Ғафуриҙың йөҙөк ҡашы – гимназия!
30 ноября 2016 йыл | Мәғариф, Йәмғиәт

Ғафуриҙың йөҙөк ҡашы –  гимназия!
Ғафуриҙың йөҙөк ҡашы –  гимназия!
Ғафуриҙың йөҙөк ҡашы –  гимназия!
Ғафуриҙың йөҙөк ҡашы –  гимназия! 
Саҡырылған ҡунаҡтар тамашасылар менән шығырым тулы залға ингәс, гимназияның бейеү коллективтары башҡарған сюита менән тантана башланып китте. Байрамса биҙәлгән сәхнә түренә алып барыусылар гимназия директоры Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы Йәнешеваны саҡырҙы. Ул үҙе етәкләгән уҡыу йортоноң үткәне, бөгөнгөһө тураһында һөйләне, киләсәккә пландар менән уртаҡлашты.
- Бөгөн гимназияла 522 уҡыусы белем ала. Улар араһында Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Архангел, Белорет, Стәрлетамаҡ, Ишембай райондарынан һәм Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан да балалар бар. 20 йыл эсендә беҙҙең белем усағын 1548 уҡыусы тамамлаған. Улар илебеҙҙең төрлө тарафтарында, төрлө тармаҡтарҙа фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, республикабыҙ, районыбыҙ данын арттыралар. Араларында филология, химия, биология фәндәре кандидаттары, мәктәп директорҙары, радио-телевидение дикторҙары, табиптар, уҡытыусылар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа белгестәр бихисап. Уларҙы оло тормош юлына аяҡ баҫтырған, төплө белем һәм тәрбиә биргән гимназиябыҙ коллективы бөгөн дә алдынғы инновацион технологиялар ҡулланып эшләүсе, үҙ эшенең оҫтаһы булған юғары белемле 45 уҡытыусы һәм 28 тәрбиәсене берләштерә. Коллективта 3 педагог Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 5-е – Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, 9-ы Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы исемдәренә лайыҡ. Район, республика кимәлендә үткәрелгән һөнәри бәйгеләрҙә юғары бейеклектәр яулаған уҡытыусыларыбыҙ бик күп булыуы менән дә ғорурланабыҙ. Гимназистарыбыҙ бар яҡтан да һәләтле, йыр-бейеүгә маһир, фән өлкәһендә лә, спортта ла һынатмайҙар. Улар "Быҙыбыт”, "Айгүзәл”, "Төлкәҫ” бейеү төркөмдәрендә, вокал, ҡурай, милли музыка ҡоралдары ансамблдәрендә, волейбол, баскетбол секцияларында теләп шөғөлләнә һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәләр. Гимназиябыҙҙың "Һарыҡты кем ашаған?” КВН командаһы ла республикала киң билдәлелек яуланы.
Уҡыусыларыбыҙ күп йылдар инде Мәскәү ҡалаһында үткәрелгән "Киләсәк интеллекты” Бөтә Рәсәй бәләкәй фәндәр академияһы турнирҙарында төрлө фәндәр буйынса уңышлы сығыш яһайҙар. Быйыл улар 1-се урынға лайыҡ булды. Гимназиябыҙҙа икенсе йыл инде "Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проекты буйынса асылған спорт кластары эшләп килә. Буласаҡ чемпиондарыбыҙҙың беренсе уңыштары ла бар.
Бына шулай, гимназиябыҙҙың оло быуын уҡытыусыларының тәжрибәһенә, мәктәптең матур традицияларына таянып, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың үҫешенә ҙур өлөш индереүсе лайыҡлы алмаш тәрбиәләүҙе һәм үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Ошо йүнәлештә киләсәктә лә арымай-талмай эшләрбеҙ тип ҙур ышаныс менән әйтә алам, - тип тамамланы сығышын Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы.
Артабан ҡотлау өсөн һүҙ район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа бирелде. Ул гимназия коллективын, ата-әсәләрҙе, саҡырылған ҡунаҡтарҙы байрам менән тәбрикләне, ҡотлау адресы һәм сикләнмәгән Сертификат тапшырҙы. Шулай уҡ инглиз теле уҡытыусыһы Миләүшә Йосопованы район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Байрам ҡунағы Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ә.М.Ишемғолов үҙ сығышында районыбыҙҙың күп йүнәлештәр, бигерәк тә ауыл хужалығы буйынса республикала алдынғылар рәтендә булыуын билдәләне. Бер төркөм уҡытыусы-тәрбиәселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, гимназияға "Башҡорттар” тигән китап бүләк итте. Унан һуң сығыш яһаусы район Советы рәйесе З.М.Хафизов та байрамға буш ҡул менән килмәгән. Гимназия барлыҡҡа килгәндән бирле ошонда башланғыс кластарға белем биргән Г.Ә.Мәүлетҡолованы Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Гимназияның юбилейы айҡанлы ҡотлау менән сығыш яһаған район мәғариф бүлеге етәксеһе З.Р.Әхтәмова коллективты ирешелгән уңыштары, яулаған бейеклектәре менән тәбрикләне, киләсәктә лә рухлы, милли үҙаңы үҫешкән алмаш быуын тәрбиәләүҙә көс-ҡеүәт, юғары энтузиазм теләне. Ул да бер төркөм педагогтарға Маҡтау грамоталары тапшырҙы.
