Мәскәүҙә лә еңеү яуланыҡ
21 января 2015 йыл | Мәғариф

Красноусол башҡорт гимназия-интернатының "Квазар” төркөмө, йәки 11 уҡыусы – Динар Ваһапов (7-се класс), Айлина Әбделмәнова, Ильяс Булатов, Вадим Ганюта (8-се класс), Ангелина Соколовская (9-сы класс), Лениза Ғүмәрова, Юлиә Әбелғужина (10-сы класс), Фәнзил Солтанморатов, Ильмира Сәфәрғәлиева, Ильяс Ғәйнуллин, Эльвина Ғиззәтуллина (11-се класс) "Киләсәк интеллекты” Бөтә Рәсәй бәләкәй фәндәр академияһы үткәргән "Рәсәй – Тыуған илем” Бөтә Рәсәй тарихи турнирында ҡатнашты.
Мәскәү өлкәһенең Обнинск ҡала-һында үткән бындай турнирҙа беҙҙең гимназия уҡыусылары элек тә ҡатнашып, уңышлы сығыш яһап ҡайтҡандар ине. Был төркөм дә һынатманы. Өс көн буйына барған турнирҙа уҡыусылар өсөн дә, педагогтар өсөн дә төрлө саралар, семинарҙар ойошторолдо. Тәүге көндө "Рәсәйҙең героик яҙмышы: үткәндән киләсәккә юлы” тигән темаға лекция тыңланды.
"Хронотоп” тигән команда интеллектуаль уйында 2-се урын алдыҡ. Өйгә эш булып торған "Һуғыш шауҡымы йөҙҙәрҙә” тип аталған картина – ижади конкурста ла 2-се урын яуланыҡ.
Интеллектуаль олимпиадала 7-се класс уҡыусыһы Динар Ваһапов 3-сө, ә команда 2-се урын алды. "Еңеүгә юл” хәрби-тарихи конкурста команда 2-се урынға лайыҡ булды.
Турнирҙың өсөнсө көнөндә "Тарихи бейеү мәктәбе” тигән оҫталыҡ дәресе ҡараныҡ. Уны "Антре” халыҡ бейеүҙәре коллективы етәксеһе И.В.Рачковская уҙғарҙы. Артабан Бөйөк Ватан һуғышы Үҙәк музейына экскурсия ойошторолдо.
Раушания ДӘҮЛӘТБАЕВА,
тарих уҡытыусыһы.