Хәүефһеҙ бала саҡ юлы
13 марта 2013 йыл | Мәғариф

Хәүефһеҙ бала саҡ юлы
Хәүефһеҙ бала саҡ юлыҺуңғы йылдарҙа балаларҙың юл фажиғәләренә тарыу осраҡтары йышайҙы. Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һәр кем теүәл үтәргә тейеш. Республикала был йәһәттән аныҡ саралар күрелә, профилактик эштәр даими алып барыла. 28 февралдә район мәҙәниәт һарайында үткән республика кимәлендәге сара – КВН–конкурстың ярым-финалы "Хәүефһеҙ бала саҡ юлы”на арналды. Унда республиканың Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалалары, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Ғафури, Ауырғазы райондары мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты.
КВН-сыларҙы район Хакимиәте исеменән мәғариф бүлеге начальнигы Шамил Насибулла улы Хәбибуллин сәләмләне, уңыштар теләне.
Республика ЮХХДИ идаралығы баш дәүләт автоинспекторы урынбаҫары, подполковник Светлана Риф ҡыҙы Әсәнова уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе, жюри рәйесе булараҡ конкурс шарттары, талаптары менән таныштырҙы.
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары башҡорт, татар, рус халыҡтарының дәртле бейеүҙәре менән сығыш яһаны. Артабан һүҙ КВН-сыларға бирелде. Улар алдында "Юл хәйләкәрлеге – ябай эш түгел” тигән теманы яҡтыртып сәләмләү, үҙҙәре менән таныштырыу  бурысы торҙо. Стәрлебаштағы 2-се мәктәп командаһы "Регион-02” тип атала. Федоровканан "VIP”, Ауырғазынан "Бом-бом”, Стәрлетамаҡ районынан "111-се рейс”, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының "Ауыр бала саҡ” командалары уңышлы сығыш яһаны. Шулай уҡ ҡала мәктәптәре уҡыусыларының сығыштары күтәренке рухта барҙы. Конкурсанттар барыһы ла шаяндар, зирәктәр, отҡорҙар.
Икенсе өлөш "Музыкаль өйгә эш”тән торҙо. Уның темаһы "Водитель булып тыумайҙар” тип аталды. Ҡайһы бер командаларҙың сығышы төплө әҙерлекле, сағыу булһа, ҡайһылары теманы асып еткерә алманы.
Артабан "Капитандар конкурсы” дауам итте. Ул монологтан торҙо һәм "Ялҡытҡыс юл” тип аталды. Бында Стәрлетамаҡ, Ғафури райондары, Күмертау ҡалаһы командаларының сығышы юғары баһаланды.
КВН-конкурстың тағы ла бер төрө -
"Социаль рекламалар” темаһы буйынса эштәрҙең һөҙөмтәләре һуңғараҡ билдәле буласаҡ, сөнки Светлана Риф ҡыҙы эскиз-эштәрҙе Өфөгә алып китеп, уларға баһа белгестәр тарафынан биреләсәк, тине.
Район командалары араһында "Ауыр бала саҡ” – район командаһы 1-се урын алды. 2-се урынға Стәрлетамаҡ, 3-сө урынға Стәрлебаш райондары КВН-сылары лайыҡ булды.
Ҡала командалары араһында салауаттар еңеп сыҡты. Стәрлетамаҡтарға - 2-се, Мәләүез ҡалаһы командаһына 3-сө урын бирелде.
Шулай уҡ "Иң яҡшы капитан”дар ҙа бүләкләп үтелде.
Светлана Әсәнова район Хакимиәтенә һәм мәғариф бүлеге начальнигы Ш.Н.Хәбибуллинға респуб-лика ЮХХДИ-һы баш автоинспекторы Д.З.Ғилметдиновтың Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Ул шулай уҡ Ғафури районы буйынса ЮХХДИ баш автоинспекторы Ж.Ә.Ғәйнуллинға "Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре” буйынса
йәш быуынды тәрбиәләүҙә ярҙам иткәндәре, профилактик сараларҙы даими уҙғарып торғандары өсөн БР мәғариф министры Ә.Ғаязовтың Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Был сара ЮХХДИ һәм район
мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторолдо. Уның әһәмиәте бөгөнгө көндә бик ҙур. Ҡыҙҙар-егеттәрҙең сығыштарында юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә кәрәк тигән фекер ҡыҙыл еп булып үтте. КВН үҙе үҙенсәлекле ярыш төрө булараҡ тамашасыларҙа һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныу уята.
Сараны элекке КВН-сы, Красноусол егете Ян Бакиров иҫ киткес ҙур оҫталыҡ менән алып барҙы һәм конкурстың уңышлы килеп сығыуына ҙур өлөш индерҙе. Бер ара КВН-сы дуҫтары – "Чак балалары” командаһы менән үҙе лә уйнап алды. "Рed saald"  рэп төркөмө күңелле йырҙар менән сығыш яһаны.
Гөлсиә КӘРИМОВА.

КВН-сылар бүтәндәр күрмәгәнде күрә, көлкөлө итеп еткерә лә белә. Районыбыҙҙың "Ауыр бала саҡ" командаһы.
Уйынды алып барыусы Ян Бакиров уйында ҡатнашыусы командаларҙың капитандары менән.