“Заманса белем биреү – сифат проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары”
02 сентября 2015 йыл | Мәғариф

“Заманса белем биреү – сифат проблемалары  һәм уларҙы хәл итеү юлдары”Бөгөн беҙ йыл һайын үткәрелгән осрашыуға, традицион август кәңәшмәһенә уҡытыу-тәрбиә процесындағы проблемаларға анализ яһап, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләргә, район мәғариф системаһының артабанғы үҫеш юлдарын күҙалларға йыйылдыҡ.

Хәҙерге заман шарттарында мәктәп һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары алдында оло тормош юлында дөрөҫ йүнәлеш һайлай белгән шәхес тәрбиәләү бурысы тора.

2014-2015 уҡыу йылында райондағы 44 белем биреү учреждениеһында: 16 башланғыс, 14 дөйөм белем биреү, 13 урта мәктәптә һәм 1 гимназияла 4347 уҡыусы белем алды. Быйыл, демографик хәлдең киҫкен тороуын иҫәпкә алып, ҡайһы бер мәктәптәр үҙгәртеп ойошторола: 8 дөйөм белем биреү һәм 1 башланғыс мәктәп урта мәктәптәрҙең филиалы булараҡ эш башлай. Өс башланғыс мәктәп – Еҙем-Ҡаран мәктәбенең 2 һәм Юлыҡ мәктәбенең 1 филиалы ябылды. Имәндәш һәм Юлыҡ урта мәктәптәре дөйөм белем биреү мәктәптәренә әйләндерелде. "Юл картаһы”на ярашлы был мәктәптәргә уҡыусыларҙы автобус йөрөтәсәк. Мәктәпкәсә учреждениеларҙы мәктәп биналарына күсереү эше лә дауам итә.

Бөгөнгө көндә районда 3 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 25 мәктәптә балалар баҡсаһы төркөмдәре бар, уларҙа 183 педагог эшләй.
Уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса мәктәптәрҙәге өлгөрөш 99,3 % тәшкил итте. Белем сифаты күрһәткесе – 52,2 %.

Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған 193 уҡыусының 22-һе тик яҡшы билдәләренән генә торған аттестат алды һәм "Уҡыуҙа уңыштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Имтихандарҙы уңышлы тапшырған сығарылыш класс уҡыусылары үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәр буйынса юғары һәм урта махсус белем биреү уҡыу йорттарына уҡырға инделәр. Юғары уҡыу йортона инеүселәр дөйөм күрһәткестең 59 процентын тәшкил итте. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ Башҡорт дәүләт университетын, медицина, ауыл хужалығы, авиация университеттарын, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын һайланы. Йылдың-йылы Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Ырымбур, Төмән, Сорғот ҡалалары уҡыу йорттарына инеүселәр ҙә байтаҡ була.

Заман талабы - яңы технологиялар

Республиканың федераль проекттарҙа ҡатнашыуы белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға мөмкинлек бирҙе. Бөгөнгө көндә район мәктәптәрендәге уҡыу кабинеттарының 30 проценты - мультимедиа, 16 проценты интерактив ҡоролмалар менән йыһазландырылған.
Уҡытыусыларҙы ноутбуктар менән тәьмин итеү арҡаһында электрон уҡытыуҙы индереүгә педагогик кадрҙарҙың әҙерлек кимәле күтәрелде. Мониторинг һөҙөмтәләре буйынса, уҡытыусыларҙың 94 проценты компьютер менән файҙалана белә. Райондың бөтә мәктәптәре лә дистанциялы уҡытыу системаһына тоташтырылған. 2013 йылдан башлап электрон көндәлектәр индерелде.

Белем биреү сифатының хәҙерге заман талабы – уҡыусыларҙың академик белем кимәлен күтәреү генә түгел, ә уларҙа дөйөм кешелек ҡиммәттәрен формалаштырыусы сифаттар тәрбиәләү.

2014-2015 уҡыу йылында тәрбиә эштәре сиктәрендә мәктәптәрҙә семинарҙар, кон-курстар, күргәҙмәләр, спорт саралары, класс сәғәттәре, ата-әсәләр йыйылыштары, конференциялар уҙғарылды.

Беҙҙең уңыштар

Район кимәлендә үткәрелгән сараларҙа Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Юлыҡ, Үзбәк мәктәптәре коллективтары әүҙем ҡатнашты. "Башҡортостан ынйылары” тип аталған фольклор коллективтары конкурсының район этабында гимназия уҡыусылары еңеп сыҡты. Улар Әлшәй районында үткән финалда 1-се дәрәжәләге лауреат булып ҡайтты.

"Хәүефһеҙ бала саҡ юлдары” тип исемләнгән КВН-дың зона этабы ла беҙҙең районда юғары кимәлдә үтте. Унда ла гимназиябыҙҙың "Ауыр бала саҡ” командаһы еңеп, финалға сыҡты. Бөрө ҡалаһындағы финалда 1-се урын алды улар.

