“Муниципаль мәғариф системаһы эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәләре һәм өҫтөнлөклө йүнәлештәре”
31 августа 2016 йыл | Мәғариф

Бөгөн беҙ илебеҙ мәғарифындағы барған модернизация һәм ҙур үҙгәрештәр осоронда 2015-2016 уҡыу йылына йомғаҡ яһайбыҙ, беҙҙе борсоған проблемаларҙы уртаға һалып тикшерәбеҙ һәм муниципаль мәғариф системаһының артабанғы үҫеше өсөн мөһим стратегик ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ.
Райондың Муниципаль мәғариф сәйәсәтенең стратегик маҡсаты булып шәхестең, йәмғиәттең һәм дәүләттең сифатлы һәм һәр кем алырлыҡ белемгә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн шарттар булдырыу тора. Беҙҙең районда төрлө кимәлдәге белем алыу өсөн шарттар бар. Мәғариф ойошмаларының муниципаль селтәре 20 филиалдары менән 20 дөйөм белем биреү учреждениеһын, 3 мәктәпкәсә белем биреү һәм 2 өҫтәлмә белем биреү учреждениеһын үҙ эсенә ала.
Дөйөм мәғариф системаһын модернизациялауҙың мөһим инструменты булып артабан Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын (ФГОС) индереүҙе тәьмин итеү тора. Яңы уҡыу йылында башланғыс һәм төп дөйөм белем биреү стандарттары буйынса белем алыусылар өлөшө белем биреү
ойошмаларында уҡыусыларҙың дөйөм иҫәбенең 63 % тәшкил итәсәк.
2016 йылдан дөйөм белем биреү сифатын баһалауҙың яңы процедураһы – Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре практикаға индерелде. Уның маҡсаты – Рәсәй Федерацияһында белем биреү мөхитенең берҙәмлеген тәьмин итеү һәм белем биреү ойошмаларына бер төрлө тикшереү материалдары һәм уҡыу ҡаҙаныштарын баһалауҙың бер төрлө критерийҙары булдырыу иҫәбенә Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын индереүҙә ярҙам.
Уҙған уҡыу йылында бөтөн Рәсәй дөйөм белем биреү ойошмаларындағы 4-се кластарҙа өс фән (рус теле, математика һәм тирә-яҡ мөхит) бу-йынса Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен һынап ҡарау уҙғарылды. Унда беҙҙең райондың 4-селәре лә ҡатнашты. Шуны билдәләргә кәрәк, беҙ һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәштек.
Рус теленән район буйынса өлгөрөш 97 %, сифат – 82 %, математиканан - өлгөрөш 97 %, сифат – 78 %, тирә-яҡ мөхит буйынса - 99 %, сифат – 78 % булды.
2016 йылдан ошондай уҡ эштәр башланғыс класс кимәлендә мотлаҡ буласаҡ, ә 2017 йылдан тикшереү эштәре бөтөн башланғыс һәм төп мәктәптәр уҡыусылары өсөн мотлаҡ буласаҡ.
Хөрмәтле коллегалар! Яңы стандарттарҙы тормошҡа ашырыу педагогтарҙың квалификация кимәлен күтәреү йәһәтенән системалы эште талап итә. Һөнәри педагогик эшмәкәрлекте тотоуға һәм уның сифатына берҙәм талаптар ҡуйыу, квалификацион кимәлгә баһа биреү өсөн 2015 йылдан педагогтың һөнәри
стандарты раҫланды.
Стандартҡа ярашлы, белем биреү процесына төрлө: белем алыуҙа махсус ихтыяжы булған; һәләтле; сәләмәтлектәре яғынан мөмкинлектәре сикле уҡыусыларҙы ла индереү өсөн педагог уҡытыу һәм тәрбиә эшендә махсус юлдар файҙаланырға те-йеш. Стандарт шулай уҡ педагогтың һөнәри компетенцияһынан айырылғыһыҙ булған шәхси сифаттарына ла ҡайһы бер талаптар ҡуя.
Дөйөм алғанда, стандарт бөтә уҡытыусыларҙың да юғары белемле булыуын, һәр бер уҡыусы менән индивидуаль эшләй алыуын, класта тәрбиәүи эш алып барыуҙы, ата-әсәләрҙе хеҙмәттәшлеккә йәлеп итеүҙе һәм даими һөнәри яҡтан үҫеүҙе талап итә. Ошонан сығып, уҡытыусыларҙың эш хаҡы ла туранан-тура стандарт талаптарын үтәүгә бәйле буласаҡ. Ошоға бәйле, яңы уҡыу йылында беҙҙең алда педагог эшмәкәрлеген һөҙөмтәле контракттарға ярашлы ойоштороу бурысы тора.
Педагогтың эш хаҡы артыуы белем биреү сифаты өсөн яуаплылыҡ кимәле күтәрелеүе менән мотлаҡ үрелеп барырға тейеш.
