Мәғарифтың бурысы – шәхес тәрбиәләү
02 сентября 2015 йыл | Мәғариф

Мәғарифтың бурысы – шәхес тәрбиәләүЙыл һайын үткәрелеп килгән традиция буйынса, пленар ултырыш алдынан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һәм саҡырылған ҡунаҡтар мәҙәниәт һарайы фойеһында мәктәптәр, мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениелары коллективтары әҙерләгән бай йөкмәткеле методик күргәҙмә менән танышты.

Методик күргәҙмәләр менән бер рәттән, уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәселәрҙең ҡул эштәренән торған күргәҙмәләр ойошторолғайны. Мәҫәлән, Ҡауарҙы мәктәбенең башланғыс класс уҡытыусыһы Ә.Ф.Сурағолованың оригами техникаһында эшләнгән әйберҙәре, Аҡкүл, Табын, Йөҙимән, Юлыҡ, Имәндәш һ.б. ауылдарҙан килтерелгән ҡул эштәре иғтибарға лайыҡ ине. Методик күргәҙмәләрҙә портфолио, проект эштәренән тыш, заманса технологиялар – мультимедиа таҡталары, проекторҙар, уҡыу әсбаптары, музей экспонаттары, балалар өсөн үҫтереүсе уйындар һәм уйынсыҡтар, юл ҡағиҙәләрен өйрәтеүсе билдәләр, хатта ҡом менән һүрәт төшөрөү таҡтаһы ла бар ине.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Йәғәфәр улы Салауатов конференция-ны асып, педагогтарҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотланы. Районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренә эшкә ҡайтҡан 5 йәш белгес-те тәбрикләп, сәскәләр тапшырғандан һуң, тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа бирелде.

Унан һуң һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Фазыл улы Вәлиев сығыш яһаны. Ул 20 августа Неф-текама ҡалаһында үткән уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе тураһында һөйләне. Уның эшендә ҡатнашҡан республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың сығышындағы ҡайһы бер тезистар менән таныштырҙы. Республика Башлығының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сират  проблемаһына республика хөкүмәтенең  ҙур иғтибар биреүен, был мәсьәләнең 2015 йыл аҙағына хәл  ителәсәгенә ышаныс белдереүен әйтеп үтте. Бының өсөн федераль һәм республика бюджеттарынан 2,2 млрд һум аҡса бүленеүе, 22 яңы балалар баҡсаһында 13,5 мең урын булдырылыуы хаҡында һүҙ барҙы. Белем биреү сифатына ҡағылып, республикала Берҙәм дәүләт имтиханында рус теленән 100 балл йыйыусы уҡыусыларҙың артыуы, шул уҡ ваҡытта математика фәненән түбән балл алыусыларҙың күбәйеүе хәүеф тыуҙыра, тине Р.Вәлиев. Шулай уҡ ул үҙенең сығышында мәктәптәргә йәш педагогтарҙы йәлеп итеү сараларына, белем биреү учреждениеларында физик тәрбиә мәсьәләләренә һ.б. туҡталды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән ҡотланы.
Артабан һүҙ район мәғариф бүлеге етәксеһе Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмоваға бирелде.
 
Сығыш яһаусылар: Красноусолдағы 3-сө мәктәптең башланғыс класс уҡытыусыһы В.С.Әбйәлилова, 1-се мәктәп директоры Г.В.Петрова, "Тирәккәй” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Г.А.Мостафина, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Р.М.Ишмөхәмәтов үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, уңыштары һәм проб-лемалары тураһында һөйләне. Уларҙың һәр береһенең сығышы кәңәшмә залында урынлаштырылған экранда фотоматериалдар, схема-таблицалар менән яҡтыртылып барҙы.

М.Аҡмулла исемендәге педагогия университетының информатика кафедраһы мөдире В.В.Картак үҙенең сығышында башлыса юғары уҡыу йорто менән мәктәптәр араһындағы бәйләнеште нығытыуға, Берҙәм дәүләт имтиханына, олимпиадаларға әҙерлек, уҡыусыларға психологик ярҙам күрһәтеү алымдары һ.б. тураһында һөйләне.

Докладтарҙан һуң кәңәшмәнең резолюция проекты уҡылды һәм бер тауыштан ҡабул ителде.

Артабан алдынғы уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе, өҫтәлмә белем биреү педагогтарын төрлө кимәлдәге наградалар, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләүҙәр башланды. Шулай уҡ мәктәп яны участкалары, методик күргәҙмәләр, яңы уҡыу йылына әҙерлек һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнде, уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. М.Ғафуриҙың - 135, райондың 85 йыллығына арналған сәскәләр күргәҙмәһенә лә ошо кәңәшмәлә йомғаҡ яһалды. Уның һөҙөмтәләре буйынса I урын - Красноусолдың 1-се мәктәбенә, II урын - Курорт, III урын Яңғыҙҡайын урта мәктәптәренә бирелде. Гран-приға Красноусол башҡорт гимназия-интернаты лайыҡ булды. Был мәктәп коллективтарына Маҡтау грамоталары, бүләктәр тапшырылды. Красноусолдың "Миләшкәй”, "Әкиәт” һәм "Тирәккәй” балалар баҡсалары Рәхмәт хаттары, приздар менән бүләкләнде.

Ошоноң менән пленар ултырыш үҙенең эшен тамамланы.

Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.