Шатлыҡ йорто булһын баҡсабыҙ
26 сентября 2016 йыл | Мәғариф

Тәжрибәле педагогтар бәләкәстәрҙең көнө файҙалы үтһен, улар мәктәпкә етерлек кимәлдә әҙер булып барһын өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. "Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре мәктәптә ҡунаҡта” кеүек саралар буласаҡ беренселәргә мәктәп тормошон алдан күҙ алдына килтерергә, белем иленә еңелерәк инеп китергә ярҙам итә.
Уҙған уҡыу йылында Яугилде, Байымбәт, Ҡормантау балалар баҡсаларында матди-техник база тулыһынса яңыртылды. Бурлы, Березовка баҡсаларына ла бер ни тиклем инвентарь бүленде.
Балалар баҡсаһы төркөмдәре бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Йыллыҡ эш планына ярашлы үткәрелгән конкурстар, саралар, семинарҙар, асыҡ дәрестәр быға асыҡ дәлил.
Ата-әсәләр менән дә балалар баҡсаларының һәр береһендә ҙур эш алып барыла. Төрлө бәйгеләр, ҡул эштәренән ойошторолған күргәҙмәләрҙә ата-әсәләр әүҙем ҡатнаша. Яңы йыл иртәлектәрендә, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам сараларында ата-әсәләр – иң ҡәҙерле ҡунаҡ.
Методик эш системалы рәүештә алып барыла. Тәрбиәселәр педсоветтарҙа сығыш яһай, оҫталыҡ дәрестәрендә тәжрибә уртаҡлаша. Методик кабинет норматив документтар, балалар өсөн китаптар һәм яңы уҡытыу-методик комплекттар менән тулыландырылған. Балаларҙы юлда йөрөү, тормош хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә өйрәтеү даими алып барыла. Кескәйҙәрҙең сәләмәтлеген нығытыу өсөн физкультура-һауыҡтырыу эштәренә, көн режимын теүәл үтәүгә ҙур иғтибар бирелә, төрлө физик күнегеүҙәр, сыныҡтырыу процедуралары башҡарыла.
2015-2016 уҡыу йылында "Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың сәләмәтлеген һәм сәләмәт йәшәү рәүешен тәьмин итеп мәктәпкә әҙерлек сифатын яҡшыртыу, балалар баҡсаһының эшен федераль дәүләт белем биреү стандарты талаптарына нигеҙләнеп ойоштороу” методик темаһы өҫтөндә эшләнек. 2016-2017 уҡыу йылында иһә коллектив алдына балаларҙың интеллектуаль, физик һәм рухи һәләттәрен үҫтереү, йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып балаларҙы мәктәпкә әҙерләү маҡсаты ҡуйылды.
Йомғаҡлап шуны әйтке килә, беҙҙә эшләгән һәр бер педагог үҙ һөнәренең оҫтаһы. Балаларға белем һәм тәрбиә биреү өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ ҙә бар. Ата-әсәләрҙең ярҙамын тойоп, бер һулышта, бер маҡсатта эшләүебеҙ алдағы уңыштарға өлгәшергә ярҙам итер тип ышанғы килә.
Балалар баҡсалары - ауылдарыбыҙҙың киләсәге - кескәйҙәрҙең шат тауышынан яңғырап торһон өсөн тағы ла тырышыбыраҡ эшләрбеҙ тип ышанам.

Ләлә ВӘЛИЕВА,
Бурлы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе.