“Ҡояшҡай”ҙа күңелле!
30 июня 2014 йыл | Мәғариф

   … - Кем ул окулист?
- Йөрәкте дауалаусы табипты кем тип атайҙар?..
Был медицина өлкәһендәге белемен камиллаштыра ахры, тип уйлай күрмәгеҙ. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының "Ҡояшҡай” көндөҙгө йәй лагерына йөрөүсе уҡыусыларҙың "баш табип” - тәрбиәсе Айгөл Рауил ҡыҙы үткәргән "Йәш табиптар” уйынын нисек уйнағандарын иҫкә төшөрөп ултырыуым.

Райондың башҡа белем усаҡтарындағы кеүек үк, Красноусол башҡорт гимназия-интернатында ла 16 июндән 2 – 5-се кластар араһында эшләй башлаған йәйге лагерҙа йәмғеһе 45 уҡыусы, ике сменала: иртәнге һигеҙҙән – ун бергә, ун икенән өскә тиклем йөрөй.
 Ҡояш апай саҡ ҡыҙҙыра башлаған мәлдә "Тыуған Ер” һәм "Ҡарлуғастар төйәге” тип аталған отрядтарға бүленгән уҡыусылар тәрбиәселәре А.Ғәлимова, Э.Хәбибуллина, А.Ғарифуллина, И.Саттарова менән сәскәләр түтәлендәге сүп үләндәрен утап, төптәрен йомшартып, һыу һибеү менән мәшғүл ине. Өсөнсө төркөм -  "Батырҙар” отрядына йөрөүсе уҡыусыларға ла (тәрбиә-селәре А.Ғәзизова һәм Л.Кинйә-булатова)  эш етәрлек ҡала, гимназияның йәшелсә баҡсаһы  ҙур, күҙҙең яуын алырлыҡ төрлө-төрлө сәскәле урындар ҙа күп.  "Ҡояшҡай” лагеры етәксеһе Айгөл Фәрит ҡыҙы   Ғәлләмованан лагерь тормошо тураһында ҡыҙыҡһынам:
-    21 көнгә һуҙылған был лагерға уҡыусылар теләп йөрөй, көнөнә ике тапҡыр йылы аш, йәшелсә-емеш менән һыйланалар, уйнайҙар, мәктәп баҡсаһында бер аҙ эшләп тә алалар.  Ә уҡыусыларҙың ялын ҡыҙыҡлы итеп үткәреү, уларҙың һаулығын, ғүмерен һаҡлау, хеҙмәткә өйрәтеү, дөйөм ҡағиҙәләрҙең теүәл үтәлешен тәьмин итеү төп бурысыбыҙ, - ти ул. - Бөгөн, һеҙ күргән сарала, мәҫәлән, лагерҙағы уҡыусылар табип һөнәре менән яҡынданыраҡ танышып, уның тармаҡтары тураһында ҡыҙыҡлы итеп төҙөлгән викторина һорауҙарына яуап бирҙе, үҙҙәренең был өлкәлә булған белемдәрен нығытты. Киләсәктә уҡыусыларға тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, күңеллерәк, фәһемлерәк уйын-конкурстар ойоштороу, районыбыҙҙың төрлө иҫтәлекле урындарына экскурсияларға, аҙнаһына ике тапҡыр бассейнға йөрөү ҡаралған.  
Бынан тыш "Ҡояшҡай”ҙа төрлө түңәрәктәр ҙә эшләп килә. Йырға һәләтлеләр аҙнаһына ике тапҡыр вокал түңәрәгенә йөрөһә, ҡул эштәренә оҫталар - "Оҫта ҡулдар”ҙа шөғөлләнә, ә спортты үҙ иткәндәр волейбол, футбол секцияларына йөрөй ала.
Лагерҙың исеме есеменә тап килеп, үҙҙәре лә ҡояш кеүек балҡып, шат йылмайып торған уҡыусыларҙың тәрбиәсе, ашнаҡсы, түңәрәктәрҙе алып барыусы ағай-апайҙары менән көндәре бик күңелле үтә.
Рәзинә Зәйнетдинова.