиганың профессиональ кимәлдә эш йөрөтөүе һөйөндөрә, тимәк, сифаты артҡандан-артасаҡ.
Шулай итеп, финал башланды. КВН-сыларҙы барыбыҙға ла билдәле "Бауырһаҡ” тапшырыуының алып барыусыһы Ләйсән Мәжитова, "Кәкре сүкеш” КВН командаһынан Фидан Килмөхәмәтов, Башҡорт КВН Лигаһы етәксеһе Урал Кәримов   баһалап, һәр һынау аҙағында мәрәйҙәр ҡуйып ултырасаҡ.
Беренсе һынау – визитка, йәғни команда менән таныштырыу. Беҙҙекеләр беренсе булып уйынды башлап ебәрҙе. Әлбиттә, әле көслө һаналған командалар ("Һарыҡты кем ашаған” – шундайҙарҙың береһе) "ҡыҙып” өлгөрмәгән тамашасыны "уятып ебәреү” маҡсатында ҡуйылһа ла, беренсе булып сығыш яһауы ауыр, баһалама ағзалары ла балдарҙы йәлләп кенә, әле башҡаларын да ҡарап ҡарайыҡ тигән төҫлө кәметеп ҡуйған кеүек. Шулай ҙа "яҡшы”ға үтеп китте был һынау.  Тамашасы ла, жюриҙа ултырыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды "Һарыҡты кем ашаған?” командаһының сығышынан.
Алда тағы ла ауырыраҡ һынау көтә – команда капитандары яңғыҙҙары ғына сығыш яһап, Сочиҙа үткән Олимпия уйындары тураһында хәбәрҙәр менән тамашасаны көлдөрөргә, ә иң мөһиме урынлы шаяртыуҙары-хәбәрҙәре менән уйға ла һалырға тейештәр. "Һарыҡты кем ашаған?” капитанына иң аҙаҡҡы булып сығыш яһарға тура килде һәм... Олимпиада хәбәрҙәрен таҡмаҡҡа һалып, үҙе думбырала уйнап йырлаған егетебеҙгә етеүсе юҡ! Ул, Алмаз Шәйәхмәтов, был уйында беренсе һәм иң шәп капитан!
Иң ҡыҙыҡлы, күңелле 3-сө тур – музыкаль номер. Бында КВН-сылар көлдөрөү һәләтенән башҡа йырлай ҙа, бейей ҙә белергә тейештәр. Был сығышта ла беҙҙекеләр һынатманы, саф башҡортса рәхәтләнеп (башҡа ҡайһы бер командаларҙан айырмалы рәүештә) ауыҙ тултырып шаяртты ла, йырланы ла, бейене лә.
Тулҡынландырғыс мәл – урындар, номинациялар билдәләү. Бына "Шоңҡар”, "Аманат” журналдарынан, "Китап" нәшриәтенән
һ.б. бағыусыларҙан әҙерләнгән махсус бүләктәр тапшырылып бөттө, номинацияларҙы билдәләү ваҡыты етте. Ура! Беҙҙә "Иң шәп ир-егет роле”! Был исемгә етенсе класс уҡыусыһы, йырсы Илнур Үлмәҫбаев лайыҡ булды.
Ниһайәт, һәр кем түҙемһеҙләнеп көткән минуттар - урындарҙы билдәләү.  Һәм "Һарыҡты кем ашаған?” командаһы, Өфөнөң ике белем усағы командаларынан балл һандары буйынса саҡ ҡына ҡалышып, икенсе урында! Афарин! Тимәк, етәкселәре Рәмилә Нияз ҡыҙы Сиражетдинованың йоҡоһоҙ төндәре, уҡыусыларҙың алһыҙ-ялһыҙ әҙерләнеүҙәре бушҡа булмаған!
Кемгә нисектер, миңә оҡшаны был уйын. Илағансы көлдөрҙө лә, уйнатты ла, уйлатты ла тамашасыны КВН-сылар. Ә "Һарыҡты кем ашаған?” командаһы артабан да үҙенең уңыштары менән һөйөндөрөп, йылмайтып-көлдөрөп торһон.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.