Педагогтың эшмәкәрлегендә һөнәри үҫешен билдәләүсе мөһим йүнәлеш булып төрлө конкурстар ойоштороу һәм уҙғарыу тора. Уҙған уҡыу йылында "Йыл уҡытыусыһы” конкурсында 6 уҡытыусы ҡатнашты. Конкурс еңеүсеһе Красноусол
башҡорт гимназия-интернатының химия уҡытыусыһы Эльмира Сәлих ҡыҙы Ғәзизова булды. Лауреаттар – 2-се урта мәктәптең химия уҡытыусыһы Лена Фәтих ҡыҙы Зәйнуллина һәм Рәзинә Дауыт ҡыҙы Юнысова (КБГИ, инглиз теле уҡытыусыһы). Конкурста ҡатнашҡан Марина Марат ҡыҙы Зөлҡәрнәйева (3-сө мәктәп), Зөбәржәт Мәжит ҡыҙы Усманова (1-се мәктәп) һәм Расих Ишмырҙа улы Муллашев (Имәндәш мәктәбе) номинацияларҙа билдәләнде. Шулай уҡ "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” конкурсында 4 уҡытыусы ҡатнашып, Юлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы Альмира Әхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева еңеү яуланы һәм Эльмира Сәлих ҡыҙы менән конкурстың республика этабында ҡатнаштылар.
Өсөнсө йыл рәттән класс етәкселәре араһында "Иң шәп класс етәксеһе” тигән һөнәри оҫталыҡ район конкурсы үтә. Уҙған уҡыу йылында 5 уҡытыусы: Рита Нәзирова (КБГИ), Алексей Баязов (Красноусолдағы 1-се мәктәп), Эльвира Хисмәтуллина (Курорт мәктәбе), Анна Вязовцева (Аҡкүл мәктәбе), Гүзәл Хәбибуллина (2-се мәктәп) ҡатнашты. Һәм Красноусол гимназияһының география уҡытыусыһы Рита Нәзирова еңеүсе булды.
Икенсе йыл районда "Йыл уҡыусыһы” район конкурсы уҙғарылып, унда ра-
йон, республика, Бөтә Рәсәй сараларында ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса яҡшы уҡыусылар билдәләнә. Уҙған уҡыу йылында конкурс район үҙәге мәктәптәренең 11-се класс уҡыусылары араһында үткәрелде. Һәм аҡсалата бүләктәргә Эдуард Өмөтбаев һәм Вера Иванова (Красноусолдағы 1-се урта мәктәп уҡыусылары), Резеда Йәғәфәрова һәм Ирина Рәхмәтуллина (2-се мәктәп), Светлана Федорова һәм Ринат Дәүләтбаев (3-сө мәктәп), Альбина Әбелғатина һәм Наҙгөл Нәзирова (КБГИ) лайыҡ булды.
Шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында төрлө конкурстар уҙғарыу норма була бара.
2016 йылда тәүгеһенән өлкән мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн "Беҙ – Гагаринсылар” республика олимпиадаһы уҙғарылды. Унда районыбыҙҙан 87 бала ҡатнашты. Һәм "Миләшкәй”, "Тирәккәй” балалар баҡсаларынан 4 бала еңеүгә өлгәште.
Хөрмәтле коллегалар!
Беҙҙең берлектәге эшмәкәрлегебеҙ һөҙөмтәһе булып 9 һәм 11-се кластарҙа сығарылыш имтихандары йомғаҡтары тороуы һәр кемгә мәғлүм.
Һөҙөмтәлә, Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырған 167 уҡыусының 33-ө тик яҡшы билдәләрҙән генә торған аттес-тат алды һәм "Уҡыуҙағы уңыштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
11-се сығарылыш класс уҡыусылары араһында алтын миҙалға эйә булған, йылдың иң яҡшы уҡыусыһы "Йыл уҡыусыһы” конкурсы еңеүсеһе 3-сө мәктәпте тамамлаусы
Ринат Дәүләтбаев рус теле һәм математиканан БДИ-ны тапшырыуҙа иң юғары һөҙөмтәгә өлгәшкәне өсөн тәүгеһенән бы-йыл район хакимиәте башлығы ҡарарына ярашлы 20 мең һумлыҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ булды.
Имтихандарҙы уңышлы тапшырған 111 сығарылыш класс уҡыусыһы үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәр буйынса юғары уҡыу йорттарына уҡырға инделәр, дөйөм күрһәткес 66 процент тәшкил итте. Уҡыусыларҙың 41-е - Башҡорт дәүләт университетына, 17-һе - Өфө дәүләт нефть техник университетына, 11-е - Өфө дәүләт авиация университетына, 9-ы - Башҡорт дәүләт медицина университетына, 2-һе БДПУ-ға уҡырға инде. 21 уҡыусы республикабыҙҙан ситтә белем алыуҙы хуп күргән.
