Киләсәк йәштәр ҡулында
27 августа 2016 йыл | Мәғариф, Хаттар, Йәмғиәт


2009 йылда Башҡортостанда Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы барлыҡҡа килә һәм ул бөгөнгө көндә лә бик әүҙем эш алып бара. Ассоциация үҙенә 16 район берлеген туплаған. Үҙ эшмәкәрлегендә "Ғафури йәштәре берлеге” башҡаларҙан һис тә ҡалышмай.
Ассоциация үткәргән сараларҙа, мәҫәлән, "Яҡташтар осрашыуы" концерт-уйыны, "Урал мираҫы" Йәштәр мәғариф форумы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә уҙғарылған "Яҡташтар киске уйынға саҡыра" тигән сараларҙы ойоштороуҙа беҙҙең берлек әүҙем ҡатнашып килә.
Йәш яҡташтар берлектәре ассоциацияһы кубогы өсөн район командалары араһында волейбол, футбол, баскетбол, шахмат, көрәш һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар уҙғарыла. Шул ярыштарҙа беҙҙекеләр һәр саҡ алдынғы урындар яулай.
Әйткәндәй, Башҡортостан, Ғафури йәштәре заманса ҡарашлы, әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара.
Бына-бына яңы уҡыу йылы башланырға тора, беҙҙең берлек үҙ сафында беренсе курсҡа килгән йәш яҡташтарыбыҙҙы күрергә теләй. Ғафури районының данын яҡлап спорт ярыштарында ҡатнашырға әҙерһеңме? Бейеп йәиһә йырлап күңелдәрҙе елкендерә алһаң, Республикабыҙҙың иң әүҙем һәм иң егәрле йәштәре менән бергә эш итергә теләһәң һәм бөтә Рәсәй кимәлендә үткән форумдар һәм конкурстарҙа ҡатнашырға, еңергә теләгең булһа, "Ғафури йәштәре берлеге” һине көтә! Беҙ барығыҙҙы ла яңы уҡыу йылында ҡаршы алырға шатбыҙ!
Беҙҙең төркөм: https://vk.com/zeml_gafury
Һорауҙар һәм тәҡдимдәр буйынса: https://vk.com/ruzilya_yuluk.
Рүзилә ЮЛЫҠОВА,
Ғафури йәштәре берлеге рәйесе.