Артабан сәхнәгә тамашасыларҙың көслө алҡыштары аҫтында гимназияның нигеҙ һалыусылары - беренсе директоры Дәриғәт Муллағәли улы Рәхимов, уның урынбаҫарҙары Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова, Руфина Николаевна Сухорукова, Нәфисә Миңдиәхмәт ҡыҙы Әминовалар саҡырылды. Д.М.Рәхимов бер аҙ тарихҡа күҙ һалып, гимназияның тәүге көндәрен хәтерләне. Уның барлыҡҡа килеүенә күп көс һалған шәхестәргә: Ниязбай Булатбай улы Сәлимовҡа, Заһира Зиннәт ҡыҙы Ғәзизоваға, Ғиндулла һәм Илдар Шәйәхмәтовтарға һ.б. бик күп зыялыларға рәхмәтен еткерҙе. Уның һүҙен ҡеүәтләп Нәфисә Миңдиәхмәт ҡыҙы, Рәмзиә Ғайса ҡыҙы ла коллективты, уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе бер төптән булып ижади эшләргә, яңынан-яңы үрҙәр яуларға саҡырҙы. Уларҙан һуң сәхнә түренә үҙҙәренең йөрәк йылыһы, яғымлы күҙ ҡарашы менән бала күңелдәренә юл һалған уҡытыусы-тәрбиәселәр – ветерандар күтәрелде. Улар исеменән Гөлсирә Мөхәммәт ҡыҙы Байбулдина сығыш яһап, байрам менән ҡотланы, уңыштар теләне. Артабан гимназияла 20 йыл эшләгән педагогтар тәбрикләнде. Араларынан Гүзәл Әсҡәт ҡыҙы Мәүлетҡолова коллегаларына, ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. – Гимназияның үткәне менән ғорурланабыҙ, киләсәге өсөн борсолабыҙ. Уҡыусыларыбыҙҙың уңыштары, беҙҙең дә уңышыбыҙ. Гимназиябыҙҙың тағы ла юбилейҙарын үткәрербеҙ әле, - тине ул сығышында. Юбилярҙар сәскәләр һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Гимназистарҙы байрам менән ҡотларға "Красноусол” шифаханаһы директорының хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Илдар Фәрит улы Иҙрисов килгәйне. Ул да матур теләктәрен еткерҙе, ҡиммәтле бүләк тапшырҙы.
Уҡыусылар был байрамда үҙ һөнәрҙәрен бар яҡтан да күрһәтте. Әле 1-се класта ғына булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡатмарлы гимнастик номер менән сығыш яһаған ҡыҙҙарҙы тамашасы һоҡланып күҙәтте. Милли көрәш, ҡул һуғышы элементтарын күрһәткән егеттәр сығышы ла алҡыштарға күмелде. Өфө ҡунағы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының бүлек мөдире Д.Л.Гладких йәш спортсыларға яңы еңеүҙәр теләне, гимназияға туптар бүләк итте. Унан һуң сәхнәгә Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Р.З.Мөхәмәҙиева, Толпар ауыл биләмәһе башлығы В.Е.Локоленко сығып, гимназистарҙы, коллективты байрам менән ҡотланы. Шулай уҡ район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Э.Н.Насирова, йәштәр сәйәсәте һәм спорт секторы етәксеһе Л.П.Дәүләтшина ла буш ҡул менән килмәгән. Эльвира Нурислам ҡыҙы райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан педагогтарға Рәхмәт хаттары, коллективҡа бүләк тапшырҙы. Лариса Петровна гимназияның КВН командаһы ағзаларын, етәкселәре Р.Н.Сиражетдинованы район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Тантанала әлеге көндә гимназия-интернатта таҙалыҡ-тәртип һағында тороусы хеҙмәткәрҙәрҙең дә һәр береһен исемләп атап рәхмәт һүҙҙәре әйтелде, уларҙы ҡотлап "Төлкәҫ” бейеү ансамбле сығыш яһаны.
Сәхнә түренә гимназияның беренсе сығарылыш уҡыусылары ла саҡырылды. Улар исеменән Марат Басиров менән Светлана Насирова барыһын да байрам менән ҡотланы, бүләктәр бирҙеләр. Светлана Насированың "Аҫыл халҡым” йыры тамашасы күңеленә хуш килде. Уларҙан һуң сәхнәгә уҡыу йортона һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙған бағыусылар – Г.В.Ҡаҙаҡҡолова, И.Ф.Шәйбәков, А.Р.Вахитов, С.М.Йосопов, Өфөнән А.Ф.Фәйзуллин күтәрелде. Барыһы ла матур теләктәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы. Ата-әсәләр комитеты рәйесе А.Ш.Абдуллин барлыҡ ата-әсәләр исеменән уҡытыусы-тәрбиәселәргә оло рәхмәт һүҙҙәре белдереп,  гимназияға ноутбук, принтер, микрофон, һыу йылытҡыс алып биреүҙәрен әйтеп үтте. Гимназия директоры Фәнүзә Әсҡәт ҡыҙы иң әүҙем ата-әсәләрҙе Маҡтау грамоталары, бағыусыларҙы Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Ҙур тантанала гимназияның барлыҡ ижади коллективтары – "Төлкәҫ”, "Быҙыбыт”, "Айгүзәл” бейеү ансамблдәре, "Еҙем” халыҡ инструменттары ансамбле, "Айдарман”, "Етегән” вокаль ансамблдәре, "Һарыҡты кем ашаған?” КВН командаһы ҡатнашты. Гимназистар үҙҙәренең уҡыуҙа ла, сәнғәттә лә, спортта ла һәр ваҡыт беренсе булыуҙарын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Ә уларҙың икенсе тыуған йортона әйләнгән белем усағы, башҡорт интеллигенцияһын тәрбиәләү үҙәге булараҡ, тағы ла оҙаҡ йылдар һүнмәҫ йондоҙ булып балҡыһын.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.