Каникулда спорт ярыштары
30 декабря 2016 йыл | Мәғариф, Спорт

3 ғинуар – Яңы йыл эстафетаһы. 1-5-се класс уҡыусылары ҡатнаша. "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 15.00 сәғәттә башлана.
4 ғинуар – армспорт. 18 йәштән өлкән барлыҡ теләүселәр ҡатнаша. "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 15.00 сәғәттә башлана. Ирҙәр: 70, 80 һәм 80 килограмдан юғарыраҡ ауырлыҡта; ҡатын-ҡыҙҙар: 60, 70 һәм 70 килограмдан юғарыраҡ ауырлыҡта көс һынаша.
4-5 ғинуар – волейбол. 2001 йылда тыуған һәм уларҙан кесе йәштәге ҡыҙҙар араһында район-ара волейбол ярышы. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Межгорье, Туймазы ҡалалары, Әлшәй, Иглин, Ғафури райондары командалары ҡатнаша.
5 ғинуар – дартс. 1-10-сы класс уҡыусылары ҡатнаша. "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 15.00 сәғәттә башлана.
Баскетбол. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары ҡатнашлығында район турниры. Команда составында 7 кеше. Красноусолдағы 1-се мәктәп һәм Красноусол башҡорт гимназия-интернатында 11.00 сәғәттә башлана.
Шахмат. Уҡыусылар араһында тиҙ шахмат буйынса Яңы йыл турниры. Ҡатнашыусылар һаны сикләнмәй.
I төркөм: 2006-2009 йылда тыуғандар;
II төркөм: 1999-2005 йылда тыуғандар.
"Сатраш” шахмат клубында 12.00 сәғәттә башлана.
6 ғинуар – волейбол. Ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында район-ара турнир. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Межгорье, Туймазы ҡалалары, Әлшәй, Иглин, Ғафури райондары командалары ҡатнаша.
Саңғы ярышы. Барлыҡ теләүселәр ҡатнаша. Красноусолда иҫке телевышка эргәһендә 12.00 сәғәттә башлана.
I төркөм: 2003 йылда тыуғандар һәм уларҙан кеселәр, малайҙар - 3, ҡыҙҙар – 2 км-ға уҙыша;
II төркөм: 1999-2002 йылда тыуғандар, үҫмерҙәр - 5, ҡыҙҙар – 3 км-ға уҙыша;
III төркөм: 1998 йылда тыуғандар һәм уларҙан өлкәндәр, үҫмерҙәр һәм ирҙәр – 5, ҡыҙҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар – 3 км-ға уҙыша.
Йөҙөү. Пенсионерҙар араһында район ярышы. "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 15.00 сәғәттә башлана.
7 ғинуар – йөҙөү. Район ярышы, ҡатнашыусылар һаны сикләнмәй. "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 12.00 сәғәттә башлана.
I төркөм: 2005 йылда тыуғандар һәм уларҙан кеселәр, малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа ирекле стилдә 25 метрға уҙыша;
II төркөм: 2002-2004 йылда тыуғандар, үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар ирекле стилдә 50 метрға уҙыша.
III төркөм: 2001 йылда тыуғандар һәм уларҙан өлкәндәр, ҡыҙҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар - 50, үҫмерҙәр һәм ирҙәр 100 метрға уҙыша.
Многоборье. 6-10-сы класс уҡыусылары ҡатнаша.”Еҙем” физкультура һауыҡтырыу комплексында 15.00 сәғәттә башлана.
8 ғинуар – мини-футбол. Йәштәр араһында Яңы йыл турниры, команда
составында 7 кеше. "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 12.00 сәғәттә башлана.
Шахмат. Тиҙ шахмат буйынса Яңы йыл турниры, теләгән бер кеше ҡатнаша ала. "Сатраш” шахмат клубында 12.00 сәғәттә башлана.
10 ғинуар – мини-футбол. Уҡыусылар араһында Яңы йыл турниры, команда
составында 7 кеше. "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында 12.00 сәғәттә башлана.