Уҡытыусы тигән даны бар
31 марта 2017 йыл | Мәғариф

"Мәктәп һуҡмағы буйлап әкрен генә киләсәк кешеһе атлай. Үҙе кес-кенә булһа ла, уйҙары ололарса – үҙен кем уҡытасағын, ҙур тормош юлына кем алып сығасағын белә. Ә был юлдар шаҡтай оҙон буласаҡ. Уҡыусым, һинең йәнәшәңдә белем серҙәрен асыусың, кәңәшсең, ярҙамсың, әсәйеңдәй хәстәрлекле уҡытыусың буласаҡмын. Әйҙә, ныҡлы аҙымдар менән белем иленә рәхим ит!” шундай уйҙар менән мәктәпкә илткән юлдар менән уҡытыусы эшкә ашыға.
Эйе, күпме бала уҙған уның күңеле, йөрәге аша. Күпме шатлыҡ, борсолоуҙар кисергән! «Үҙемдең һайлаған яҙмышым – уҡытыусы яҙмышы», - тип ғорурланып, ғүмерен изге һөнәр - уҡытыусы һөнәренә бағышлаған Яңғыҙҡайын урта мәктәбенең юғары категория-лы математика уҡытыусыһы, Башҡортостандың Мәғариф алдынғыһы Рәйлә Сәлихйән ҡыҙы Насирова.
Күгәрсен районының Өмөтбай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, бәлки, күҙ алдына ла килтермәгәндер, алыҫ Ғафури яҡтарына яҙмышым илтер ҙә, бөтә ғүмерем, булмышым ауыл мәктәбе менән бәйләнер тип. Ғаиләлә 4 малай араһында берҙән-бер ҡыҙ булып үҫкәнгәме, яуаплылыҡ, талапсанлыҡ, ғәҙеллек кеүек сифаттар Рәйлә Сәлихйән ҡыҙына бала саҡтан уҡ бирелгән.Ҡайҙа ла һынатмаған тырыш ҡыҙ, Күгәрсен районы Мораҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап, Ғафури районында хеҙмәт юлын башлай. Бөгөнгө көндә 30 йылға яҡын эш стажы булған, балаларҙың күңелен яулаған, ҙур ихтирамға лайыҡ уҡытыусыларҙың береһе. Ул заман талаптарына яуап биргән яңы педагогик алымдарҙы өйрәнеп, уларҙы ғәмәлдә һынап ҡарай. Шуға күрә лә мәктәп һәм ра-йон кимәлендәге дәрестәре һәр ваҡыт юғары баһа ала. Аҡыллы, тәртипле, тыңлаусан балалар тәрбиәләүсе, уларға һәр яҡлап ярҙам итеүсе, ҡыйынлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа өйрәтеүсе, дөрөҫ юл күрһәтеүсе мөғәллимә бөгөнгө көндә хеҙмәт емештәренә, уҡыусыларының уңыштарына, матур тормоштарына һөйөнөп, ғорурланып йәшәй, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеп шатлана. Ошо шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе уртаҡлашҡан, хеҙмәтеңде аңлаусы һәм яҡлаусы кешең яныңда булыуы үҙе бәхет түгелме ни? Студент йылдарында уҡ яратышып ҡауышҡан Рәйлә Сәлихйән ҡыҙы менән Ринат Зөфәр улы. Матур ғаилә ҡороп 2 ҡыҙҙарына – Лилиә менән Рузиләгә ғүмер бүләк иткәндәр. Ата-әсәһенең һөнәрен дауам итеп, юғары белем алған педагогтар улар ҙа. Икеһе лә үҙ ғаиләләрен ҡороп, Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр. Ғаиләлә матур тәрбиә алған итәғәтле, яғымлы, изге күңелле, ярҙамсыл балалар ата-әсәнең шатлығы, таянысы, ғорурлығы.
Айырым бер йылылыҡ бөркөп торған күркәм йорттоң хужабикәһе Рәйлә Сәлихйән ҡыҙы матурлыҡ һәм гүзәллек тыуҙырыусы әсә, тормош иптәшенә яратҡан, иғтибарлы, мөләйем ҡатын, ә инде туғандарына хәстәрлекле, ҡайғыртыусан апай. Тәҙрә төбөндә үҫкән гөлдәре тиһеңме, бешергән аш-ризыҡтарымы, йорт-ҡураларымы – һәр ҡайҙа уңған, булдыҡлы, татыу, берҙәм ғаилә һулышы.
Ошо көндәрҙә Рәйлә Сәлихйән ҡыҙы үҙенең матур юбилейын ҡаршылай. Бай һәм һоҡланғыс ғүмер юлы уҙылған.Тағы ла оҙаҡ йылдар иңдәрҙә йәшәү дәрте тойоп, уны яратҡан, хөрмәт иткән уҡытыусылар коллективында ең һыҙғанып эшләргә, йәшәргә, ижад итергә яҙһын. Ауыр һәм яуап-лы, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс педагог хеҙмәтенә тоғро ҡалып, яңы үрҙәр яуларға, тормошоңда бар уңыштарға һөйөнөп йәшәргә насип булһын. Ғаилә, балалар шатлығында, иҫәнлек-һаулыҡҡа төрөнөп, уҙһын алдағы ғүмерҙәрегеҙ, тибеҙ һеҙгә, хөрмәтле Рәйлә Сәлихйән ҡыҙы! Шағирҙың хаҡлы әйткән һүҙҙәре нәҡ һеҙҙең турала:
Ер йөҙөндә иң-иң матур
теләктәрҙе,
Һораһалар, бағышларға
кемгә тип,
Үҙенә бик күп йөрәктәрҙе
әсир иткән
Уҡытыусыға, тиер инем,
башым эйеп.
Светлана БИКБАЕВА.
Яңғыҙҡайын ауылы.