Уҙған уҡыу йылында район уҡыусылары йәш таланттарҙың "Яҙғы тамсылар” 1-се республика конкурсында ҡатнашты. Финалға үткән уҡыусыларыбыҙ: Илнур Үлмәҫбаев 1-се дәрәжә лауреат исеменә (етәксеһе Д.Ғ.Абдуллина, башҡорт гимназияһы), Рипсеме Мартиросян – 2-се дәрәжә лауреат исеменә (С.Б.Швецов, Табын мәктәбе), "Етегән” ансамбле (гимназияның 3-сө класс уҡыусылары) -  2-се дәрәжә дипломға (етәксеһе З.М.Дәүләтбаева), Руфина Кәримова (гимназияның 3-сө класс уҡыусыһы) – 3-сө дәрәжә дипломға (З.М.Дәүләтбаева) лайыҡ булды.

Шәхес тәрбиәләүҙә патриотик тәрбиәнең роле лә ҙур. Февраль айында хәрби-патриотик айлыҡ үткәрелде. Мәктәптәрҙә уҙған бөтә саралар ҙа Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналды. Район үҙәгендәге Еңеү парадында Красноусол мәктәптәре, башҡорт гимназия-интернаты, Аҡкүл, Табын, Бурлы, Яңғыҙҡайын, Курорт мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. "Үлемһеҙ полк” акцияһы 800-ҙән ашыу бала ҡатнашлығында үтте.

3-сө мәктәп базаһында "Батыр” хәрби-патриотик клубы төҙөлдө (етәксеһе – И.З.Абыҙгилдин). Балаларға әхлаҡ тәрбиәһе биреүҙә "Алтын бал ҡорто” ойошмаһы ла ҙур эштәр алып бара. Уның сафында 1500 пионер иҫәпләнә.

Тәрбиә эштәрендә Балалар ижады үҙәге һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт  мәктәбе коллективтары ла әүҙем ҡатнаша.

Хөрмәткә лайыҡ уҡытыусылар

Район мәктәптәре педагогик кадрҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Уҡытыусыларҙың 78 проценты юғары белемгә эйә. Юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкән, оҙаҡ йылдар мәғариф системаһында эшләүсе тәжрибәле ветеран-уҡытыусылар Н.В.Терехова (Табын мәктәбе), Ш.М.Мәжитов (Аҡкүл мәктәбе), Ф.Х.Заһиҙуллина (Сәйетбаба мәктәбе), Т.Г.Волкова (3-сө мәктәп), З.Р.Солтанова (3-сө мәктәп), Н.А.Әхмәтйәнова (2-се мәктәп) һ.б. маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.

Йыл һайын үткәрелеп килгән "Йыл уҡытыусыһы – 2015” конкурсында 15 уҡытыусы ҡатнашты. Уларҙың дүртәүһе рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ине. "Йыл уҡытыусыһы” исеменә Юлыҡ мәктәбенең география уҡытыусыһы Әнисә Йәғәфәр ҡыҙы Абдрахманова, "Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” исеменә - 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы Рузалия Рәшит ҡыҙы Хәкимова, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” исеменә Миләүшә Миңнулла ҡыҙы Рәхимова (башҡорт гимназияһы) лайыҡ булды.

2014-2015 уҡыу йылында 119 уҡытыусы квалификация категорияларына аттестация үтте. Уның һөҙөмтәһендә 50 педагог - юғары , 69-ы 1-се категорияға эйә булды.

Туған телдәргә иғтибар

Район мәғариф бүлеге туған телдәрҙең әһәмиәтен үҫтереүгә, уҡыусыларҙа милли үҙаң тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә.

2014 йылдың октябрендә Сәйетбаба урта мәктәбе базаһында "Кейекбаев уҡыуҙары” фәнни-тикшеренеү эштәренең район конкурсы уҙғарылды. Унда 14 мәктәптән 78 уҡыусы ҡатнашты. Еңеүселәр һәм призерҙар мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде. Был сараны үткәреүҙә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән "Урманстрой” фирмаһы директоры Әхмәт Аҫылбәковҡа рәхмәтлебеҙ.

Республика кимәлендә үткәрелгән "Кейекбаев уҡыуҙары” фәнни-практик конференцияһы сиктәрендә уҙғарылған уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың форумында ҡатнашып, башҡорт гимназияһының 7-се класс уҡыусыһы Эльнара Айытова Мәғариф министрлығының 3-сө дәрәжә дипломына лайыҡ булды (етәксеһе Э.С.Ҡунафина).

2015 йылдың ғинуарында уҙған башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала гимназияның 10-сы класс уҡыусыһы Альбина Әбелғатина (уҡытыусыһы Э.С.Ҡунафина) һәм 1-се мәктәптең 9-сы класс уҡыусыһы Юлия Каращенко (уҡытыусыһы Г.Н.Ғәҙелшина) призер булды һәм Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

2015 йылдың 1 сентябренән районыбыҙҙың белем биреү учреждениеларында төп дөйөм белем биреү стандарттары индереләсәк.
Хөрмәтле кәңәшмәлә ҡатнашыусылар!

Беҙҙең төп бурысыбыҙ – заман талабына ярашлы белем биреүҙең сифатын күтәреү. Алда – яңы уҡыу йылы. Һеҙҙе ошо уңай менән ҡотлайым, һаулыҡ, һөнәри үҫеш, уңыштар теләйем.