Белемлеләр көс һынаша
13 апреля 2016 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Районыбыҙ данын Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8-се класс уҡыусыһы Аделина Рахманғолова (фәнни эшенең темаһы: Пигидий Трилобита. Ташлы доломит карьерында табылған палеонтологик ҡаҙылма) менән 2-се мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы Раушания Собханғолова (темаһы: Ғафури районының тәбиғәт (геологик) ҡомартҡылары) яҡланы. 3 көн барған ярышта уҡыусылар геология фәне буйынса белемдәрен күрһәтеп, минералдар һәм тау тоҡомдарының, ҡаҙылмаларҙың төрөн билдәләргә, тест һорауҙарына яуап бирергә, фәнни-тикшеренеү эштәрен яҡларға тейеш ине. 30 мартта БР-ҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында олимпиадаға йомғаҡ яһалды. Һөҙөмтәлә, Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Аделина Рахманғолова Мәскәү ҡалаһында үтәсәк "Ер һәм Кеше” Х Бөтә Рәсәй геология олимпиадаһында Башҡортостан командаһы
составында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.
15-17 апрелдә Мәскәү дәүләт геология разведка университетында уҙасаҡ мөһим бәйгелә уҡыусыларға уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Айрат МИҢЛЕБАЕВ,
Рус география йәмғиәтенең
Ғафури районы бүлексәһе рәйесе.