Һәр еңеү ҙә ҡәҙерле
16 апреля 2014 йыл | Мәғариф

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы ошо фән уҡытыусылары араһында "иң-иңдәр”ҙе асыҡлау, уларҙың һөнәри оҫталығын арттырыу маҡсатында уҙғарыла. Унда беҙҙең райондан йыл да бер уҡытыусы ҡатнашып, уңышлы сығыш яһай. Быйыл был мәртәбәле конкурста "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” район конкурсы еңеүсеһе, Красноусолдағы 3-сө мәктәп уҡытыусыһы Флүзә Фәрүәз ҡыҙы Баязитова (һүрәттә)  ҡатнашты һәм "Иң яҡшы инновацион  тәжрибә” номинацияһында еңеп сыҡты, "Киске Өфө” гәзитенең грамотаһы һәм бүләктәренә лайыҡ булды.   
Флүзә Фәрүәз ҡыҙы – 16 йыл педагогик стажға эйә булған, районда ижади эшләгән уҡытыусыларҙың береһе. Район конкурсы барышында уның тәжрибәле, заман менән бергә атлаусы мөғәллимә икәнлеге күренде. Рус мөхитендә үҫкән балаларға башҡорт телен уҡытыуы еңелдән түгел. Шуға ла Флүзә Фәрүәз ҡыҙы һәр дәресен мауыҡтырғыс итеп үткәреүгә бар көсөн һала. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылып, яңы уҡытыу алымдарын үҙләштереп эшләй ул. Ә тырышлыҡ һөҙөмтәһеҙ ҡалмай.
Ҡауарҙы ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫкән Флүзәнең уҡытыусы булыуы осраҡлы түгел, бала саҡ хыялы. Бер туған апайҙарының  ошо һөнәр эйәләре булыуы ла быға булышлыҡ иткәндер, бәлки. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, үҙен бер аҙ икенсе юҫыҡта һынап ҡарай әле ул, Өфөлә "Китап” нәшриәтендә  ике йыл эшләп ала.
 Флүзә Фәрүәз ҡыҙы төбәк-ара конкурстан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайтты икән?
- Ижади шәхес тәрбиәләү өсөн үҙеңә лә туҡтауһыҙ эҙләнергә, үҫергә кәрәк. Шуға күрә мин ижади мөмкинлектәремде үҫтереүҙе маҡсат итеп "Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашырға булдым. Беренсе тапҡыр  район конкурсында үҙемде 2009 йылда һынап ҡарағайным. Ул ваҡытта лауреат булдым, яңы көс, тәжрибә туп-лап, тағы ла бер ҡатнашыу теләге менән дәртләнеп эшләнем. Төбәк-ара конкурс минең өсөн тәжрибә туплау, аралашыу сараһы ла, оло һынау ҙа булды. Райондың йөҙөн, коллективтың ышанысын аҡларға ла кәрәк ине. Бөтә һынау төрҙәре лә юғары кимәлдә ҡуйылғайны. Тәүге тур 13 ғинуарҙа Өфө ҡалаһында үтте. Унда  2-се башҡорт лице-
йында асыҡ дәрестәр бирҙек. Ә уға тиклем һәр ҡатнашыусы үҙе тураһында йылдар буйы туп-лап килгән эш тәжрибәһе һәм һөҙөмтәләре күрһәтелгән портфолиолар тапшырҙыҡ. 25 марттан 28-енә тиклем барған "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2014” төбәк-ара конкурсы 19-сы тапҡыр уҙғарылды.  Уның Салауат ҡалаһында үтеүе лә осраҡлы түгелдер, сөнки быйыл милләтебеҙ батыры С.Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тула.  Конкурста төрлө район, ҡала һәм төбәктәрҙә еңеп сыҡҡан 56 конкурсант сығыш яһаны. Улар араһында йәштәр ҙә, оҙаҡ йылдар эшләгәндәр ҙә бар, барыһының дөйөм стажы 1053 йыл тәшкил итә. Силәбе өлкәһенән килгән Гөлбикә Диникәйева ғүмеренең 41 йылын уҡыусыларға әсә телен өйрәтеүгә арнаған. Ә Ҡурғандан килгән Йәмил Садиҡов берҙән-бер ир-егет бәйгесе булды. Тағы ла шуныһы: конкурста 3-әр, 4-әр тапҡыр ҡатнашҡандар бар.
 Мәртәбәле байрам Ишембай ҡалаһының "Берғамыт” ансамбле сығышы менән башланып  китте. БР мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева тәбрикләп, уңыштар теләне.
Икенсе турҙа "оҫталыҡ дәрестәре” уҙғарҙыҡ.
Минеңсә,  бындай конкурстарҙың үтеүе бик мөһим. Сөнки үҙеңде һынап ҡарау эшмәкәрлеккә яңылыҡ алып килә, һөнәри йәһәттән үҫтерә. Тәүҙә районда, аҙаҡ төбәк-ара ярыштарҙың этаптарын ҡарап, уңыш, хаталарҙы өйрәнеп йөрөнөм. Миңә тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрелергә этәргес көс биргән мәғариф бүлеге начальнигы Ш.Н.Хәбибуллинға, туған телдәр буйынса методист Ә.Ә.Шаһиеваға, коллегам Г.Ғ.Әбелғужинаға, ойоштороусыларға оло рәхмәтемде белдерәм, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Флүзә Баязитова.
Тормош юлындағы һәр баҫҡыс кеше өсөн үҙенсә ҡәҙерле. Яратҡан эшен яҡты бәхет тип һанаған уҡытыусы һәр яңылыҡты үҙ файҙаһына ҡулланып ижади эшләй.
Гөлсиә КӘРИМОВА.