Гимназия йәрминкәгә саҡыра
20 марта 2013 йыл | Мәғариф

23 мартта, шәмбе көн Красноусол башҡорт гимназия-интернаты сираттағы йәрминкә үткәрә.
Гимназияның матур йолаһына әйләнгән был сараны уҡыусылар үҙҙәре һәм ата-әсәләр генә түгел, күп кенә красноусолдар ҙа көтөп ала. Сөнки тап ошонда тейәр генә хаҡҡа төрлө кәрәк әйбер, ризыҡтар һатып алырға ла, тәмле итеп тамаҡ ялғарға ла була. Уйлап сығарырға әүәҫ гимназистар килеүселәрҙе күңел асыу сараларына ла саҡырып алмаҡсы. Ҡыҫҡаһы, килгәндәр үкенмәҫ. Йәрминкә сәғәт 11-ҙә башлана.