Мөмкин булғандың барыһын да эшләргә
02 сентября 2015 йыл | Мәғариф

[thumb=left]http://tabin.ru/uploads/posts/2015-09/144119- Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогик хеҙмәт ветерандары, мәктәпкәсә белем биреү һәм өҫтәлмә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар!
Һәр яңы уҡыу йылы алдынан беҙ мәғариф системаһы мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеү өсөн традицион август кәңәшмәһен уҙғарабыҙ. Яңы уҡыу йылы башында бындай профессиональ һөйләшеү ике яҡ - идаралыҡ өсөн дә, педагогик йәмәғәтселек өсөн дә берҙәй файҙалы.
Беҙҙең бурыс – тармаҡ үҫешендәге йыллыҡ һөҙөмтәләрҙе анализлау, яңы бурыстар билдәләү, проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдарын асыҡлау.
Быйыл беҙҙең районда
1 сентябрҙә 4373 бала парта артына ултырасаҡ, 1-се класҡа 507 уҡыусы барасаҡ.
Мәғариф системаһы – райондың социаль сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Белем биреү өлкәһендәге сығымдар муниципаль бюджеттың яртыһын тәшкил итә. 2015 йылда 674 млн һумға иҫәпләнгән муниципаль бюджеттың 404 млн һумы, йәки 66 проценты мәғарифҡа йүнәлтеләсәк.
Яңы уҡыу йылында төп йүнәлештәрҙең береһе – мәктәпкәсә белем менән тәьмин итеү. Районда бөгөн мәктәпкәсә йәштәге 2970 бала иҫәпләнә. Шуларҙың 1908-е балалар баҡсаһына йөрөй. Йәсле йәшендәге 355 бала сиратта тора, 3 йәштән 7 йәшкә тик-лемге балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителгән. 2014 йылда район буйынса балалар баҡсаларында 100 өҫтәлмә урын булдырылды. Йәсле йәшендәге балаларҙы урынлаштырыу мәсьәләһе "Йәштәр” биҫтәһендә төҙөләсәк яңы балалар баҡсаһы сафҡа ингәс хәл ителәсәк.
Районда балаларҙың йәйге ялына һәм һаулыҡтарын нығытыуға ҙур иғтибар бүленә. Йәйге һауыҡтырыу ялына республика һәм урындағы бюджеттан 8 млн һумға яҡын аҡса йүнәлтелде. Район бюджетынан лагерҙарҙы ойоштороуға 500 мең һумдан ашыу аҡса тотонолған.
1 сентябрҙә уҡыусылар ремонт эштәре үткәрелгән мәктәптәргә киләсәк. Белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында
1 млн һумдан ашыу аҡса бүленде.
База мәктәптәрен нығытыу бер сменалы уҡытыуға күсеү өсөн мөһим. Бөгөн районда балаларҙың 88 проценты бер сменала уҡыһа, республика буйынса был күрһәткес – 86 %.
Ауыл ере өсөн рациональ юлдарҙың береһе – балалар баҡсаһын, мәктәпте һәм өҫтәлмә белем биреү учреждениеларын берләштергән белем биреү комплекстары булдырыу. Әлеге көндә мәктәптәрҙең ойоштороу-хоҡуҡи статустарын үҙгәртеп, ошо йүнәлештә эш алып барабыҙ.
Белем сифатына килгәндә, математика, химия, физика һәм информатика фәндәрен уҡытыуҙағы етешһеҙлектәр борсолоу тыуҙыра. Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған сығарылыш класс уҡыусыларының 28 проценты математиканан имтиханда те-йешле балдарҙы йыйманы. Шуның арҡаһында 16 уҡыусы урта белем тураһында аттестат ала алманы.
Район мәғариф бүлеге, мәктәптәр етәкселеге һәм педагогик коллективтар был хәлгә етди анализ яһап, белем биреү сифатын күтәреү буйынса мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейеш.
