Һаумы, китап иле!
13 апреля 2016 йыл | Мәғариф, Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул (күренекле рус яҙыусыһы) С.Т.Аксаковтың 225 йыллығына, "Алсәскә” әкиәтенә арналды. Балалар был әкиәт илендә сәйәхәттә йөрөнө, уның буйынса алып барыусылар биргән төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙе. Ошонда уҡ балалар араһында иғлан ителгән ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Сәхнә түрен конкурсҡа тәҡдим ителгән ижади эштәрҙән – һүрәттәрҙән, бәйләнгән, сигелгән, пластилиндан әүәләп, төҫлө ҡағыҙҙарҙан әҙерләнгән алсәскәләр күргәҙмәһе биҙәне. Был ижади эштәр бәйгеһендә ҡатнашҡан балалар (ике тиҫтәнән ашыу) сәхнә түренә саҡырылды, уларҙың һәр береһе китапханасылар әҙерләгән бүләктәрҙе алып ҡыуанды. Шулай уҡ китапханаға даими йөрөп, иң күп китап уҡыусы тип танылған балаларға Маҡтау грамоталары тапшырылды. Уны балалар китапханаһының әйҙәүсе китап-ханасыһы Елена Сәмиғуллина мауыҡтырғыс итеп алып барҙы.
Аҙналыҡтың  икенсе көнөн-дәге сара Агния Бартоның 110 йыллығына арналды. А.Л.Бартоның ижад емештәре - әҫәрҙәре буйынса "Күңелле бала саҡ илендә” тип аталған поэтик композицияны Красноусолдағы 1-се урта мәктәп китапханасыһы Людмила Федоровская әҙерләгән һәм алып барыусыһы ла үҙе булды.
1-се  мәктәп уҡыусылары яҙыусы-ның төрлө йылдарҙа балалар өсөн ижад ителгән ҡыҙыҡлы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ә тамашасылар – балалар әҙәби викторина һорауҙарына яуап бирҙе, башватҡыстар систе, уйын-конкурс программаларында ҡатнашты.
Өсөнсө көндө мәҙәниәт һарайы сәхнәһен Красноусолдағы 2-се урта мәктәп уҡыусылары һәм китапханасы Валентина Кулагина биләне. Улар аҙналыҡта ҡатнашыусыларҙы "А-нан Я-ға тиклем этикет” китабы буйынса "сәйәхәттә” йөрөттө. Балалар Барто, Машковский мәҫәлдәре һәм шиғыр-хикәйәләре буйынса әҙерләнгән сәхнә күренештәре аша изгелек, дуҫлыҡ, алдашыу, һаранлыҡ, үпкәләү кеүек һәм башҡа төшөнсәләрҙең мәғәнәһенә асыҡлыҡ индерҙе.
Аҙналыҡтың дүртенсе көнөндә Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең
4 "В” класы уҡыусылары (класс етәксеһе – Е.Котова) ҡунаҡҡа килде. Китапханасы Зөлфирә Үтәғолова "Планетаны һаҡлайыҡ!” экологик инфо-
Квест үткәрҙе. Сара барышында экология хаҡында шиғырҙар яңғыраны, балалар Гиннес рекордтар китабына ингән йәнлектәр, ғәжәйеп үҫемлектәр донъяһы менән танышты, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты, тәбиғәт хаҡындағы йомаҡтарҙы систе.
Аҙналыҡҡа китапхананың хеҙмәт-ләндереү  бүлеге китапханасыһы Айгөл Кинйәбаева уҙғарған "Рәхмәтград ҡалаһында” виртуаль экскурсия йомғаҡ яһаны.
Һәр бер уҙған сара аҙағында бала-лар ҡыҙыҡлы, фәһемле йәнһүрәттәр ҡарап кинәнде. Уларҙы ҡарауҙы үҙ проекторында Салауат Ибәтуллин ойошторҙо. Район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән "Забава” бейеү коллективының (етәксеһе – Илшат Хәбибуллин), Балалар сәнғәт мәктәбе гитарасылары сығыштары, Балалар ижады үҙәгенең "Мода оҫтаханаһы” студияһында (етәксеһе – Л.Фокина) шөғөлләнеүсе ҡыҙҙарҙың моделдәр коллекцияһы сараларға матур биҙәк өҫтәне.
Балалар китабы аҙналығын уҙғарыуҙа ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың барыһына ла китапхана хакимиәте рәхмәтен белдерә.
И.ӘЛИБАЕВА.