Педагог ниндәй генә стандарттарҙы тормошҡа ашырмаһын, бала шәхесе – иң төп ҡиммәт булып тора. Белем биреү дәрестәр менән генә сикләнмәй. Шәхесте үҫтереү мотлаҡ, шулай уҡ һөнәр һайлағанда үҙ урынын табыуҙа, ижадта, балаларҙың буш ваҡытын файҙалы уҙғарыуҙа, дөйөм һәм экологик мәҙәниәтен, гражданлыҡ, тыуған илгә патриотизм һәм һөйөү тәрбиәләү өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Был бурыстарҙы райондағы ике өҫтәлмә белем биреү учреждениеһы педагогтары хәл итә.
Балалар ижады үҙәгенә 2493 бала йөрөп, улар өсөн төрлө йүнәлештәр
буйынса уҡытыу программаһы тормошҡа ашырыла.
Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 9 спорт төрө - волейбол, баскетбол, гер, еңел атлетика, саңғы, өҫтәл  теннисы, милли көрәш, футбол һәм шахмат бу-йынса спортсылар әҙерләү алып барыла. Башланғыс төркөмдә - 495, уҡыу-тренировка төркөмөндә 240 уҡыусы шөғөлләнә. Спорт мәктәбендә спортсылар: Рәсәй спорт мастеры Азат Мәҡсүтов, 16 спорт мастерлығына кандидат, йөҙләгән разрядсылар үҫеп сыҡты.
2015-2016 уҡыу йылында спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре 15 республика һәм шахмат буйынса (Лиана Сәйфетдинова ҡатнашты) Волга буйы Федераль округы беренселегенә Башҡортостан йыйылма командаһы составында – бер, өҫтәл теннисы буйынса Рәсәй беренселегенә ике ярышта ҡатнаштылар. Әбйәлил районында үткән милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса республика фестивалендә Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусыһы 55 килограмға тиклем үлсәмдәге көрәшселәр араһында 3-сө урын яулауға өлгәште.
Шулай уҡ дәрестән һуң эшмәкәрлек планын тормошҡа ашырыуҙа "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексының да әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Хөрмәтле конференцияла ҡатнашыусылар!
Уҡытыу процесын яңы кимәлдә ойоштороуҙың мөһим шарты булып заманса талаптарға ярашлы шарттар булдырыу тора.
Уҙған уҡыу йылында мәктәптәр һәм балалар баҡсалары биналарын реконструкциялау һәм ремонтлау йәһәтенән байтаҡ эшләнде.
Әлеге мәлдә өс белем биреү учреждениеһында капиталь ремонт бара. Башҡортостан Республикаһының социаль маҡсатлы программаһы фондынан Красноусолдағы 3-сө мәктәпте капиталь ремонтлауға 8,5 млн һум һәм Табын мәктәбенә 2 млн һум аҡса бүленде. Яңғыҙҡайын мәктәбе бинаһын ремонтлауҙа Буруновка ауыл советы ауыл биләмәһе бюджетынан финанс ярҙамы күрһәтелә.
Алдағы пландарға килгәндә, Мораҡ һәм Антоновка ауылы балалар баҡсаларын мәктәп бинаһына күсереү, Ҡауарҙыла балалар баҡсаһын ремонтлау күҙаллана. Яҡын арала Красноусолдағы 2-се һәм 3-сө мәктәптәрҙең спорт залдарын капиталь ремонтлау планлаштырыла.
Бөгөнгө көндә иһә бөтөн белем биреү учреждениеларында ла косметик ремонт башҡарылған, кәрәкле спорт, уйын һәм уҡыу ҡорамалдары, мебель, музыка һәм көнкүреш техникалары һатып алына. Янғынға ҡаршы саралар буйынса эш алып барыла.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары иһә яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер, тип әйтергә кәрәк.
Район хакимиәтенә оло рәхмәтемде белдерергә теләйем, ошондай еңел булмаған ваҡытта мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын яңы уҡыу йылына әҙерләү менән бәйле һәр төрлө мәсьәләләрҙе, шулай уҡ уҡыу йылы буйынса килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә матди яҡтан ярҙамдарын тойоп торабыҙ. Белем биреү учреждениелары етәкселәренә, педагогтарға, ата-әсәләргә, мәктәптәрҙе ремонтлауҙа һәм йыһазландырыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт.
Тиҙҙән 1 сентябрь – Белем көнө. Һәр педагог өсөн был - йылдың иң шатлыҡлы һәм тулҡынландырғыс көнөлөр. Был көндө ул йәнә, ә бәлки, тәүгеһенән үҙ уҡыусыһы һәм мәктәпкәсә йәштәге бала менән осрашасаҡ.
Хөрмәтле педагогтар!
Һеҙҙе яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым! Һеҙҙең өсөн ул алдығыҙға ҡуйылған бурыстарҙы үтәү, ижади үрҙәр һәм еңеүҙәр, һайланған өҫтөнлөктәргә ярашлы маҡсатҡа йүнәлтелгән эштәр йылы булыуын теләйем.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!