Лидерҙар бәйгеһе үтте
20 марта 2013 йыл | Мәғариф

Лидерҙар бәйгеһе үтте14 мартта Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә "ХХI быуат лидеры” I район конкурсы үтте. Уны Балалар ижады үҙәге район Хакимиәтенең йәштәр эштәре, спорт һәм туризм секторы, "Алтын бал ҡорто” район балалар йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойоштороп уҙғарҙы. Конкурстың маҡсаты – районда ижади, әүҙем йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү.
Бәйгелә Красноусол, Ташлы, Бурлы, Яңғыҙҡайын мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты, башҡа мәктәптәр бурандан юлдар ҡапланыу сәбәпле килә алмаған.
Конкурсанттар өсөн бәйге өс һынауҙан торҙо: тәүҙә үҙҙәре менән таныштырҙылар, артабан слайдтар презентацияһын һәм ижади оҫталыҡтарын күрһәттеләр.
Бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, үҙен ысын лидер итеп танытҡан Красноусолдағы 2-се мәктәп уҡыусыһы Резеда Йәғәфәрова Гран-при яуланы. Яңғыҙҡайын мәктәбенән Фидан Ғафаров – 1-се, Юлиә Искәндәрова (3-сө мәктәп) – 2-се, Кристина Шаульская (1-се мәктәп) 3-сө урынға лайыҡ булды.
И.ӘЛИБАЕВА.
Йәш лидерҙарҙан бер төркөм. Һулдан икенсе - Гран-при яулаған Резеда Йәғәфәрова.