«Ҡояшлы ҡаласыҡ»та
16 июля 2014 йыл | Мәғариф

Ташлы ауылы янында урынлашҡан «Ҡояшлы» лагерының беҙҙең район ҡарамағына күсерелеп, «Имәнкәй» лагеры менән бер учреждение булып эшләй башлауына 5 йыл ваҡыт үткән. Ошо арауыҡта бында бик күп бала ял итеп, һаулығын нығытҡан.
Бына тағы  «Ҡояшлы» икенсе сменаға ял итеүселәрҙе ҡабул итте. Тәүге көн килеп урынлашыуға, танышып-дуҫлашыуға бағышланһа, икенсе көндө лагерҙы асыу тантанаһы уҙҙы. Һәр смена махсус программа буйынса   эшләй. Тәүгеһе  «Сәләмәт булайыҡ» тигән исем аҫтында үтһә, икенсе смена «Ҡояшлы   ҡаласыҡ» тип  атала. Исеменән үк күренеп тороуынса, сағыу,  яҡты, күңелле саралар программаһы төҙөлгән. Смена начальнигы Сания Ғиниәт ҡыҙы Фәйзуллина, өлкән вожатый Елена Михайловна Берлина (улар бында лагерь асылғандан бирле эшләй) ҡыҙыҡлы лагерь тормошо менән таныштырҙы. Ә уны асыу тантанаһы үҙе бер сағыу тамаша булып үтте. Балаларға ике лагерҙы ("Имәнкәй», «Ҡояшлы») берләштергән «Красноусол» балаларҙы һауыҡтырыу спорт-туристик лагеры директоры Миңлеғәле Фазлетдин улы Ғәзизов күңелле ял теләне.
Был смена шуныһы менән үҙенсәлекле: отрядтар урамдар тип йөрөтөлә: Йәштәр, Чунга-Чанга, Смайл-стрит, Йәй урамы, Рублевка, Меджи-стрит. Һәр 6 урам вәкилдәре теҙелеп баҫып үҙ урамы һамағы, йырҙары менән таныштырһа,   «Вожатыйҙар проспекты» - Стәрлетамаҡ, Салауат педколледждары студенттары заманса бейеү аша үҙҙәрен күрһәтте.
«Ҡояшлы»ла бер көн дә бушҡа үтмәй. Ана бит, бер-ике көн эсендә тәрбиәсе-вожатыйҙар балаларҙың һәләттәрен асыуға өлгәшкән. 21 көн эсендә ҡыҙҙар һәм малайҙар  үҙҙәрен төрлө ярыш-конкурстарҙа һынап, һәр сарала әүҙемлек күрһәтеп, тағы ла үҫешәсәк. «Имәнкәй»ҙә ял итеүселәр менән иптәштәрсә матчтар, ярыштар үткәрелеп, ике лагерь бәйләнештә йәшәйәсәк.
Смена асыу тантанаһында  «Пираттар» ҙа ҡатнашты. Лагерь флагын асыу өсөн балаларға уларҙың йомаҡтарына яуаптар табырға кәрәк булды. Лагерь флагы күтәрелеп, смена асыҡ тип иғлан ителде һәм  «Ҡояшлы ҡаласыҡ» тағы ла шат тауыштарға күмелде.  Саф һауа, йәшеллек, иҫ киткес, һоҡланғыс тәбиғәт, береһенән-береһе ихласыраҡ тәрбиәселәр, вожатыйҙар, тәмле аштар менән һыйлаған ашнаҡсылар, медицина хеҙмәткәре, физкультура инструкторы – былар барыһы ла балаларҙың күңелле ялына булышлыҡ итә.
«Ҡояшлы»ла әлеге сменала 7 йәштән 15 йәшкә тик-
лемге 205 бала ял итә. Шулай уҡ ауыр хәлдә ҡалған балалар ҙа (приюттан) бар. Бында улар үҙҙәрен ғаиләләге кеүек хис итеп, ниндәй ҙә булһа йылылыҡ, ихласлыҡ тоя ала.
Тәүге сменала волейболсылар, шахматсылар ял иткән. Ошондай йүнәлештәге һәләтле балалар менән профессионалдар, үҙҙәренең тренерҙары эшләгән. Шулай уҡ тәүге сменала республиканың төрлө район-ҡалаларынан балалар күп булһа, әле башлыса үҙебеҙҙең район балалары йыйылған.

Һәр урам поход-экскурсияларға бара. Мәҫәлән, бәләкәйерәктәр шифахана эргәһендәге изге шишмәләрҙә йөрөп ҡайтһа, өлкәндәр  «Еҙем»гә сәйәхәт итәсәк. Тәүге сменала һабантуй уҙғарылһа, быныһында  йәрминкә үткәрәсәктәр.
Ашау яғына килгәндә, быйылғы йылдан 6 тапҡыр туҡландырыу ҡаралған. Рациондан ит, һөт ризыҡтары, емеш-еләк өҙөлмәй.  «Ҡояшлы»ла һәйбәт китапхана, йылытыла торған душ, мунса, иркен һәм матур ултырыштар залы, йәйге эстрада, спорт майҙансығы бар.
5 йыл эшләү дәүерендә лагерҙың ҡаҙаныштары ла бар. 2010 йылда  Анапала үткән Бөтә Рәсәй форумында  «Ҡояшҡай» лауреат булған, 2013 йылда Сочиҙа Гран-при яулаған. Был дөйөм коллективтың хеҙмәт һөҙөмтәһе, әлбиттә. Сания Ғиниәт ҡыҙы бында даими эшләгән 1-се мәктәп уҡытыусыһы, өлкән вожатый Елена Берлинаның, Стәрлетамаҡтан Айҙар Зиннәтнуровтың, медсестра Айгөл Хисмәтованың, ашнаҡсы Гүзәл Рәхимованың эшенән үтә ҡәнәғәт.
Тәрбиәселәр – Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Ришат Ураҙғолов, 2-се мәктәптән Миңзиә Йомағолова, 1-се мәктәптән Роза Скрипачева һ.б.-лар өсөн һәр баланың күңелле ял итеүе, көндәрҙе файҙалы уҙғарыуын ойоштороу төп бурыс булып тора. Педагогик белем алыусы студенттар вожатый булып эшләп практика үтәләр.
   «Ҡояшлы ҡаласыҡ»та үткән йәйге ял балалар күңелендә мөғжизәле бер мәл булып ҡалһын.

Гөлсиә КӘРИМОВА.