Тәрбиә мәсьәләләрен дә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Быйыл мәктәп һәм өҫтәлмә белем биреү педагогтары Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының исемен мәңгеләштереү бу-йынса бик күп эштәр башҡарҙы. Уның һөҙөмтәһендә М.Ғафури майҙанында "Үлемһеҙ полк” стенды барлыҡҡа килде. Был йүнәлештә эште артабан да дауам итергә кәрәк.
Беҙ ауыл ерендә йәшәйбеҙ, шуға күрә балаларыбыҙға лайыҡлы белем биреү менән бергә, уларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.
Районыбыҙҙың бөтә мәктәптәрендә лә тиерлек быға тейешле иғтибар бирелеүе һөйөндөрә. Мәктәп яны участкаларында эшләп, уҡыусылар үҙ ҡулдары менән үҫтерелгән йәшелсә менән мәктәп ашханаларын тәьмин итеүҙә ярҙам итеп кенә ҡалмайҙар. Улар һәр тиндең еңел табылмауын, әммә үҙең аҡса эшләүҙең ни тик-лем шатлыҡлы булыуын төшөнөп, аҡса эшләргә лә өйрәнә. Хәҙер инде матур традицияға әйләнгән мәктәп йәрминкәләре йылдан-йыл киңерәк масштабта үткәрелә. Унда эшләп табылған аҡсаны уҡыусылар республикабыҙҙың төрлө ҡалаларына экскурсияларға барғанда, байрам сараларында, башҡа сығымдарға тотоналар. Мәҫәлән, М.Ғафуриҙың - 135, райондың 85 йыллығына арналған йәрминкәлә Курорт, Ҡормантау, Бурлы мәктәптәре, башҡорт гимназия-интернаты әүҙем ҡатнашты.
Һуңғы йылдарҙа районда умартасылыҡ киң ҡолас ала. Өлкәндәргә ҡарап балаларҙа ла уға ҡыҙыҡһыныу уяна. Бөгөнгө көндә Үтәк, Сәйетбаба, Мәндем мәктәптәренең үҙ умарталыҡтары бар. Үтәк, Зареченский, Ҡормантау, Толпар мәктәптәре уҡыусылары ла ҡортсолоҡ менән әүҙем шөғөлләнә.
Хөрмәтле белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре! Уҡытыусы һөнәре һәр заманда ла ауыр һәм яуаплы булды. Бөгөн балаларҙы үҙ аллы фекерләүгә, дөрөҫ һығымталар яһарға, оло тормош юлында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтеү, уларҙа яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү
айырыуса мөһим.
Ғафури уҡытыусыларының рес-публика һәм Рәсәй кимәлендәге ҡаҙаныштары һәм еңеүҙәренең күп булыуы һөйөндөрә. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында призер булған уҡыусыларҙы педагогтарыбыҙ Гөлшат Әкрәм ҡыҙы Вәлиева (башҡорт гимназия-интернаты), Эльвира Фәнис ҡыҙы Ғәйнуллина (Үзбәк дөйөм белем биреү мәктәбе) әҙерләне. Үҙ вазифаларына яуаплы ҡараған, яҡшы эш һөҙөмтәләренә өлгәшкән директорҙар: А.С.Рудкевич (Красноусолдағы 3-сө мәктәп), В.Ғ.Ғәббәсов (2-се мәктәп), И.А.Пестрякова (Курорт мәктәбе), Г.В.Петрова (1-се мәктәп), С.Л.Романов (Мораҡ мәктәбе) рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ.
Хөрмәтле педагогтар!
Республика етәкселеге, ра-йон хакимиәте исеменән яңы уҡыу йылы башланыуы – Белем көнө менән педагогик хеҙмәт ветерандарын, уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы, студенттарҙы, ата-әсәләрҙе тәбрикләйем. Барыһына ла уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, түҙемлек теләйем.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт.
4895_uchitelskaya-konferenc-111.jpg[/thumb]