Балалар китабы аҙналығына рәхим итегеҙ!
20 марта 2013 йыл | Мәғариф

25 марттан 29-ына тиклем район мәҙәниәт һарайында урынлашҡан Балалар китапханаһында Балалар китабы аҙналығы үтә. Унда ҡыҙ-малайҙарҙы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс уйындар, конкурстар, әҙәби, крайҙы өйрәнеү викториналары, өр-яңы мульт-фильмдар көтә.
"Уҡы! Йомаҡты сис!” – конкурс–күңел асыу программаһы; "Алға, космонавтар!” – театрлаштырылған программа; "Әйҙәгеҙ, тәбиғәт менән дуҫлашайыҡ!” – Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған уйын программаһы; "Беҙ сәләмәтлек һәм спортты һайлайбыҙ” – спорт-күңел асыу турниры; "Балалар һабантуйы” – спорт-уйын программаһы. Һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһау.
Барлыҡ саралар ҙа 11.00 сәғәттә башлана.