“Ҡояшлы” мөғжизәһе
29 июля 2015 йыл | Мәғариф

Районда ғына түгел, бөтә республикала билдәле  "Красноусол” балалар санатор-һауыҡтырыу спорт-туристик лагерының "Ҡояшлы” майҙансығында 2-се смена тамамланды.
Мөһабәт тауҙар ҡосағында урынлашҡан лагерға беҙ килгәндә эштең ҡыҙыу мәле ине: һәр отряд лагерь ябылыуға арналған сараға әҙерләнә - үткәрелгән конкурс, байрамдарҙан фото, видеоотчеттар төҙөй, иң әүҙем ҡатнашыусыларҙы барлай, сценарийға ярашлы ролдәрҙе бүлә, йәрминкә барышы планлаштырыла.
Лагерь начальнигы Е.М.Берлина әйтеүенсә, был сменала 220 бала ял иткән. Һәр сменаның үҙ йүнәлеше, исеме бар. Мәҫәлән, 1-се смена "Ҡояшлы ҡаласыҡ” тип аталһа, 2-сеһе – "Сәләмәт бул!” тигән девиз аҫтында үткән. Ошоға ярашлы отрядтарҙың исеме лә һайланған  ("Витаминдар”, "Сәйәхәтселәр” һ.б.). 6 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар ете отрядҡа бүленгән. Һәр отрядтың исеме, девизы, йыры, стенгазетаһы бар. Был сменала беҙҙең райондан ғына түгел, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Благовещенск ҡалаларынан, күрше райондарҙан килгән балалар ял  иткән. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙән, тәрбиәгә алынған һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар ҙа (приюттан) бар.
Һәр баланың күңелле ял итеүен, көндәрҙе файҙалы уҙғарыуын ойоштороусы вожатыйҙар булып Салауат һәм Стәрлетамаҡ педколледж-дары, физкультура техникумы, БДУ, БДПУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенттары эшләй. Өлкән вожатый Н.Е.Ғибаҙуллина улар араһынан Ләйсән Ғәлинаны, Артем Ермолаевты, Никита Фокинды, Регина Хәйерованы айырыуса билдәләп үтте.
Лагерҙағы балалар үҙҙәрен ғаиләләге кеүек хис итһен өсөн тырышҡан береһенән-береһе ихласыраҡ тәрбиәселәрҙең күпселеге бында беренсе йыл ғына эшләмәй. Мәҫәлән, Бурлы мәктәбе уҡытыусыһы Г.Р.Шәмсетдинованы балалар ҙа, коллегалары ла, лагерь етәкселеге лә тик яҡшы яҡтан ғына телгә алдылар.
"Ҡояшлы” лагерында балаларҙың туҡланыуына ла етди иғтибар бирелә. Шеф-повар Гүзәл Хатмулла ҡыҙы Рәхимова етәкләгән ашнаҡсылар коллективы ял итеүселәрҙе көнөнә 6 тапҡыр тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Рационға ит, һөт ризыҡтары, йәшелсә, емеш-еләк һ.б. индерелгән.
21 көн дауам иткән сменала үткәрелгән сараларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Улар алдан ҡабул ителгән программаға ярашлы үткәрелә. Лагерҙа төрлө спорт ярыштарына,туристик поход-экскурсияларға ҙур урын бирелгән. Бында һәр бер көндөң үҙ темаһы бар. Мәҫәлән, "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух”, "Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре”, "Туристик һәм патриотик йырҙар", "Пропаганда көнө”, "Тыуған көндәрен билдәләүселәр көнө” һ.б. Көн һайын өс төрлө саралар үтә: төшкә тиклем спорт йүнәлешендәге, ял сәғәтенән һуң төрлө эстафета, конкурстар, киске аштан һуң – музыкаль кисәләр, ярыштар һ.б. Балаларҙы дәртләндереү маҡсатында иң отҡорҙарына, иң әүҙемдәренә "смайликтар” бирелә. Смена аҙағында үткәрелгән йәрминкәлә уларҙы төрлө приздарға алыштырып алырға мөмкин.
   Лагерҙа һәйбәт китапхана, йылытыла торған душ, мунса, иркен һәм матур тамаша залы, йәйге эстрада, спорт майҙансығы, асыҡ һауалағы бассейн бар. Көндәр эҫе торғанда балалар көн һайын рәхәтләнеп һыу инәләр унда. Шулай уҡ төрлө түңәрәктәр эшләп килә. Мәҫәлән, "Оҫта ҡулдар” түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр үрелгән беләҙектәр, мунсаҡтар, уйынсыҡтарҙан бик матур күргәҙмә лә төҙөп ҡуйғандар. Шахмат-шашка турнирҙарында ла бик теләп ҡатнаша балалар.
    Лагерь программаһының туристик йүнәлешенә ярашлы балаларҙы поход-экскурсияларға йөрөтөү ҙә ҡаралған бында. Бәләкәйерәктәр шифахана эргәһендәге тоҙло шишмәләргә, карьерға барһа, өлкәндәре Игенйылғалағы дөйәғоштар фермаһына, Уҡлыҡаяға, Еҙем буйына сәйәхәт ҡылғандар.
   Бөгөнгө көн талабы булған темалар ҙа лагерь етәкселеге иғтибарынан ситтә ҡалмай. Әлеге ваҡытта балаларҙы республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм традициялары менән таныштырыу маҡсатында төҙөлгән программа буйынса күп кенә эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, программаның 1-се этабында үткән сарала һәр отряд республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарын - Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларын, Красноусол минераль шишмәләрен, Ишембай трикотаж фабрикаһын, нефтселәрҙе, Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген һынландырған.
2-се этапта һәр отряд республикабыҙҙа йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәт, йолаларын сағылдырыусы күренештәр әҙерләгән. Мәҫәлән, " Һабантуй”, "Исем ҡушыу”, "Башҡорт туйы”, "Ҡаҙ өмәһе”, "Аулаҡ өй”, "Ҡарғатуй" һ.б. Бөтә был үткәрелгән саралар фото һәм видеоматериалдарҙа сағылдырылып, иң уңышлыларынан видеороликтар эшләнгән.
  Шулай итеп, балаларҙың шат тауышына күмелгән "Ҡояшлы” лагеры менән танышҡандан һуң, бында эшләүсе коллективтың балаларҙың йәйге ялы күңелле лә, файҙалы ла үтһен өсөн барыһын да эшләүен күреп һоҡландыҡ.
    Онотолғоһоҙ сағыу тәьҫораттар ҡалдырған лагерь тормошо балалар күңелендә мөғжизәле бер мәл булып ҡалһын.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.