Мәктәбебеҙ ғорурлығы
25 июля 2017 йыл | Мәғариф

Уҡыу йылы башында беҙ төрлө бурыстар, маҡсаттар билдәләйбеҙ, ә йыл аҙағында өлгәшелгән уңыштарҙы барлайбыҙ. Еҙем-Ҡаран урта мәктәбенең 8-се класын тамамлаған  Алһыу Ҡоломбәтова өсөн быйылғы уҡыу йылы уңыштарға бай булды. Мәктәп, район, республика күләмендә уҙғарылған төрлө сараларҙа ҡатнашты, еңеү артынан еңеү яуланы. Математика, физика, йәмғиәтте өйрәнеү, тарих фәндәренән район олимпиадаларында ҙур теләк менән ҡатнашты.
Физиканан район олимпиадаһында еңеүсе, "Гагарин кубогы” исемендәге Бөтә Рәсәй олимпиадаһының респуб-лика этабында ҡатнашып, шул уҡ фәндән тағы ла еңеүсе булды.
Йәмғиәтте өйрәнеү, тарих бу-йынса район олимпиадаларында призлы урындар алды.
"Гагарин кубогы” Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабында йәмғиәтте өйрәнеүҙән Ауырғазы районында уҙғарылған сарала ла ҡатнашып өлгөрҙө, призер булды.
Рәми Ғарипов юбилейы-на арналған район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә ҡурай моңо аҫтында, башҡорт милли кейемендә сығыш яһап, бөтә халыҡты таң ҡалдырҙы. Жюри ағзалары уға 1-се урын бирҙе.
Вәлиулла Ҡоломбәтовҡа арналған сәсәндәр бәйгеһендә 3-сө урын алған уҡыусыбыҙҙы филология фәндәре кандидаты Нияз Сәлимов Еҙем-Ҡаран сәхнәһендә үҙе ихлас ҡотланы, бүләк тапшырҙы, һоҡланыуын белдерҙе.
Йыл һайын Сәйетбаба мәктәбендә уҙғарылып килгән ”Кейекбаев уҡыуҙары”нда беҙҙең Алһыу 2-се урын алды. "Кеше тормошонда музейҙарҙың роле” ине уның темаһы.
"Фәнгә тәүге аҙымдар”, "Һәләтле балалар” конкурсында йыл һайын ҡатнаша һәм беренсе, икенсе урындар яулай.  "КРИТ-2017” сайттар төҙөү конкурсында район буйынса беренсе урын Алһыуға булды.
Мин Алһыуҙы бер нисә йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән уҡыттым. Һәр дәрескә ентекле әҙерләнеп килә, әҙәби әҫәрҙәрҙе яратып уҡый, иншаларында, әҙәбиәт дәрестәрендә үҙ фекере бар. Күп уҡый, күп белә. Уҡытыусыларҙы хөрмәт итә, иптәштәренә ярҙам итергә әҙер тора. Шул сифаттары өсөн үҙен дә ихтирам итәләр.
Бөтә яҡлап та һәләтле уҡыусыбыҙға киләсәктә уңыштар ғына юлдаш булһын.
Ниндәй генә һөнәр һайлаһаң да, бер ваҡытта ла юғалып ҡалма, Алһыу, һин беҙҙең мәктәптең ғорурлығы!
Миңһылыу МИРХӘЙҘӘРОВА,
уҡытыусы.
Еҙем-Ҡаран ауылы.